«Йәшлек» гәзите » Иман » Хәләл ризыҡ хаҡында Хәҙистәр



22.01.2013 Хәләл ризыҡ хаҡында Хәҙистәр

Тыйылмаған йәиһә исламиәттә рөхсәт ителгән ризыҡтар хәләл һанала. Был йәһәттән бәйғәмбәребеҙ түбәндәгеләрҙе бойорҙо.
Доғаның ҡабул булыуы өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ.
Бер кеше һис хәрәм ҡатнаштырмайынса ҡырҡ көн хәләл ризыҡ ашаһа, Аллаһы Тәғәлә уның күңелен нур менән тултырыр. Йөрәгенән йылғалар кеүек хикмәт, файҙалы ғилем ағыҙыр, күңеленә донъяға мөхәббәт килтерер.
Аллаһы Тәғәләгә итәғәт итеү бер хазинаға оҡшар. Был хазинаның асҡысы – доға, асҡыстың тештәре иһә хәләл ризыҡтыр.
Һәр көн хәләл байлыҡ менән алыш-биреш итеү төндәрҙе – ғибәҙәт, көндәрҙе ураҙа менән үткәреүҙән хәйерлелер.
Хәләл булмаған ризыҡ ашаған кешелә Аллаһы Тәғәләгә итәғәт итеү көсө лә булмаҫ, хәләл ризыҡ ашаған кешелә Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында тәкәбберлек һис булмаҫ.
Хәләл булмаған ризыҡ ашағандарҙың ете ағзаһы, теләһә-теләмәһә лә, гонаһ эшләр. Хәләл ризыҡ ашағандар­ҙың һәр ағзаһы ғибәҙәт итер. Ундай кешегә изге эштәр эшләү рәхәтлек һәм ләззәт бирер.
Беҙҙең ғүмер юлыбыҙҙа ҡулдарыбыҙ хәләл эштә, күңелебеҙ иһә Аллаһы Тәғәләләлер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға