RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хуш киләһең, Яңы йыл

14.12.2010 Хуш киләһең, Яңы йыл

(ҡуян йылына арналған сценарий)
Хуш киләһең, Яңы йылЗал матур итеп биҙәлгән. Иң уртала күркәм шыршы.
Күңелле башҡорт бейеү көйө уйнала. Шул көйгә бейей-бейей төрлө кейем кейгән балалар сыға.
Улар сығып баҫҡас та, Төлкө һөйләнә-һөйләнә килә:
Гөрләп тора бында байрам,
Шатлана һәр береһе,
Эләкмәҫме миңә ҡуян,
Тәтәй түгел, тереһе?
И-их, мин уны
Ярата башлар инем,
Йылы йомшаҡ ҡына көйө
Ботарлап ташлар инем /ауыҙын ҡаплай, тирә-яғына ҡарана/.
Юҡ та, уны яратыр инем,
Өңөмә апҡайтыр инем.
Алып барыусы йүгереп килә. Төлкө апай, ни тураһында һөйләнеп килә инең ул?
Төлкө. Теге, ней, ҡуян күренмәнеме?
Алып барыусы. Әлләсе, мин күрмәнем. Бәлки, балалар күргәндер?
Балалар: Юҡ, күрмәнек.
Төлкө:
ҡуян күренһә, миңә әйтерһегеҙ,
мин уны яратам,
Хәттин ҡыҫып-ҡыҫып,
ҡала күрмәһен боҫоп.
Алып барыусы.
ҡарағыҙ, күпме ҡунаҡтар
Беҙҙең байрамға килгән,
Һәр береһе шундай матур,
Сағыу кейемдәр кейгән.
Беренсе бала.
Әйҙәгеҙ, түргә уҙығыҙ
Күркәм шыршы ҡырына,
Шатланһын урман ҡунағы
Балаларҙың йырына.
Икенсе бала.
ҡыш бабай ҙа, ҡарһылыу ҙа
Байрамға килер тиҙҙән.
Барыһы бергә.
Байрам мөбәрәге менән
Урындар булһын түрҙән!
Бүре килеп сыға.
Бүре. Бөгөн донъя мамыҡ ҡына –
Аҡҡош ҡағынғанмы ни,
ҡарҙар өҫтөбөҙгә ҡуна,
Беҙҙе һағынғанмы ни! /С. Муллабаев/.
Алып барыусы. Бүре ағай, түрҙән уҙ,
Бейе, йырҙарыңды һуҙ.
Төлкө. Байрамдың ҡыҙған мәлендә
И-их, ҡылый йылы алдынан,
Берәй ҡош-ҡортто ҡыҫайым, әтеү
Бүре олой ҡарында.
Балалар. Әйҙә, түрҙән уҙ, Төлкө,
Бында йыр, уйын, көлкө,
Бейеп ал күңел асып...
Төлкө. ҡуян китмәһен ҡасып!
Бүре. Хи-хи-хи, ҡасмаҫ,
Килә уның йылы бит,
Тәпәйҙәре йоп-йомшаҡ,
Күҙҙәре лә ҡылый бит.
ҡуян йылы тигәс тә,
Күңелдәр китте тулып.
Әйҙә, Төлкөбикә апай,
Алайыҡ бер аҙ олоп.
Икәүләшеп олойҙар. У-у-у! У-у-у! У-у-у!
Алып барыусы. ҡуйығыҙ әле, оломағыҙ. Әйҙәгеҙ, балалар менән бергә оломай ғына, ҡәҙерле ҡунаҡтар, шыршы тирәләй йырлап-бейеп алайыҡ.
«Аҡбуҙатта елдереп» /Сафуан Әлибай һүҙҙәренә С. Сәлмәнов көйө/ йыры башҡарыла.
Тек-тек итеп
сәғәт һуға,
Яңы йыл
килә икән,
Беҙгә бүләк
өләшергә,
ҡыш бабай елә
икән.
ҡыш бабай килә
икән,
ҡарһылыу көлә икән.
Беҙгә бүләк өләшергә
ҡыш бабай елә икән.
Аҡ бурандар саба ғына,
Юлдарында ҡар икән,
ҡыш бабайҙың,
ҡарһылыуҙың
Аҡбуҙаты бар икән.
ҡыш бабай килә икән,
ҡарһылыу көлә икән,
Беҙҙең һағынып көткәнде
Үҙҙәре белә икән.
/Ете бәрәсен эйәртеп, Кәзә килеп сыға. Бүре шатлыҡтан ҡулдарын ыуа-ыуа сәпәкәй итеп, олоп ебәрә/.
Бүре. У-у-у, о-о-о! Кәзә-кәзә-кәзәкәй,
Кәзә кейгән кәзәкей,
Кәзәкәйҙең кәзәкейе
Үҙенә бигерәк бәләкәй.
Билен дә быуған булған,
Кәпәс тә кейгән булған,
Кәпәсенең эсенә
ҡар бөртөктәре тулған.
Йомшаҡҡай бәрәстәре,
Тек-тек-тек итектәре,
ҡана, ҡосоп алайым,
Тотоп ҡына ҡарайым,
Ҙур тоғома һалайым
Берәй Кәзә малайын. /Бәрәстәрҙе баҫтыра башлай/.
Кәзә. Мәккә-кә, мәккә-кә,
Беҙ килгәйнек мәктәпкә,
Шыршылы ҙур байрамға,
Бейергә шат майҙанда.
Теймә бәрәстәремә,
Яндарына баҫма ла!
ҡосоп ҡына ҡарайым, тип,
Ауыҙыңды асма ла!
Малайҙарымды теҙеп,
Хәҙер ташларбыҙ һөҙөп.
Бүре /ҡурҡып/. Әстәғин, мин шаяртам!
Кәзә. Йөрөмә беҙҙең арттан!
/Шүрәле килеп сыға/
Шүрәле. Мин Шүрәле-Шүрәле,
Буй-һынымды күр әле,
Бармаҡтарым йылғырҙар,
Шаҡмаҡ күҙҙәр йылтырҙар,
Алартам күҙем менән,
Алдатам һүҙем менән,
Кети-кети ҡытыҡлап,
Алып китәм ҡултыҡлап,
ҡара урман-төпкөлгә,
Йәшәгең килһә, көлмә,
Әтеү ҡалаһың көлгә.
/Шүрәле балаларҙы баҫтырып ҡытыҡлай башлай/.
Алып барыусы. Туҡта, туған, Шүрәле,
Яңы йылды күр әле,
Уйна шыршы уратып,
Балаларҙы йырлатып,
Әйҙә бейе, баҫ әле,
Күңелдәрен ас әле!
/Музыка уйнай, Шүрәле бейей/.
/Албаҫты сыға. Таяҡҡа таянған, сәсе-башы туҙған. Ул таяғы менән төлкөгә төртөп-төртөп ала/.
Тынып ҡалған ҡышҡы урман,
Ағастар аҡ тун кейгән,
ҡуян эләкмәҫме, тиеп,
Төлкө байрамға килгән...
Төлкө. Юҡты һөйләмә, Албаҫты,
Күңел асырға килдем,
Шыршы байрамы барғанын
Мин әллә ҡасан белдем.
Балалар. Һаумы, Албаҫты инәй!
Алып барыусы. Имен-аман ғына килеп еттеңме, Албаҫты инәй? Бала-сағаларың, туған-тыумасаларың имен-аманмы?
Албаҫты. Имендәрме, амандармы, әллә яуыз-ямандармы, уныһын сүплектә бер убыр-шайтан ғына белә инде.
Шүрәле. Һин генә етмәгәйнең бында! Ғүмеремдә бер иркенләп рәхәтләнеп кеше ҡытыҡлап, балаларҙы ҡыҙыҡлап күңел асып алайым тиһәм, килеп тә еткәнсе, мынау!
Албаҫты /аптырап/. Ата-а-ҡ, ҡара һин уны! Минһеҙ, әйтмәй-нитмәй, кәңәшләшмәй байрам итеп яталарсы?!
Төлкө /уға зарланып/. Ай-бай, ҡалай шатланған булалар бит әле, эйеме?
Албаҫты. Ай-бай, Шүрәле,
ҡалай баҫа, күр әле,
Мин дә һинән ҡайтыш түгел,
Сүплектә мин түрә әле!
Алып барыусы. Әйҙәгеҙ, йырлайыҡ,
бергәләп
Йәшел шыршы тирәләп.
/Күмәк йыр/. ҡадир Даян һүҙҙәренә Рафиҡ Сәлмәнов ижад иткән «Тышта ҡар яуа» йыры.
Шүрәле.
Әйҙә әле, Албаҫты,
Минең бит йоҡо ҡасты,
ҡарһылыуҙы тотайыҡ,
Кети-кети ҡытыҡлайыҡ.
ҡыш бабай ҙа килмәһен,
Бүләктәрен бирмәһен,
Бүлешербеҙ уртаҡлап,
ҡаршылайыҡ юртаҡлап!
Албаҫты.
Мин риза, мин риза,
ҡыш бабайға булһын яза,
ҡышына килһен ҡаза,
Йәнем һөймәй шул бурандарын,
ҡар баҫҡан урамдарын,
Сүплекте ҡаплап ҡуя,
Бысраҡ эҙҙәрҙе юя.
/Албаҫты менән Шүрәле быш-быш һөйләшеп сығып китә. Сәпәкәй итә-итә тейендәр килеп сыға/.
Беренсе тейен.
Шыршы үҫә урманда,
Шыршылар бик күп унда,
Уйынсыҡтар эләм тип,
Һикереп йөрөй тейен дә.
Икенсе тейен. Беҙ яратҡан ҡыш бабай
Матур ғына, аҡ ҡына.
Бигерәк йомарт ҡыш бабай,
Өшөттөрә саҡ ҡына.
Өсөнсө тейен.
ҡарһылыу ҙа аҡ ҡына,
Баҫалыр йомшаҡ ҡына,
ҡыш бабай менән бергә
Байрам биҙәр саҡ ҡына.
Дүртенсе тейен.
Шаян бейеү көйөнә
Беҙ ҙә бергә баҫырбыҙ,
Йырлашып, шиғыр һөйләп,
Бергә күңел асырбыҙ! /Тейендәр бейей/.
Алып барыусы. Балалар, әйҙәгеҙ әле, әйҙәгеҙ, саҡырайыҡ ҡыш бабай менән ҡарһылыуҙы. Нишләп улар һаман килеп етмәй икән ул?
Балалар. А-һа-һай, ҡыш бабай! А-һа-һай, ҡарһылыу! Килегеҙ тиҙерәк! Беҙгә һеҙһеҙ күңелһеҙ!
/ҡыш бабай булып кейенгән Албаҫты, ҡарһылыу булып кейенгән Шүрәле килеп сыға/.
Албаҫты-бабай. Килә ятам бит һуң, эй, ошоларҙы, түҙмәҫтәр инде! /ҡыҙыл кәпәсе аҫтынан сәсе-башы туҙып тора/.
Балалар, мин – ҡыш бабай,
Яратың мине давай!
Йырлағыҙ ҙа бейегеҙ,
Матур булһын көйөгөҙ!
Миңә бирегеҙ бүләк,
Кәнфит яратам һәләк!
Алып барыусы. Һауғынаһығыҙмы, ҡарһылыу! Һаумы, ҡыш бабай! Нисек була һуң улай?
Күстәнәсте йыл һайын
Бабай, үҙең бирәһең,
Уның йолаһы шулай!
Балалар. Әйҙәгеҙ, ҡыш бабайҙы бер бейетеп алайыҡ әле.
/Таҡмаҡ әйтәләр/.
Һары япраҡтар ҡойолдо,
Аҡ ҡар менән ҡыш етте,
ҡыш бабайҙы тыпырлатып
Беҙҙең көйҙәр бейетте.
/ҡыш бабай – албаҫты бейегәндә кәпәсе төшөп сәсе туҙып китә. Ул иҙәнгә төшкән кәпәсен алып ҡаса/.
Беренсе бала.
Албаҫты, Албаҫты,
Кәпәсен алып ҡасты.
Икенсе бала /Шүрәлегә/. Әйҙә әле, ҡарһылыу, матур итеп баҫ, һылыу!
Шүрәле-ҡарһылыу.
Кети-кети, мин – һылыу,
Исемем дә ҡарһылыу,
Һеҙҙең байрамға килеп
Төрлө яуыз /ауыҙын баҫа/ әй,
әттәгенәһе,
Төрлө изгелек ҡылыу. /Оҙон бармаҡтарын тырпайтып, балаларҙы баҫтыра башлай/.
Алып барыусы. Балалар, был аҫыл зат, ысынлап та, ҡарһылыумы икән?
Балалар. Түгел!
Шүрәле. Тимәк, миңә ышан­майһығыҙ инде? Әләй­һәң, мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, шуны сисһәгеҙ, ҡарһылыу менән ҡыш бабайығыҙ килеп етер. Бына ниндәй ете йомаҡ:
Тау-тау булып өйөлдө,
Яҙ килгәнгә көйөндө,
Йырғанаҡ булып аҡты,
Ергә һеңде лә батты,
Шунда уҡ үлән ҡалҡты.
Балалар. ҡар, ҡар.
Шүрәле.
Йомшаҡ ҡына, аҡ ҡына,
Сана шыуыр саҡ ҡына,
Урамда оҙаҡ йөрөһәң,
Битте семтей саҡ ҡына.
Һыуыҡлығы көйҙөрә,
Бейәләйҙәр кейҙерә,
Тик ятмай ул гел генә.
Исеме уның нимә?
Балалар. ҡар, ҡар.
Шүрәле.
Бабайым килә ҡағынып,
Аҡ толобон ябынып.
Был кем була инде?
Балалар. ҡыш була.
Шүрәле. Йәй ҙә егет, ҡыш та егет,
Йөрөй йәшел кейем кейеп.
Балалар. Шыршы, йәшел шыршы.
Шүрәле. Ишектән инә, түргә уҙа,
ҡулһыҙ һүрәт төшөрә,
Телһеҙ тешләй.
Балалар. Һалҡын була был.
Шүрәле. Дөп-дөрөҫ. Утта янмай, һыуҙа
батмай,
Тышта таш була.
Өйгә инһә, һыу була.
Балалар. Боҙ, боҙ. Эйеме?
Шүрәле.
Тәҙрәгә мөғжизәле
Үлән, япраҡ төшөрә,
Буран ыжғырып торғанда
Йәйҙе иҫкә төшөрә.
Уның исеме ябай...
Балалар. Был бит беҙҙең ҡыш бабай.
Шүрәле. Һай, афарин балалар икәнһегеҙ ҙә. ҡуй инде, ҡороғорҙар! Бөтә йомаҡҡа яуап тапты ла бөттөләрсе. Йә, инде, саҡырығыҙ шул яратҡан бабайығыҙҙы.
Балалар. ҡыш бабай! ҡарһылыу, һеҙ ҡайҙа?
/ҡыңғырау тауышы ишетелә/.
Бөтәһе бергә.
Ау, ҡыш бабай!
Күк бүрегә ултырып ел,
Кил инде байрамға, кил!
/ҡыш бабай килеп инә. Уны өҫтөндә аҡ елән, еләнгә алты, һигеҙ мөйөшлө ҡыҙыл йондоҙҙар сигелгән, башында ҡамсат бүрек/.
ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ, балалар! Һаумыһығыҙ, ата-әсәләр! Һауғынамы, Шүрәле ҡорҙаш!
Шүрәле. Һау, һау! Рәхәтләнеп бала-сағаны ҡытыҡларға ла өлгөрә алманым. Мынау суҡынмышы килде лә еттесе.
ҡыш бабай. Тауҙар һәм урмандар аша
Һеҙгә ашҡынып килдем,
Байрамға һуңламайым,
тип,
Күк бүрелә мин елдем.
Мәғрур Ирәмәл тауында,
Уралымда төйәгем,
Һәр үҫемлеге ҡәҙерле,
Яратам һәр кейеген.
Һаумыһығыҙ, ололар!
Сәләм һеҙгә, балалар!
Һаумыһығыҙ, ҡош-ҡорттар,
Һыуһылыуҙар, аҡҡоштар,
Гүзәл ҡар бөртөктәре,
Клоундар, эт, ҡуяндар.
Байрамыбыҙҙы биҙәп
Матур шыршы ҡуйғандар.
Һеҙҙең менән бергә-бергә
Күңелдәр күтәрелһен,
Байрамыбыҙ һәр ерҙә лә
Тик күркәм үткәрелһен!
Барыһы бергә. Амин, шулай ғына була күрһен!
Алып барыусы. Бына, ҡыш бабай, балалар күп итеп шиғыр, йыр-бейеү әҙерләне.
ҡыш бабай. Шулаймы ни? Әйҙәгеҙ әле, тыңлап-күреп ҡалайыҡ. Оҫта башҡарыу­сыларға күстәнәстәрем дә күп кенә. /Сәпәкәй итә/. Айыуҙар, минең һандығымды индерегеҙ әле. /Ике айыу һандыҡ индерә. Артабан балаларҙың сығышы. Балаларҙың сығыштары тамамла­ныу­ға залда ыҙғыш-талаш, шау-шыу башлана/.
Шүрәле. Мин асыҡтым! Мин талсыҡтым! Мин хәҙер берәүҙе тотоп ҡытыҡлайым /балаларҙы баҫтыра башлай/.
ҡыш бабай.
ҡайҙа барма, балҡып тора,
Көлөп тора шыршылар,
Шыршы байрамына килгән
Бейеүселәр, йырсылар.
Айыуҙар килгән, бүреләр,
Төлкө, бурһыҡ, тейендәр...
Минең дуҫтарым бит шулай
Хатта матур кейенгән.
Алып барыусы.
Гармунсы, уйна гармунда,
Бейеһендәр беҙҙең менән
ҡыш бабай ҙа, Шүрәле,
Нисек оҫта баҫа улар,
Тыпыр-тыпыр, күр әле.
/Гармунсы уйнай, ҡыш бабай менән Шүрәле бейей/.
ҡыш бабай. Уф, арыным, хәлем бөттө, ҡартаямдыр, ахырыһы, ҡайҙа әле минең ҡар бөртөктәрем? Бейеп, әҙерәк еләҫлек бөркһөндәр ине.
1-се ҡар бөртөгө.
Беҙ тыуҙыҡ зәңгәр күктә,
ҡар болото – әсәбеҙ.
2-се ҡар бөртөгө.
Беҙ – аҡ мамыҡ, аҡ йондоҙ,
Ергә йәм-нур сәсәбеҙ.
3-сө ҡар бөртөгө.
Күңелсәк беҙ, шаян беҙ,
4-се ҡар бөртөгө.
Ел бер өрһә, шул етә:
Аҫҡа төшөрмәй юрый,
Әллә күпме бейетә.
5-се ҡар бөртөгө.
Өшөмәһен Ер-әсә,
6-сы ҡар бөртөгө.
Мамыҡ юрған ябабыҙ,
7-се ҡар бөртөгө.
Яҙҙар еткәс, тауҙарҙан
Йырлай-йырлай сабабыҙ. /Фәүзиә Рәхимғолова шиғыры/. /ҡар бөртөктәре әкрен генә вальсҡа әйләнеп бейей/.
Алып барыусы.
Беҙҙең һылыу ҡарһылыу
Бына хәҙер килеп етер,
Әйҙәгеҙ, бер йырлайыҡ,
Ул юлын тиҙерәк үтер.
/Башҡорт халыҡ йыры «Аҡ ҡуян» башҡарыла./
Аҡ ҡуяндың балаҡайы
Мамыҡ ҡына була икән.
ҡушымта.
Тая-тәти-рәтирәм,
Балаларҙың уйындары
Зауыҡ ҡына була икән.
ҡушымта.
Шылтыр-шылтыр эләйек тә
Шылтыратып кейәйек.
ҡушымта.
Әйҙә, дуҫтар, бергәләшеп
Уйнайыҡ та көләйек.
/ҡарһылыу сыға/.
Балалар. Һаумы, һаумы, ҡарһылыу!
Барса халыҡ. Һаумы, ҡарһылыу!
ҡарһылыу. Һаумыһығыҙ, дуҫтар, туғандар! Һаумы, олатай! Һаумы, Шүрәле олатай!
Байрамға килгән саҡта ни хикмәт менәндер таш һымаҡ ҡаттым да ҡалдымсы! Алға ла атлай алмайым, артҡа ла сигенеп булмай. ҡар бөртөктәрем дә әллә ҡайҙа юҡ булды ла ҡуйҙысы. Шунан алыҫтан «Аҡ ҡуян» тигән ауаз яңғырап, йылы, рәхәт булып йомшарҙым да, күк боланым менән елеп килеп тә еттем.
ҡыш бабай. Әләйһәң, тағы ла шиғыр-йырҙар башҡарығыҙ әле, балалар, ейәнсәремә тағы ла рәхәтерәк булһын.
Алып барыусы. Әйҙә, олатай, ейәнсәрең менән бергә үҙең дә бергә баҫ әле, күңелдәрең ас әле. /Күмәк бейеү/.
/Абдулхаҡ Игебаев шиғыры/
Беренсе бала.
Күпте күргән, күп белгән
Йөҙ йәшәр сал ҡыш бабай,
Ахыры, һинең ҡулдарың
Бер ҙә эштән бушамай.
Икенсе бала.
Мин йоҡонан тороуға
Көрт тауҙары өйәһең,
Ел атыңа атланып,
Аҙмы ерҙәр
гиҙәһең.
Өсөнсө бала.
Рәсемдәр
төшөрәһең
Тәҙрәләргә көн
һайын.
Һинән дә оҫта
рәссам
Юҡтыр ҙа ул,
моғайын.
Дүртенсе бала.
ҡыш бабай,
нисек итеп
Яһайһың төрлө
һүрәт?
Беҙҙе лә үҙең
һымаҡ
Рәссам булырға
өйрәт!
ҡыш бабай. Ярай, балалар. Мәктәптә тырышып уҡыһағыҙ, барыһына ла өйрәнерһегеҙ.
/Һикерәнләп ҡуян килеп сыға/.
ҡыш бабай /уны күтәреп ала/. Һау­мы, һаумы, шуҡ ма­лай, ифрат етеҙһең ҡалай. Һинең менән ергә именлек кил­һен! Шатлыҡ-бәхеттәр, изге теләктәр тормошҡа ашһын! Төклө аяғың менән!
Балалар. Һаумы, һаумы, Яңы йыл – ҡуян йылы! Дуҫлыҡ, туғанлыҡ йылы!
Алып барыусы.
Туҡта, туҡта!
Елдәй елә,
Осҡон сәсеп, дан малай!
Күҙҙәре йондоҙҙай балҡып
Яналар уның ҡалай?!
Ул – Яңы йыл! Әйҙә, әйҙә,
Алдарыңда яҡты юл,
Көттөк беҙ һине ашҡынып,
Булырһың иң яҡшы йыл.
/Фәүзиә Рәхимғолова шиғыры/.
ҡуян. Мин – Яңы йыл, Яңы йыл,
Һыйым мул – күп кишерем,
Кишерҙән мин тәмлекәстәр
ҡунаҡтарға бешерҙем.
Тейен, тумыртҡа, һайыҫҡан
Тоғро минең дуҫтарым,
Дуҫтар менән күңелле
Йәйҙәрен һәм ҡыштарын.
Дуҫтар менән хатта йөҙ йыл
Йәшәргә лә сама бар,
Бүренән дә ҡурҡмайым мин,
Йәшерә лә ҡуя ҡар.
Бүре. Йәшереп ҡуймаһын әле,
Минең күҙҙәрем осло,
Тәпәйҙәрем ныҡлы-көслө,
Үҙем, һай, үткер тешле!
ҡуян.
Мин һис тә ҡурҡаҡ түгел,
Элек тә батыр инем,
ҡурҡаҡ булһам, Яңы йылды
Башламай ҡасыр инем.
/Абдулхаҡ Игебаев шиғыры/.
ҡуян.
ҡолағым ҡарпыш, ҡылыйҙыр күҙем,
Әммә белегеҙ:
ҡыйыумын үҙем!
«ҡурҡаҡ ҡуян», – тип
Әйтәләр юҡҡа...
Кәрәк икән мин
Керермен утҡа!
Алып барыусы. «ҡуян йылы».­ /Сафуан Әлибаев шиғыры/.
Өйрәнелеп киткән йөрөүҙәре
Ғорур ғына
Барыҫ юлынан.
Аяҡ баҫырға ла ҡыймай торҙом
Елеп килгән
ҡуян йылына.
ҡарһылыу. Улай тиһәң, килгән, киткән
йылдар
Бер-беренә игеҙ,
Оҡшаштар:
Күперелеп ята юлдарымда
Аҡ ҡуяндай ап-аҡ йомшаҡ ҡар.
ҡыш бабай.
ҡуян йылы
Ап-аҡ ҡар сафлығын
Уй-хистәргә һипһен ҡәҙерләп;
Күперелеп ятҡан аҡ мамыҡтың
Йомшаҡлығы күсһен бәғергә.
Алып барыусы.
Ошо йылда беҙгә һеңеп ҡалһын
Аҡ ҡуяндан нәфис етеҙлек.
Шул етеҙлек етһен иң-иң изге
Хыялдарға барып етерлек!
ҡарһылыу.
Аяҡтарға ҡуян ныҡлыҡ бирһен –
Булһаҡ ине
ҡуян йылында ла,
Барыҫ һымаҡ оло
теләкле,
Тик дошмандар ғына
ҡалһын булып
Элеккесә ҡуян йөрәкле!..










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”