RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡоролтай етәксеһенә ышаныс белдерелде

01.03.2011 Ҡоролтай етәксеһенә ышаныс белдерелде

Ҡоролтай етәксеһенә ышаныс белдерелдеҮткән йомала бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты ағзалары БР Президенты менән осрашып, көн үҙәгендә торған мәсьәләләр хаҡында һөйләште. Ултырышта Рәсәй төбәктәрендә, сит илдә йәшәүсе ҡоролтай активистары ла ҡатнашты. Осрашыуҙа милли мәҙәниәт, донъяның төрлө тарафтарында йәшәүсе башҡорттар менән бәйләнеш, уларға ярҙам тураһында тәҡдимдәр һәм фекерҙәр әйтелде.
– Был дуҫтарса ихлас күңелдән һөйләшеү булды, – тине, ултырыштан сыҡҡас, Башҡор­тостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Беҙ артабан проблемаларҙы нисек берҙәм хәл итергә, бергә нисегерәк эшләү тураһында, бер телдә, тура һәм күсмә мәғәнәлә лә, аралаштыҡ, аңлаштыҡ. Ошондай осрашыу, тәү сиратта, миңә кәрәк ине – мин халыҡ тауышын тағы бер тапҡыр ишетергә, ватандаштар­ҙы нимә борсоғанын белергә тейешмен һәм был хаҡта ишеттем дә.
Республикалағы иң ҙур милли ойошманың рәйесенең эшмәкәрлеге лә (был юҫыҡта ҡайһы бер ризаһыҙлыҡтар бар ине) тауышҡа ҡуйылды, күпселек тауыш менән әлеге етәксе Илгиз Солтанморатовҡа ышаныс белдерелде.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ бөгөн мөһим проблемаларҙың береһе булған Башҡортостан юлдаш телеканалының перспективаларына ҡағылышлы фекерен дә әйтте:
– Эйе, тәнҡит һүҙҙәре булды һәм был ғәҙел тәнҡит. Каналды модернизациялайбыҙ тип, Бе­ренсе канал, Рәсәй, НТВ каналдары менән ярышырға кәрәкмәй. БСТ этник, башҡортлоҡ йөҙөн юғалтырға тейеш түгел. Бында Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн эшләү ҙә күҙ уңында тотола. Башҡорт халҡының та­рихы, мәҙәниәтен яҡтыртыу, башҡортса яңы тапшырыуҙар асыу тураһында һүҙ күтәрелде. Башҡортостандың үҙәк каналы етәкселеге мин ҡуйған бурысты атҡарып сығыр, хәл-торош яҡшыға үҙгәрер, тип ышанам.
Әйткәндәй, быйыл иғлан ителгән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылында Халыҡтар дуҫлығы йортон уңайлы бинаға күсереү мәсьәләһе лә ҡарала. Президент фекеренсә, был, бәлки, Конгресс-холл булыуы ла мөмкин.

А. ЗИННУРОВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”