RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бер-береңде аңлап йәшәүгә ни етә?

16.04.2011 Бер-береңде аңлап йәшәүгә ни етә?

йәки Бәхетле ғаилә ҡорор өсөн ир ҙә, ҡатын да тырышырға тейеш
Ғаиләлә ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләү һәм уларҙы ғаилә тормошо әҙәбенә өйрәтеү буйынса ниндәй генә халыҡ әйтемдәре юҡ: «Аҡыллы ир ҡатынын яманламаҫ», «Ир – беләк, ҡатын – терәк», «Берҙәм өйҙә бәрәкәт бар, ғауғалы өйҙә һәләкәт бар», «Йортто тотҡан – ир, өйҙө тотҡан – ҡатын».
Ләкин тормошта бер-береһен аңлап йә­шәй алмаған йәрҙәр­ҙең айырылышыуы үкенесле. Ни өсөн күп кенә аҫыл ир-егеттәребеҙ, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар ғаилә тормошо ҡороуҙан юғалып ҡала? Ни өсөн яңы ғына ҡауышҡан йәш ғаиләләр тарҡала? Йәнәһе, айырылышыу – ир менән ҡатын араһындағы бәхәстәрҙе хәл итеүҙең бер юлы. Бер-береңә ҡарата битарафлыҡ, нәфрәт кеүек хис-тойғолар ҡайҙан барлыҡҡа килә? Ғаилә тигән матур мөхитте нисек һаҡларға?
Ысынлап та, ир-егет менән гүзәл зат икеһе ике төрлө, әйтер­һең дә, ер менән күк араһы. Шулай ҙа, нисек кенә булмаһын, ир-ат – ҡатын-ҡыҙһыҙ, ә ҡатын-ҡыҙ ир-атһыҙ ғүмер кисерә алмай. Әгәр ҙә араларында мөхәббәткә урын бар икән, тимәк, аңлашылмаусанлыҡтарҙы еңер көс тә юҡ түгел.
Бер-береңде аңлау өсөн үҙегеҙҙе һәм икенсе яртығыҙҙы хөрмәт итергә кәрәк, уның иң яҡын кешегеҙ, балаларығыҙҙың атаһы (әсәһе) булыуын оноторға ярамай. Бер ваҡытта ла үпкәгеҙҙе йыймағыҙ, уларға мөнәсәбәтегеҙҙе шунда уҡ белдерергә кәрәк. Был иһә күңелегеҙҙе кире хис-тойғолар тупланыуҙан һаҡлай. Шулай уҡ енси мәсьәләләргә ҡағылған ғәйеп ташлау­ҙарҙан ҡурҡыу кәрәк. Сөнки уны икенсе яртығыҙ бер ваҡытта ла онотмауын иҫтән сығармағыҙ.

Шулай уҡ тормош ҡанунына өйрәнеү өсөн психолог кәңәштәренә лә ҡолаҡ һалығыҙ. Улар түбәндәгеләрҙән ғибәрәт:
aИғтибарлы булығыҙ, тормош иптәшегеҙҙе тыңларға өйрәнегеҙ, уның ярһыу тауышына ҡысҡырып яуап бирмәгеҙ.
aУның ҡыҙыҡһыныуҙарына иғтибар менән ҡарағыҙ.
aБер ҡасан да ирегеҙҙең йәки ҡатынығыҙҙың етешһеҙлектәрен бергә дөйөмләштермәгеҙ, тик аныҡ хәлдә аныҡ етешһеҙлек тураһында ғына һүҙ йөрөтөгөҙ.
aБер-берегеҙгә ышанығыҙ.
aБуй-һынығыҙға, төҫ-ҡиәфәтегеҙгә һәр саҡ иғтибарлы булығыҙ, етешһеҙ яҡтарыңды бөтөрөү өҫтөндә эшләргә кәрәк.
aҮсегеп, һөйләшмәй йөрөүегеҙ менән ғәзизегеҙҙең күңелен яраламағыҙ.
aТормош иптәшегеҙҙең туғандарына, ата-әсәһенә ҡарата ихтирамһыҙлыҡ күрһәтмәгеҙ.
aМөнәсәбәттәрҙе асыҡлағанда, кешелекһеҙлек күрһәтеп, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу тураһында иҫкәртеү яһамағыҙ.

Һис шикһеҙ, ғаиләлә йәшәй белеү һөйөүҙән, яратылып йәшәүҙән, бер-береңде хөрмәт итеү, ҡәҙерләүҙәндер ул.


Өс фекер
АЛИК, 37 йәш, сауҙагәр:
– Ғаиләле булыуҙан да ҙур бәхет юҡ. Мин ауылда ҡыҙым менән йәшәйем, шәхси сауҙа менән шөғөлләнәм. Ғаилә хәлемә килгәндә, өйләнеп айырылыштым. Сөнки ҡатыным “йәшел йылан” менән мауыҡты, эскегә һалышты, донъяны ташлап сығып китте. Ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙ бәҫен юғалта икән? Ғүмер бит бер генә бирелә, уның ҡәҙерен белеп йәшәргә ине. Тик ниңәлер гүзәл затҡа ҡарата ышанысым һүнгән. Бәлки, үҙемдең дә ғәйебем барҙыр, кәләшемә иғтибарҙы аҙ бүлдем, ләкин мин уны яраттым.
Дамир, 35 йәш, юрист:
– Ғаиләләге татыулыҡтың төп шарттарының береһе үҙ-ара ышаныстыр, моғайын. Аллаға шөкөр, бер-беребеҙгә ҡарата шик тотмайбыҙ. Кәләшемде хөрмәт итәм, ул үҙе миңә лә, туғандарыма, дуҫтарыма ла ихлас мөнәсәбәттә. Тыйнаҡ, аҡыллы булыуы күңелемде арбаны ла инде. Йәштәргә бары бер-береһен яратып, яратылып йәшәүҙәрен теләйем.
Фәриҙә, 24 йәш, уҡытыусы:
– Ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙә Аллаһҡа урын булырға тейеш. Аллаһы Тәғәлә алдында бер-береңә ҡарата алдау, хыянат төшөнсәләренә урын булмай. Ғаилә иманлы булһа, ул ныҡ­лы, мөхәббәтле.
Үҙемдең ғаиләмә килгәндә, шөкөр, барыһы ла яҡшы, бер-беребеҙҙе аңлап йәшәйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ. Икенсе яртыңдың теләк-ниәттәренә арҡыры төшмәҫкә, уның күңелен аңларға тырышырға кәрәк. Ғаиләләге матур мөхитте һаҡларға берәүең генә тырышыу етмәй. Шуға күрә донъяны икәүләшеп, кәңәшләшеп, иңгә-иң терәп алға алып барырға кәрәк. Бәхет бит уңғандарға ғына йылмая.
Ныҡлы ғаилә мөнәсәбәттәрен булдырыу өсөн бер-береңде яратып, теләктәреңде ихтыяр көсөнә буйһондорорға, балалар хаҡына ҡайһы берҙәренән баш тартырға өйрәнеү зарур. Ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, матур итеп йәшәйек!

Сәриә РАМАЗАНОВА,
СиБДУ-ның филология факультеты студенты.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”