RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Балаңа ололап ҡара

15.03.2011 Балаңа ололап ҡара

Йәш йөрәктәрҙең дәрте, өмөтө, һүнмәҫ хыялы булып донъяға килә сабый бала. Кескәй булһа ла, уның күңеленә бөтөн донъя һыя. Дәрәжәһе оло: ул бит – һөйөү бүләге, мөхәббәт емеше.
Балаһына ошолай ҙурлап ҡараған йәш ата-әсәләр ота: бындай сабыйҙар киләсәктә көслө ихтыярлы, зирәк аҡыл эйәләре булып үҫә. «Аҡбуҙат» журналы – тап ана шундай ғаиләләрҙең тоғро дуҫы һәм кәңәшсеһе. Егерме йыл инде ул балаларҙың күңел һағында тора, рухтарын нығыта. ҡайһы берҙә атай-әсәй күреп етмәгән аҡылды бирә, халҡыбыҙ тарихына һәм теленә ихтирам тәрбиәләй.
Хөрмәтле атай-әсәйҙәр! «Аҡбуҙат»тың егерме йәше – уртаҡ шатлығыбыҙ ул. Байрам ҡотло булһын, артабан да бергә ҡалайыҡ!

Тамара ЮЛДАШЕВА,
«Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире
.

Толпар атым

«Аҡбуҙат»ым толпар атым,
Килә ул осоп.
Балаларҙы ҡыуандырып,
Илемде ҡосоп.
Эльвира АҡҡУЖИНА.
Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылы.


«Аҡбуҙат»ҡа теләктәр

«Аҡбуҙат»ым, пар ҡанатың
Һис ваҡытта талмаһын!
Өйҙән-өйгә, күңелдәргә
ҡыуаныстар юллаһын!

Диана АРЫҪЛАНОВА.
Күмертау ҡалаһы.

Шәп журнал

«Аҡбуҙат»ым килеп етте –
ҡәҙерле, матур баҫмам.
Һәр битен асып ҡарап, мин
«Шәп журнал!» – тиеп ҡалам.

Фәйрүзә СӘФӘРОВА.
Көйөргәҙе районы,
Илкәнәй ауылы.

Сыйырсыҡ

Ағайым менән яһаныҡ
Бәләкәй генә бер өй.
Уны ҡаҡтыҡ ҙур ағасҡа,
Көйләй-көйләй матур көй.
Иртән тороп ул һайраһын,
ҡаға-ҡаға ҡанатын.
Яҙ биҙәге бит сыйырсыҡ:
Өйөн ул да яратһын!

Рәсилә ҒАРИПОВА.
Учалы районы,
Ураҙ лицейы.

Һеңлем

Минең шаян һеңлем бар,
Ярата ул уйнарға.
ҡуяны менән бергә
Ята хатта йоҡларға.

Был ҡуян – миңә бүләк,
Ә мин бирҙем һеңлемә.
Уйынсыҡтарын һаҡлап
Тота һеңлем гел генә.

Зөлхизә ХӘМЗИНА,
Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт
гимназияһы уҡыусыһы.

Йәшенмәк

Йәһәт кенә шкафҡа ҡасам
Йәшенмәк уйнағанда.
Тиҙ генә йүгереп сығам
Ашарға саҡырғанда.

Дуҫтар

Принтер менән компьютер
Икеһе лә дуҫ була.
Компьютер ҡушҡан әйберҙе
Принтер сығарып тора.

Артур САФИН,
Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.

Ғаиләбеҙ

Атайым да, әсәйем дә
Мине бик ныҡ ярата.
Һәр көн иртән улар наҙлап,
Һөйөп кенә уята.

Заһир ЗӘЙНЕТДИНОВ,
Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Ғафури районы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”