RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Батыр ере йыйын йыйҙы

20.06.2011 Батыр ере йыйын йыйҙы

Батыр ере йыйын йыйҙыЙүрүҙән буйҙары бер мәлгә тарих төпкөлөнә сумды. Халыҡ тын ҡалып, үҙен ошо бөйөк көндәрҙең шаһиты итеп тойҙо. Ялт-йолт килеп ялтлаған ҡылыстар сыңы, аттар сабышы беҙҙе Бүгәсәү һәм Салауат осорона алып инеп китте. Бүгәсәүҙең үҙен батша тип иғлан итеп, башҡорт халҡын да азатлыҡ өсөн көрәшкә әйҙәүе, халыҡ менән аралашыуы, Салауаттың башҡорттарҙы яуға күтәреүе шул саҡтағылай күҙ алдына килеп баҫты. Быуаттар үтеү менән күп нәмә үҙгәргән, кешеләр икенсе, тормош бүтән, заман башҡа, әммә күҙҙәрҙә саялыҡ осҡондары һүнмәгән, башҡортлоҡ рухы һүрелмәгән. Тап шундай итеп күрҙе тамашасы Салауаттың азатлыҡ көҫәп яуға күтәрелгән берҙәм яусылары – һыбайлы замана ир-егеттәрен.
Салауат районында үткән «Салауат йыйыны» театрлаштырылған тамаша менән башланып китте. Быйылғы мәҙәни сара район һабантуйы сиктәрендә үтте һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 257 йыл тулыуға һәм республикала Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналды. Быға тиклем ул бер нисә тапҡыр Салауат райо­нында, Балтас, Саҡмағош, Ишембай райондарында, Өфө ҡалаһында үтте. Милли батырыбыҙ образы аша йәш быуында патриотизм, тарихыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү, халҡыбыҙ ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уны үҫтереү, милли спорт төрҙәрен, сәләмәт тормошто пропагандалауҙы маҡсат итеп алған республика байрамы ошо йылдар дауамында алған йүнәлешенән тайпылмай, маҡсаттарына ирешә.
Сағыу тамаша менән башланып киткән байрам төп сәхнәлә дауам итте.
– Беҙ, Салауат районы халҡы, һәр саҡ яҡташ батырыбыҙ, азатлыҡҡа әйҙәүсе милли геройыбыҙ Салауат Юлаев менән ғорурландыҡ һәм ғорурланасаҡбыҙ. 16 июндә уның тыуыуына 257 йыл тулды. Ул үҙ байрағы аҫтында төрлө милләт халҡын – башҡорттарҙы, рустарҙы, татарҙар­ҙы, мари һәм сыуаштарҙы берләштергән. Үҙенең өндәүҙәрендә ул халыҡтарҙы дуҫлыҡҡа саҡырған. Салауат һабантуйы быйыл йыйынға үҙенең яҡташтарын һәм бик күп ҡунаҡ йыйҙы. Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылында сәсеү эштәрен тамамлағандан һуң уҙғарылған һабантуй байрамы ысын халыҡтар дуҫлығы тантанаһына әүерелде, − тине байрам менән тәбрикләп, Салауат районы хакимиәте башлығы Ғәли Ғәләүетдин улы Хәйретдинов.
Батыр ере йыйын йыйҙыРеспублика байрамына батырҙың данлыҡлы яҡташтары, бик күп ҡунаҡтар йыйылғайны. Бөтәһен дә ошондай ҙур байрам менән ихлас ҡотлап, Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ла сығыш яһаны. Ул Премьер-министр Азамат Илем­бәтовтың да ҡотлау сәләмен еткерҙе.
Район халҡы өсөн ҡыуаныслы минуттар етте. Бик күп йәш ғаиләгә ошо көндә социаль программа буйынса торлаҡ алыуға сертификат тапшырылды. Йәштәргә «ҡыйыҡлы» булыуҙан да ҡыуаныслыраҡ хәбәр булыуы мөмкинме икән − сәхнәнән ҡояштай балҡып таралышты улар. Ауыл хужалығы уңғандарын да тәбрикләне район хакимиәте башлығы.
Көндөң йыйынға йыйылыусыларҙы йылы ҡояшы менән ҡыуандырмауы ла байрам кәйефен боҙа алманы. ҡойоп торған ямғыр аҫтында йөрөһәләр ҙә, таралышырға ашығыусы булманы. Конкурстар барған ергә юлланды улар. Көрәш майҙанында көрәшселәр һимеҙ тәкәне алыу өсөн бил һынашты. Аттар сабышы ла һәр ваҡыттағыса иң тамашасы йыйған, янып-көйөргә мәжбүр иткән бәйге булды. Юртаҡтарҙың иң шәп, етеҙҙәре Янғантауҙыҡы булып сыҡты.
Ниндәй һабантуй төрлө спорт ярыштарһыҙ үтһен: гер күтәреү, бағанаға үрмәләү, футбол, волейбол уйындары ла үҙ еңеүселәрен тапты. Балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Улар өсөн айырым балалар һабантуйы ойошторолдо. Балаларҙың тауышынан, сәмләнеп ярышыуынан һабантуй майҙаны гөрләп торҙо.
Тирмәләр конкурсы ла үҙенсәлекле булды. Салауат районының һәр ауыл советы үҙенең тирмәләрен ҡорған. Улар зауыҡ менән биҙәлгән, милли үҙенсәлектәрҙе асып бирергә тырышҡан. Башҡорттарҙың аш-һыуы табын түрендә урын алған. Борондан ҡалған йола күренештәрен дә күрһәтте тирмә хужалары.
Йыр-бейеү буйынса таланттарҙы асыу майҙаны ла булып торҙо һабантуй. Үҙешмәкәр коллективтар һәм айырым башҡарыусылар бер сәхнәлә үҙ-ара көс һынашһа, йәш артистар икенсе сәхнәлә сығыш яһаны.
Байрам шаулап-гөрләп аҙағына ла яҡынлашты. Еңеүселәрҙе билдәләп, бүләктәр тапшырылды, ҡотлау һүҙҙәре әйтелде. Һабантуйҙа ҡатнашыусылар бәрәкәтле Салауат еренә, ҡунаҡсыл Салауат халҡына рәхмәттәр әйтеп, әллә күпме тәьҫорат алып таралышты.




Район/Город: село Малояз






Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”

© 1917 - 2023 «Йәшлек» гәзите
Все права защищены.
При использовании материалов ссылка на сайт «Йәшлек» обязательна.