RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Аҙна аптыратҡыстары

19.03.2011 Аҙна аптыратҡыстары

Күрәҙәселәр күрәме?

Япониялағы ер тетрәү һәм дәһшәтле цунами боронғо күрәҙәселәр өсөн бер ҙә сер булмаған.
Нострадамус был афәтте бик теүәл итеп әйтеп биргән, тип уҡыйбыҙ бер үҙәк гәзиттән. Ә Нострадамус нимә тигән һуң? «Оҙаҡламай ер һелкенер, бөтә ерҙе һыу баҫыр», – тигән. Бик дөрөҫ әйткән, тик күрәҙәсе йәшәгән урта быуаттарҙан һуң бындай афәттәр йыш булғылаған түгелме һуң?
Ә замандашыбыҙ, Рәсәйҙең иң «текә» астрологы Павел Глоба 2011 йылдан нимәләр көткән?
– 2011 йылда тыныслыҡ утрауында йәшәрбеҙ, һуғыштар ҙа, тәбиғәт катаклизмдары ла булмаясаҡ, – тип белдергәйне ул былтыр.
Әлдә япондар ишетмәй «тыныслыҡ утрауы» хаҡындағы был аҡыллы фекерҙе, юғиһә,түҙмәй, «харакири» эшләп ҡуйырҙар ине.

Йоҡосоға көн бөтә

Пермь крайы хөкүмәте аппараты етәксеһе Макар Герман бөтә чиновниктарҙың кабинет ишектәрен алырға тәҡдим итте.
Баҡһаң, ҡайһы берәүҙәр, бикләнеп, йә, Хоҙай, йоҡлап алыуҙан да тартынмай икән. Ишекте асып, «тайт» тип һөрәнләгәнсе тегеләре баштарын күтәреп өлгөрә һәм аҡыллы ҡиәфәт менән алдындағы ҡағыҙҙарға йәки компьютер мониторына текәлә, имеш.
Ишектәрҙән арыныу кәрәк, әлбиттә. Өҫтәүенә, ҙур вазифаларға үрләгән чиновниктар, ғәҙәттә, аҙ ашау­ҙан, күрәһең, арҡырыға үҫә башлай ҙа киң ишектәр уларға тар була башлай – һыймайҙар.

«Миллион давай – олойом»

Бер ҡытай байы тибет мастифы тоҡомло этте 1,5 миллион долларға (45 миллион һум) һатып алған.
Был тоҡом эттәре байлыҡ, уңышҡа өлгәшеү символы икән. Бәхетле һатыусы, махсус питомник начальнигы Ли Лян, бер йәшлек көсөктө үҫтереүгә бик күп аҡса түктек, шуға ла уға урынлы хаҡ ҡуйылды, тип белдергән. Шул тиклем аҡсаны түләһәләр, көн һайын өрөргә, олорға әҙер эттәр генә түгел, беҙҙә кешеләр ҙә бик күпләп табылыр ине.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”