«Йәшлек» гәзите » Иман » Фәнилдең тормошҡа ашҡан хыялы



04.10.2013 Фәнилдең тормошҡа ашҡан хыялы

Фәнилдең тормошҡа ашҡан хыялыАуылдашыбыҙ Фәнил мулләхмәт улы Мауҡаев башлап ебәргән изге эш, ниһайәт, тормошҡа ашты
Бынан күп йылдар элек беҙҙең Федоровка районының Оло Сытырман ауылында мәсет булған. Совет власы йылдарында иман йортоноң манараһы бәреп төшөрөлә, мәсеткә йөрөгән уҡымышлы ҡарттарҙың береһе – Садиҡ Иҫәнғоловты ғаиләһе менән Нуриман районына ҡыуып ебәрәләр. Күпмелер ваҡыт үткәндән һуң бөтөрөлгән мәсет мәктәпкә әйләндерелә. Һуңынан был бина клуб, балалар баҡсаһы ролен үтәй. Аҙаҡҡа табан элекке иман йорто, бикле торғас, емерелә башланы. Быны күреп күңеле әрнеп йөрөгән Фәнил Мауҡаев ташландыҡ өйҙө мәсет итеү фекерен ауылдаштарына еткергәндән һуң ремонт эштәре башланды. Бының өсөн күп аҡса һәм хеҙмәт талап ителде. Ауылдаштарға рәхмәт, ҡалала йәшәгәндәре лә ситтә ҡалманы. Аҡсалата ла, төҙөлөш эштәрендә лә кем нисек булдыра ала, шулай ярҙам итте. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Мәсетте тергеҙеүҙә ярҙам иткән Батыр ауылынан улдары Илмир һәм Илһам менән Хәлим Багаевҡа, ауылдаштарыбыҙ – Мәләүез баҙары директоры Марат Вәлиевҡа, Хәлил Ильясовҡа һәм уның улы Рәмилгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Шамил Иҫәнғолов, Ғәлим Булатов, Рәмил Мауҡаев, Татарстанда йәшәүсе Йәлил Ильясовты, ауылда хеҙмәт дәрестәрен алып барыусы оҫта ҡуллы Талха Әхмәровты айырым атап үтке килә.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, мәктәп, медпункт, балалар баҡсаһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең башҡарған эштәре лә баһалап бөткөһөҙ. Мәсет асыу тантанаһына баш ҡалабыҙҙан мәртәбәле ҡунаҡтар, райондың бар имамдары, күрше ауылда йәшәүселәр ҙә килгәйне.
Иман йорто асылыуы менән тәбрикләп: «Рәхмәт һеҙгә, ауылдаштар. Һеҙҙең ярҙам менән хыялдар тормошҡа ашты. Мәсет – ул гонаһтарҙан арына торған изге йорт. Ауылда иман йорто асылыуы айыҡ тормошҡа йәнә бер аҙым булһын ине», – тине Фәнил Мауҡаев.
Өйлә намаҙын уҡығандан һуң ҡунаҡтар тирмә эсендә ҡорбан итенән, ауылдаштар бешереп алып килгән ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Ауыл халҡы, олоһонан кесеһенә тиклем, тыштағы өҫтәл артында урын алды. Йәш килендәр ҡаҙан, самауыр эргәһендә булышты.
Мәсет асылыу тантанаһына бәләкәй генә концерт программаһы ла әҙерләнгәйне.
Шулай итеп, районыбыҙҙа тағы ла бер иман йорто ҡалҡып сыҡты. Ауылдың уртаһында манараһы күккә ашып, үҙенә ылыҡтырып торған мәсеттән халыҡ кискә табан ғына таралышты. Күңел ҡылдарына үтеп ингән аҙан тауышы тирә-яҡты сафлыҡҡа, паклыҡҡа әйҙәп, ап-аҡ томан төҫлө ауыл өҫтөнә таралды һәм, әйтерһең дә, ошо тауышты Алла үҙе ишетте, йәшенләп-күкрәп оҙаҡ көттөргән ямғыр яуып үтте.

Рәйсә АТАНҒОЛОВА.
Федоровка районы,
Оло Сытырман ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға