01.03.2011 Үҙегеҙҙе яҙға көйләгеҙ!
Мартта беҙҙе ниндәй көн торошо көтә һуң?
Метеорологтарҙың фаразынан күренеүенсә, яҙҙың беренсе айы, элекке йылдарҙан айырмалы, һыуығыраҡ булмаҡсы, яуым-төшөм дә норманан артыҡ буласаҡ. Ай уртаһына тиклем – 20 – 25, көндөҙ 3 – 8 градус һыуыҡ көтөлә. Һуңынан яуым-төшөмдәр күҙәтеләсәк. Алдағы көндәр нәҡ ошо фаразды иҫбатлай ҙа инде: республикала төндә 30 – 33 градус һыуыҡ булһа, көндөҙ термометр бағанаһы минус 15 – 17 градусҡа етәсәк. 3 мартта айырым райондарҙа бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал.
Шулай ҙа, тышта март ҡояшы көлмәй, тип борсолмағыҙ, үҙегеҙҙе һыуыҡта ла көләс яҙ йылыһына көйләргә тырышығыҙ.
Р. НУРИСЛАМОВА.