RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Хис-тойғолар бер ҙә уңмаған»

15.02.2011 «Хис-тойғолар бер ҙә уңмаған»

«Хис-тойғолар бер ҙә уңмаған»Өфөнөң Киров районы ЗАГС хеҙмәткәрҙәре Изге Валентин көнөнә ҡарата мәғәнәле тантана үткәрҙе – 50 йыл бергә йәшәгән һигеҙ парҙың алтын юбилейын билдәләне
Шуныһы ҡыҙыҡ, сәстәре көмөшләнгән, йөҙҙәрендә ваҡыт бураҙналары сағылыш тапҡан апай-ағайҙарҙың күпселегенең никахы бынан ярты быуат элек нәҡ февраль айында теркәлгән. Уларҙың мәртәбәле юбилейы нәҡ Ғашиҡтар көнөнә тап килеүе менән икеләтә байрам төҫө алды. Ә Башҡортостан Президентының ҡотлау адресы матур тантанаға рәсмилек өҫтәне.
Мөхәббәт һәм үҙ-ара аңлашыу, һөйөү һәм түҙемлек, яратыу һәм сабырлыҡ – ярты быуат бергә йәшәгән парҙар менән аралашҡанда иң йыш яңғыраған һүҙҙәр ошо булғандыр. Ысынлап та, Зәлиә Риза ҡыҙы менән Нәзиф Шәйхимансур улы Абдул­линдар ҙа, йөрәктәрендә нәҡ ошо хис-тойғоларҙы һаҡлап, пар аҡҡоштай татыу йәшәп, ике балаға ғүмер биреп, ҡырҡ йылдан ашыу халҡына тоғро хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Илле йыл элек, 1961 йылда, яҙмыш һуҡмағы ике йәш йөрәкте осраштырған мәлдәрен иҫкә алғанда Зәлиә Риза ҡыҙының күҙҙәре осҡондай янып, бит остары алмалай алһыуланып китте:
– Был хәл 1960 йылда булды. Комсомол төҙөлөшө бара – «Өфөсинтезспирт» заводының 160-сы цехы төҙөлә ине. Мин маляр булып эшләп йөрөйөм. Ятаҡта йәшәйбеҙ. Бер көндө әхирәтем Сәкинә: «Иртәгә төшкө ашҡа ашханаға бармайбыҙ, ашарға үҙең менән алып кил», – тине. Мин уны-быны һорашып торманым, ул әйткәнсә эшләнем. Төшкө ашыбыҙҙы ашап ҡына бөткәйнек, алдыбыҙға һалдат кейемендәге егет килеп баҫты.
– Сәкинә, ошо ҡыҙмы һинең һеңлең? – тип һораны, йылмайып.
– Ошо. Оҡшаймы? – тип көлөмһөрәне әхирәтем.
– Оҡшай.
– Оҡшағас, алаһыңмы? – тип шаярттым мин.
– Алам, – тине егет, күҙен дә йоммайынса.
Был шаяртып һөйләшеүҙең ахыры туй менән тамамланыр тип кем уйлаған инде – ярты йылдан никахлашып, гөрләтеп донъя ла көтә башланыҡ. Никахыбыҙҙы Өфөнөң Орджоникидзе районы ЗАГС-ында теркәнеләр. Ул саҡта ла фатир мәсьәләһе бик ҡыйын ине – ике йыл ярым ғына фатир­ға инеп йәшәнек, ә 15 йыл ғүмеребеҙ подвалда үтте. Шунда ике балабыҙ – улыбыҙ Илдар менән ҡыҙыбыҙ Нәйлә тыуҙы. Яратышып йәшәгәнгәме икән, газһыҙ, һыуһыҙ, уңайлыҡтары булмаған торлаҡта йәшәһәк тә, беҙҙең арала аңлашыу, бер-береңә ҡарата хөрмәт-ихтирам тигән нимә көслө булды. Шөкөр, аҙаҡ фатир ҙа бирҙеләр. Илле йыл ғүмеребеҙ күҙ асып йомған арала үткән дә киткән. Ярты быуат ғүмер йәшәлһә лә, хис-тойғоларыбыҙ бер ҙә уңмаған, һаман да йәш ваҡыттағыса – бер-беребеҙ өсөн өҙөлөп торабыҙ.
– Сая башҡорт ҡыҙы тәү күреүҙән үк күңелемде арбаны ла ҡуйҙы. Ныҡ яратҡанмындыр инде – ҡулын һораным, ә ул баш тартманы, – тип рәхәтләнеп көлдө ағай.
– Нәзиф бик сабыр, түҙемле кеше, күп һөйләргә яратмай. Донъя көткәндә был сифаттар бик кәрәк бит ул. Берәүең ут булғанда икенсең һыу булыу яҡшы, – тип тамамланы әңгәмәбеҙҙе Зәлиә апай.
– Беҙҙең ғаилә – интернациональ, – ти Нәзиф ағай. – Мин – Кушнаренко районы татары, Зәлиә – Ғафури башҡорто, киленебеҙ – белорус ҡатыш урыҫ...
Нәзиф ағайҙың был һүҙҙәре, ә балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ милләте буйынса кем һуң, тип һорарға мәжбүр итте.
– Беҙҙең балалар ҙа, ейәндәр ҙә өс телде лә бик яҡшы белә, – тип һүҙгә ҡушылды Зәлиә апай. – Ә балаларыбыҙ паспорт алғанда атайҙарына: «Атай, беҙ әсәйебеҙҙең милләтен алабыҙ», – тине. Эйе, беҙҙең ғаилә интернациональ, әммә башҡортлоҡ көслө ғаиләбеҙҙә.
Алтын туй тантанаһын билдәләүсе бәхетле һигеҙ парға ҡарап, дәүләтебеҙ ошондай татыу, матур ғаиләләре менән йәмле, тип әйтке килә.

Рәшиҙә ЙӘНСУРИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”