«Йәшлек» гәзите » Иман » Мәсет төҙөлөп бөтөргә тейеш



20.07.2012 Мәсет төҙөлөп бөтөргә тейеш

Мәсет төҙөлөп бөтөргә тейеш
Баш ҡалабыҙҙың Салауат Юлаев проспектында бынан алты йыл самаһы элек нигеҙ һалынған мәсет һаман төҙөлөп бөтмәйенсә ултыра. Ниәт буйынса төбәктә генә түгел, ә Рәсәйҙә лә иң күркәм ғибәҙәтханаларҙан һаналасаҡ был йорт, тип уға тәүге нигеҙ ташы һалғанда уҡ күп һөйләнеләр. Өфө мосолмандары, шулай уҡ республика халҡы ла ошо күркәм бинаның ишектәре асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә.
Мәсет яҡын йылдарҙа төҙөлөп бөтөргә тейеш, тип билдәләнеләр Хөкүмәт йортонда үткән кәңәшмәлә. Проблемалы төҙөлөш өсөн Башҡортостан етәкселеге лә борсола. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов алып барған һөйләшеүҙә төҙөлөш эштәрен күҙәтеүҙә тотоусы махсус фонд булдырырға, мәсеттең проектын яңынан ҡарар­ға (юғиһә элекке раҫланған проект ислам ҡанундарына бигүк тура килмәй, тигән фекерҙәр ҙә бар), эш планын аныҡларға ҡарар ителде.
Белеүегеҙсә, дин дәүләттән айырылған һәм бюджет был төҙөлөшкә аҡса бүлә алмай, шунлыҡтан барлыҡ дини йорттар хәйриә средстволарына төҙөлә. Әлеге мәсеткә йүнәлтелгән яҡынса 400 миллион һум аҡса үҙләштерелгән. Йыйыл­ған аҡсаның бер өлөшө ҡайҙалыр юғалған, йәғни “һулға” киткән, тигән һүҙ буйынса ла бәхәстәр ҡупҡайны. Мәсет – һәр мосолмандың изге йорто, уның тирәләй ниндәйҙер ғәҙелһеҙлектәр ишетелеүе лә хәүефкә һала.
Бөгөн “ҡатып ҡалған” төҙөлөш өсөн, дөйөм алғанда, йәнә лә бер миллиард 400 миллион һум аҡса кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға