RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте

19.03.2011 ЕР – БЕҘҘЕҢ ӨЙ

ЕР – БЕҘҘЕҢ ӨЙЕр көнөн йылына ике тапҡыр билдәләй­ҙәр – 21 мартта һәм 22 апрелдә. Ошонан ғына ла ерҙең кешелек тормошонда ҙур ҡиммәт булыуын аңларға була. Әлбиттә, был көн – тупраҡты ғына түгел, тотош Ер шарын ҡәҙерләргә, һаҡларға һәм яратырға кәрәклеген күрһәткән матур йола. Тәүге тапҡыр Ер көнөн 1970 йылда ҙур итеп билдәләгәндәр. Ә инде 1971 йылда, астронавтар һәм космонавтар беҙҙең планетаның ни тиклем матур икәнен күреп, «Ер көнө прокламацияһы» документын ҡабул иткәндәр.
Ер көнө итеп 21 март юҡҡа ғына һайланмаған. Ул символик булыуҙан тыш, фәнгә бәйле – тап ошо көндә ҡояш экваторҙан бейегерәккә күтәрелә. Көн менән төн тиңләшкән ваҡытта кешеләр үҙҙәренең дә тәбиғәт балаһы икәнен һәм ошо планетаны һаҡлап ҡалыу өсөн яуаплы булыуы хаҡында уйлаһа, бигерәк тә шәп булыр ине. Ысынлап та, Ер көнө тирә-яҡ мөхит проблемаларына кешеләрҙең иғтибарын йүнәлтеү өсөн билдәләнә. Был көн Америкала барлыҡҡа килгән. Унда Ер көнөн дәүләт байрамы булараҡ билдәләйҙәр, ул урамдарҙы, урмандар­ҙы таҙартыу буйынса матур бер өмә һымаҡ үтә.
Планетабыҙҙа беҙҙе туйындырған, тимәк, йәшәткән берҙән-бер һәм тиңһеҙ байлыҡ – ер. Шулай ҙа ер төпһөҙ байлыҡ түгел, ул да яратыуҙы, һаҡлауҙы талап итә. Әле ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе хосусилаштырыу кампанияһы бара, дөрөҫөрәге, ул тағы ла бер йылға оҙайтылды.

Бушлай ерҙән кем баш тартыр?

Редакцияға ер мәсьәләһенә ҡағылышлы хаттар күп килә, шылтыратыуҙар ҙа йыш. Әлбиттә, халыҡтың төп байлығы – ергә битарафлыҡ күрһәткән осраҡта киләсәкте күҙ алдына ла килтереп булмай. Шуныһы күңелде ҡыра: Рәсәйҙә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе хосусилаштырыу кампанияһы тағы ла бер йылға оҙайтылһа ла, был эшкә ҡағылышлы проблемалар бер ҙә бөтмәй. ҡайһы бер граждандар ни өсөн пайға хоҡуғы булмағанлығын, ни өсөн үҙенә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙең бушлай бирелмәгәнлеген аңлап бөтмәй.
Шуға ла ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән пай алырға хоҡуғы булғандарҙың исемлеген «Йәшлек» гәзите биттәрендә тағы ла бер тапҡыр баҫабыҙ. Иғтибарлап ҡарағыҙ, әгәр һеҙ ошо категорияға ҡараған граждан булып та, ерҙән мәхрүм ителгәнһегеҙ икән, үҙ хоҡуғығыҙҙы даулау өсөн урындағы тейешле органдарға барырға тейешһегеҙ.
Закон буйынса пайҙар алты категорияға ҡараған кешеләргә тейешле. Бына улар:
1. 1992 йылдың 1 ғинуарында колхоз-совхоздар үҙгәртеп ҡоролған ваҡытта бер өлөш ер (пай) алырға хоҡуҡлы граждандарҙың исемлегенә инеүселәр.
2. 1992 йылда төҙөлгән исемлектә булып та, колхоз-совхоздар тарҡалып йәки үҙе эштән китеүселәр.
3. Ауыл хужалығы тармағында даими эшләп, ауылда йәшәүселәр.
4. Ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләп, пенсияға сығып, ауылда йәшәүселәр.
5. Ауылда йәшәп, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүселәр.
6. Ауыл хужалығында даими эшләп тә, әлеге көндә декрет отпускыһында, хәрби хеҙмәттә, уҡыуҙа булыусылар.
һанап үтелгән берәй категорияға тура килһәгеҙ, пай алырға хоҡуғығыҙ бар.

Тик шулай ҙа, бушлай ер алырға хоҡуғың була тороп та, пай бирелмәгән осраҡта нимә эшләргә һуң? Әлбиттә, яҙмышҡа үпкәләп, йә булмаһа, үҙ йортоңда ғына йоҙроҡ төйнәп ятырға кәрәкмәй. Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының һәр район үҙәгендә ер һәм милек менән идара итеү мәсьәләләрен көйләүсе комитеттары бар. Унда һәр кем үҙен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала. Хәҙер бит интернет заманы, министрлыҡтың сайтында ла кәрәкле мәғлүмәттәрҙе алырға була, һәр хәлдә, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙән бушлай пай алырға хоҡуғығыҙ бар икән, быны иҫбатларға ярҙам итеүселәр бар.
Пайҙарын һатырға теләгән кешеләр ҙә юҡ түгел. Бер кем дә ергә ереккән ауыл кешеһенә: «Ереңде һат!» – тип кәңәш бирмәйәсәк. Сөнки был аҡылһыҙлыҡ булыр ине. Әлегә иң яҡшы юл – пайҙы урындағы ауыл хужалығы ойошмаһына ҡуртымға биреү һәм унан файҙа күреү. Шулай ҙа был мәсьәләне «дуҫтарса» һәм «күршеләрсә» генә түгел, законлы рәүештә хәл итеп ҡуйырға кәрәк. Ойошма менән ер хужаһы араһында ике яҡты ла ҡәнәғәтләндерерлек килешеү төҙөлөргә тейеш. Ә инде пайын бер нимәгә лә ҡарамай һатып ебәрергә хыялланған кешеләр шуны белһен ине: пайҙы тәү сиратта күрше пайсыға йә ошо ерҙе эшкәртеүсе ойошмаға тәҡдим итергә тура киләсәк. Был закон буйынса шулай ҡаралған.
Алынған ер пайҙары өсөн һалымын да түләргә, уларҙы даими рәүештә эшкәртергә лә тура киләсәк. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Шуға ла, ер пайына хоҡуғығыҙҙы рәсми раҫлап, ер хужаһы булғандан һуң унда тир түгергә лә кәрәклеген аңлағыҙ.

Лилиә СИРАЕВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”