«Йәшлек» гәзите » Иман » Беренсе мөфтөй – атйетәрҙәрҙеңғорурлығы



25.10.2013 Беренсе мөфтөй – атйетәрҙәрҙеңғорурлығы

Беренсе мөфтөй – атйетәрҙәрҙеңғорурлығы
ХVII – XVIII быуаттарҙа Волга буйында йыш тоҡанып торған ихтилалдар Рәсәй дәүләтселегенә хәүеф менән янай. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең ил Төркиә менән һуғыштар алып бара. Шуға ла батша власы илдә берҙәм мосолман идаралығы – Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты ойоштороп, мосолман йәмғиәтенә иғтибарын һәм мөнәсәбәтен үҙгәртә. Идаралыҡтың тәүге етәксеһе итеп Ҡырмыҫҡалы районынан сауҙагәр, эре алпауыт Мөхәмәтйән Хөсәйенов тәғәйенләнә. Ул Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй империяһы сәйәсәтен Көнсығышта һәм Кавказда бойомға ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша, үҙ-ара дини, мәҙәни мөнәсәбәттәр үҫешенә ҙур өлөш индерә.
Ҡырмыҫҡалылар үҙҙәренең танылған шәхестәренең исемен ҡәҙерләп һаҡлай. Беренсе мөфтөй үҙенең тыуған ауылы Атйетәрҙә ерләнгән.
Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының юбилейына килгән ҡунаҡтар ҙа дин әһеленең ҡәберенә зыярат ҡылды. Уның яҡты рухына бағышлап аяттар уҡылды.
З. йәһүҙина.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға