RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә 29 ноябрь-5 декабрь

27.11.2010 Йондоҙнамә 29 ноябрь-5 декабрь

Ылаҡ (22. 12 – 20. 01)

Иң мөһим мәсьәләләрҙе аҙнаның тәүге көнөнә тәғәйенләргә тырышығыҙ. ҡағыҙ­ҙар менән бәйле эштәрҙә һәр саҡ иғтибарлы булығыҙ. Кесе йомала бик файҙалы аралашыуҙар көтөлә. Ижади эшмәкәрлектә уңыштар булыуы ихтимал.
Һыуғояр (21. 01 – 19. 02)

Аҙна күңелле үтер. Төрлө ваҡиғалар арҡаһында ҡай- саҡ көн тәртибенең боҙолоуы ла бар. Ғөмүмән, был яҡшыға булыр. Сығымдарығыҙҙы килемдәрегеҙ менән яраштыра алһағыҙ, осорҙо тыныс тамам­ларһығыҙ.
Балыҡ (20. 02 – 20. 03)

Был көндәрҙе йорт эштәренә бағышлауығыҙ дөрөҫөрәк. ҡәҙимге тормошоғоҙға ниндәйҙер яңылыҡ индерә алырһығыҙ. Аҙна барышында ярҙам һорағандарҙы рәнйетмәгеҙ, аҙаҡ үкенерһегеҙ.
ҡуҙы (21. 03 – 20. 04)

Аҙна барышындағы ваҡи­ға­лар яҡын киләсәккә маҡсаттарығыҙҙы асыҡларға ярҙам итер. ҡайһы бер эштәрҙе бер аҙға ситкәрәк ҡуйып торорға ла тура килер, бәлки. Был арала яҡшы таныш эштәр генә һәйбәт барыр, моғайын.
Буға (21. 04 – 21. 05)

Йыш ҡына күптән онотол­ған мәсьәләгә ҡат-ҡат яңынан әйләнеп ҡайтырға тура килер. Был хәлгә тулыһынса үҙегеҙ генә ғәйепле. Йомала йорт хай­уандарына ҡарата иғтибарлы булы­ғыҙ. Уларҙың һеҙгә ҡарашы кешеләр­ҙең мөнәсәбәтен асыҡ күрһәтер.
Игеҙәктәр (22. 05 – 21. 06)

Осорҙо бик әүҙем үткә­рер­һегеҙ, ҙур эштәр тура­­һын­да уйларһығыҙ. Үкенескә кү­рә, йыш ҡына иғтибарығыҙҙы ваҡ мәсьәләләргә бүлергә мәжбүр бу­лырһығыҙ. Кесе йомала элек ебәргән хатаны төҙәтергә лә кәрәк булыр.
ҡыҫала (22. 06 – 23. 07)

Был арала бер ниндәй ҙә дәғүәгә инергә кәңәш ителмәй. Кешеләр менән аралашыу һеҙҙән үтә иғтибарлылыҡ һәм сыҙамлыҡ талап итер. Яратҡан кешегеҙ менән арағыҙҙың ваҡытлыса һыуынып китеүе бар.
Арыҫлан (24. 07 – 23. 08)

Төрлө мәшәҡәттәргә бай аҙна. Был арала элек булышмаған эштәр менән шөғөлләнергә тура килер кеүек. Шулай ҙа белемегеҙҙе күпкә тәрәнәйтә алырһығыҙ. Кесе йомала янығыҙҙағы кешеләр менән уртаҡ тел табыуы ауырайыр.
ҡыҙ (24. 08 – 23. 09)

Алдан күрә белеү һәләтегеҙ көсәйер. Дуҫтарығыҙ һәм дошмандарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе бер аҙ асыҡлай алырһығыҙ. Йомала көтөлмәгән хәлдәр күбәйер. Ләкин уларға бирешмәҫһегеҙ, моғайын.

Үлсәү (24. 09 – 23. 10)

Хәлегеҙ ауырлашыуына ҡарамаҫтан (бигерәк тә шаршамбыла, кесе йомала), өмөтөгөҙҙө юғалтмағыҙ. Уңышҡа өлгәшер өсөн байтаҡ тырышлыҡ күрһәтергә тура килер. Йомаға тәғәйенләнгән сараларҙың үтәлмәүе ихтимал.
Саян (24. 10 – 22. 11)

Төп маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты килеп етте, буғай. Баштан уҡ етди һынауҙарҙы үтергә әҙер булығыҙ. Кесе йомала һис тә уйламаған ерҙән килем алырһығыҙ, моғайын.
Уҡсы (23. 11 – 21. 12)

Аҙна өмөтлө һөйләшеүҙәр, ыңғай яңылыҡтар менән башланыр. Шар­шамбынан һуң кире хәлдәр күбәйер һымаҡ. Көтөлмәгән ваҡиғалар булыуы ихтимал, ваҡытығыҙ ҙа етмәйәсәк. Иң мөһиме – ашығып эш итмәгеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”