«Йәшлек» гәзите » Иман » Изге кисте доғалар менән үткәрегеҙ



03.07.2012 Изге кисте доғалар менән үткәрегеҙ

4 июль – Бәраәт кисе. Шәғбандың 15-се көнө алдынан мосолмандар үҙҙәре өсөн һәм әруахтар рухына бағышлап, Аллаһы Тәғәләнән ярлыҡау һорап доғалар, «Йәсин» сүрәһен уҡып, мәрхүмдәрҙе иҫкә ала.
Аллаһы Тәғәлә йылына бер мәртәбә, тап ошо төндә, Түбәнге күккә төшә һәм ҡолдарының доғаларын тыңлай. Ярлыҡау һорағандарҙы һәм гонаһтарын юйғандарҙы ғәфү итә, диндарҙар­ҙың иң лайыҡлыларына алдағы йылға бәхет һәм бәрәкәт бирә. Бәраәт кисе, тигән Мөхәммәт бәйғәмбәр, изгелектәр өсөн ҙур мөмкинлектәр бирелгән бер бүләк. Бөтә бәндәләрҙең, бөтә мәхлүктәрҙең, алдағы бер йылға йыйыр ризығы, мал-мөлкәте, донъя тормошона мөнәсәбәте булған дәрәжәләре, тыуасаҡ һәм фани донъянан күсеп китәсәк кешеләр – бөтәһе лә ошо кистә билдәләнә.
Мосолмандар Бәраәт кисен ураҙа тотоп, саҙаҡа биреп, иманға ярашлы башҡа эштәр менән мәшғүл булып үткәрә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға