RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тарих – аныҡ фән ул

27.11.2010 Тарих – аныҡ фән ул

Тарих менән барыһы ла ҡыҙыҡһына. Бер аҙ тарихи әҫәрҙәр уҡыған бәғзе берәүҙәр үҙен профессиональ тарихсы итеп хис итә башлай. Шуның арҡаһында тарих фәнендә, тарихи әҙәбиәттә дилетантлыҡ өҫтөнлөк ала. Халыҡ математик (академик) Анатолий Фоменконың тарихтың «Яңы хронология»һын бөйөк тарихсы Василий Ключевскийҙың йәки хәҙерге заман мәшһүр тарихсыһы Валентин Яниндың (бәғзе берәүҙәр уны белмәй ҙә!) китаптарынан артығыраҡ күрә. Атаҡлы офтальмолог Эрнст Мулдашев (үҙ өлкәһендә – гений!) Башҡортостанда ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙә, бер ниндәй ҙә ысын тарихи дәлил ҡулланмайынса, кешелектең «яңы» тарихын асыуы менән тарихи яҡтан наҙан халыҡтың кумирына әйләнде. Хатта минең студенттарым да «Ниндәй күренекле башҡорт тарихсыһын беләһегеҙ?» тигән һорауға «Мулдашев» тип яуаплағаны бар. Көлкө лә бит...
Ысынбарлыҡта иһә, тарих фәне, математика ғилеме кеүек үк, аныҡ фән. Уның менән ысын мәғәнәһендә профессиональ белемле, уҡымышлы кешеләр генә шөғөлләнергә тейеш. Фәнде бер ваҡытта ла дилетанттар үҫтермәгән. Университет­тар, тикшеренеү институттары булмаған борон замандарҙа ла тарихты бик талантлы, фәнгә һәләтле үҙешмәкәр инсандар яҙған да баһа.
Беҙҙең илдә тарих фәненең мөшкөллөгө ысын тарихсыларға юл бирмәүҙә. Совет осоронда партиялыҡ тарих фәнен быуһа, хәҙерге заманда («демократия» хакимлығында, йәнәһе) уға финанс аша ҡамасаулыҡ яһайҙар. Кемдең аҡсаһы бар, шул тарих фәнендә баш! Көнө буйы архивтарҙа, китапханаларҙа, төнө буйы өҫтәл артында китаптар, ҡульяҙмалар менән эшләүсе, йәй буйы ҡырҙа археологик ҡаҙыныу менән шөғөлләнеүсе тарихсының ҡайҙан аҡсаһы булһын ти. Ысын фән эшмәкәре беҙҙең илдә пролетарий ул!
Ә бына Көнбайышта тарих фәненә заманса мөнәсәбәт бар. Раҫ, унда тарих йәмғиәттә беҙҙәге кеүек мөһим урын алып тормай. Көнбайыш илдәрендә тарихҡа ифрат прагматик ҡараш, шуның өсөн унда үткән тарихи ваҡиғаларға, тарихи шәхестәргә бик тыныс, эмоцияһыҙ ҡарайҙар. Иң мөһиме – тарихсы дөрөҫтө яҙырға тейеш. Әгәр ул йәмғиәткә, хөкүмәткә ялған текст яҙа икән, был фән эшмәкәре уларға зыян килтерә һәм ғүмерлеккә абруйын юғалта. Башҡа юҫыҡта эшләһен, сауҙала йәки бизнеста – унда ялғанлау профессиональ талаптарҙың береһе тип, уны тарихсылар араһынан ҡыуалар. Ә беҙҙә тарихты боҙоу – ғәҙәти һөнәр. Хатта илдең хакимиәт даирәләре лә быға борсолоп, ниһайәт, ниндәйҙер саралар күрә башланылар шикелле. Күҙ теймәһен...
Иҫ китмәле: Америка ҡушма Штаттарында иҡтисад тарихсылары Роберт Фогель һәм Дуглас Норт Нобель премияһына лайыҡ булды. Ғөмүмән, тарих фәне буйынса ундай премия юҡ. Улар Нобель премияһын иҡтисад фәне буйынса алды. Был ғалимдар Американың ҡол биләүселек тарихын ентекләп, заманса ысулдар, атап әйткәндә, математика, һан ысулдарын ҡулланып яҙҙы һәм үҙ йәмғиәтенең был иң сетерекле мәсьәләһенә нөктә ҡуйҙы. Хәҙер инде АҡШ-та был өс томлы әҫәр бигерәк тә ҡара тәнле ҡолдарҙың вариҫтары араһында бестселлер һанала. Сөнки тарихи дөрөҫлөк улар­ҙың хәҙерге демографик азатлыҡтарына һәм хоҡуҡтарына хеҙмәт итә һәм мәңгелек гарантия булып тора.
Ә беҙҙә крепостнойлыҡ хоҡуғы тарихын кем яҙыр? Нобель премияһына лайыҡ булмаһа-булмаһын, ләкин тулыһынса, хәҙерге фәнни ысулдарҙы ҡулланып, шундай иҡтисади, ижтимағи тикшеренеүҙәр үткәреп, беҙҙең йәмғиәттәге золмәт-ҡоллоҡтоң, крепостнойлыҡтың генезисы, тәбиғи-тарихи асылы, йәшәйеше, формаль рәүештә генә юҡҡа сығарылышы тарихын яҙһалар ине. Бәлки, беҙҙең илдә лә демократик азатлыҡ, шәхес хоҡуҡтары, һүҙ иреклеге нығыныр, йәмғиәтебеҙҙә халыҡтарыбыҙҙың рухи һәм йола хөрәфәттәре, архаик традициялары, крепостнойлыҡ, ҡоллоҡ менталитеты, ниһайәт, тарихта ғына тороп ҡалыр ине.

Рияз МӘСӘЛИМ.
Бөрө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”