RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Аҙна аптыратҡыстары

30.04.2011 Аҙна аптыратҡыстары

Кудрин – янғын һүндереүсе?
Аҙна аптыратҡыстары
Рәсәйгә ҡыш та, яҙ ҙа көтмәгәндә килә.
ҡыш етһә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәре аптырап ҡала, яҙ етһә, ярты илде һыу баҫыуына, урмандарҙа янғын сығыуына бот сабабыҙ.
Урман кодексын үҙгәрткәс, ул ғәмәлдә һаҡлаусыһыҙ, яҡлаусыһыҙ ҡалды. Һөҙөмтә­һе билдәле – былтыр илдең йәшел ҡалҡаны 938 мең гектарҙа янып бөттө, йөҙәрләгән ауыл-дача көл-күмергә ҡалды, күрелгән зыян 450 миллиард һумлап иҫәпләнә. Был афәттән һуң тейешле һығымталар яһалыр, киләсәктә ундай фажиғәне булдырмау өсөн барыһы ла эшләнер кеүек ине. Юҡ шул. Тағы яҙ етте, меңәрләгән гектарҙа йәнә урмандар дөрләп яна. Хатта, былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, яныу майҙаны 1,7 тапҡырға күберәк икән.
– Үҙгәреш булмаһа, хөкүмәт ағзалары торф янғындарын һүндерергә үҙҙәре китәсәк, – тип белдерҙе махсус кәңәшмәлә Дмитрий Медведев. Әлбиттә, Кудрин менән Голикованы ауыр янғын һүндереү шлангыларын тотҡан килеш күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Был бит кәңәшмә үткәреү йәки ҡаҙна аҡсаһын бүлеү түгел. Ә, бәлки, элекке урман һаҡсылары штатын тергеҙеү отошлораҡ булыр?


Перельман шаҡ ҡатыра

Рәсәй математигы Григорий Перельман бөтә донъяны бер нисә тапҡыр шаҡ ҡатырҙы.
Беренсенән, математиктарҙың йөҙ йыллап теше үтмәгән Пуанкаре гипотезаһын иҫбат итте. Уның асылын һәр математик та аңлай алмай. ҡырҡ биттән торған иҫбат ителгән өлөшөнөң дөрөҫлөгөнә инаныр өсөн дә ғалимдарға өс йыл ваҡыт кәрәк булды. Икенсенән, ул үҙ асышы өсөн математика институты биргән миллион долларҙан баш тартты! Минең бер нәмәгә лә мохтажлығым юҡ, ти икән заманыбыҙ Эйнштейны. Бына ошоноһо аптырата ла инде. Аҡылы булған кеше аҡсанан баш тартамы ни! Бөтә кешелек донъяһы аҡса ҡолона әүерелгән мәлдә йүнле фатиры ла, машинаһы ла, банкыла аҡсаһы ла булмаған ғалимдың ҡылығын аңлауы ҡыйын. Ә, бәлки, аҡылы булғанға ла аҡсанан баш тарталыр Перельман. Малым юҡ аранда, ҡайғым юҡ буранда, тип тыныс йәшәй бит ул. Миллионы ҡулына эләкһә, уны бүлешергә теләүсе дуҫтары, туғандары тынғы бирмәҫ, уғрылар талап алыу пландары ҡорор...
Яңғыҙлыҡты хуп күргән бөйөк ғалим журналист Александр Заборовскийға яңыраҡ интервью биргән.
– Нимәгә миңә миллион доллар, мин Йыһан менән идара итә алам, – тигән Перельман.
Ул, Йыһандың байтаҡ серен аңлап, кешелек аңын үҙгәртәсәк яңы асыштар алдында тора. Донъя фәненән байтаҡҡа алдараҡ бара икән ул. Был асыштарҙың баһаһы миллион доллар ғына тормай.

Полиция һәм эттәр

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәренең смотры үтте.
Ғөмүмән, тәртип һаҡсыларына иғтибар артты хәҙер. Яңы техника, ҡорамалдар бирәләр, эш ха­­ҡын ҡырҡа арттырырға вәғәҙә итәләр. Милицияны полицияға әйләндереү илебеҙҙә 2 миллиард һумдан ашыуыраҡ суммаға төшәсәк икән. Бик кәрәк икән – үҙгәртһендәр әйҙә. Тик бына әлеге шул смотрҙа ҡатнашҡан ҡайһы бер эттәргә мах­сус япма кейҙереп, ҙур хә­рефтәр ме­нән “Поли­ция” тип яҙып ҡуй­ғай­нылар. Һуң, эт, нимә тип яҙ­һаң да, эт булып ҡала ин­де ул. Поли­ция­­ның абруйы төшөп-фә­лән ҡуйма­һын, тим.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”