«Йәшлек» гәзите » Иман » Мосолмандар өсөн яңы телеканал



24.07.2012 Мосолмандар өсөн яңы телеканал

«Аль-РТВ» тигән мосолмандар тураһында һәм улар өсөн дөйөм Рәсәй телеканалы федераль власть органдары ярҙамында ҙур мосолман ойошмалары етәкселәре башланғысы менән булдырылды.
Ул Ураҙа байрамы көнө – 2012 йылдың 19 авгусында эшләй башлаясаҡ. Телеканал Баш­ҡортостан, Татарстан һәм Кавказдың алты республикаһында тәүлегенә 24 сәғәт эшләйәсәк. Тапшырыуҙарҙы «Триколор ТВ» юлдаш телевидениеһы булған республика халҡы ҡарай аласаҡ.
Канал эшмәкәрлеге йәмәғәт телевидениеһы принциптарына ҡороласаҡ, телекомпания эшмәкәрлегенә бәйле барлыҡ ҡарарҙар Йәмәғәт советында ҡабул ителәсәк. Башҡортостан исеменән был Йәмәғәт советына БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков инде.
«Аль-РТВ»-ның төп маҡсаты – киң йәмәғәтселеккә ислам дине нигеҙҙәрен күрһәтеү, диндең татыулыҡ, үҙ-ара ихтирам һәм аңлашыу принциптарына ҡорол­ған булыуына барыһын да инандырыу.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға