RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бала көтөү – ҙур шатлыҡ

05.03.2011 Бала көтөү – ҙур шатлыҡ

Бала көтөү – ҙур шатлыҡЙөҙөнән нур бөркөлөп торған әсәләрҙең береһе Инзилә Мулланурова менән күркәм тантанала таныштыҡ. Алтынсы балаһын көткән йөклө әсә Өфөгә Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларының береһе – «Әсәлек даны» миҙалын алырға килгәйне.
– Мин был донъяға ҡатын-ҡыҙ булып тыуыуым менән бәхетлемен, – ти Тәтешле районының Иҫке Салдау ауылында йәшәүсе ханым. Ә Инзилә Миңлеғәле ҡыҙының, ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ булараҡ бәхете бар. Әсәй ҙә әсәй, тип өҙөлөп торған биш балаһы үҫә. Иң оло улы Рөстәмгә ун дүрт йәш тулһа, бәләкәс Рафаэлдең теле асылған ғына ваҡыт. Тиҙҙән ғаиләгә йәнә бер ҡыуаныс өҫтәләсәк. Инзилә менән Айҙар Муллануровтар йәнә бәпес көтә.
– Йәштәр бала табырға ҡурҡмаһын. Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша әсә. Үҙе һөйләүенсә, уларҙың ғаиләһендә сабый тыуған һайын берәй бол килә икән. Мәҫәлән, Рөстәмдәре тыуғас, йорт һалып сыҡҡандар, Радмирҙы алып ҡайтҡас, малдары ишәйгән, Айнурҙан һуң машина һатып алғандар. Ә өс малайҙан һуң тыуған Ынйы донъяларына ҡот өҫтәһә, Рафаэль өсөн «әсәлек капиталы» бирелгән, бөгөн иһә – «Әсәлек даны» миҙалы! Ә инде сираттағы сабыйҙары тыуғас, капитал иҫәбенә йорттарын ҙурайтыуҙы маҡсат итеп ҡуйғандар.
ҡатын-ҡыҙ донъя тотҡаһы, милләт һаҡсыһы, телде һаҡлаусы ла булырға тейеш. Ошо бурысты аңлап, Инзилә ханым балаларына яҡшы тәрбиә бирергә ынтыла. Бар хәстәрлеген, уй-фекерҙәрен балаларын шәхес итеп үҫтереүгә йүнәлткән. Әлбиттә, әсә хәстәре – иң оло хеҙмәт, әммә ғаиләлә атай һүҙенә лә талап көслө. Был йәһәттән «Пермьстрой» ойошмаһында эшләүсе тормош иптәше Айҙар Фоат улы – һөйөклөһөнөң төп терәге. Ҙур хужалыҡта балаларҙы эшкә өйрәтеп үҫтереүгә ул күп көс һала. Ана шулай тылы ныҡ булғанға ла Инзилә ханым ғаиләһендә бәхетле, ҡатын-ҡыҙ матурлығын һаҡлап, тормошҡа һөйөнөп ғүмер итә.

Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.
Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ фотоһы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”