«Йәшлек» гәзите » Иман » Баш ҡалала халыҡ-ара ислам конференцияһы ойошторола



03.09.2011 Баш ҡалала халыҡ-ара ислам конференцияһы ойошторола

Өфөлә «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» тип аталған IV халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтәсәк. Сараны Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойоштора.
Конференция эше алты секция сиктәрендә уҙғарыласаҡ, унда ҡатнашыусылар «Исламдың фәлсәфәүи идеалдары һәм ҡиммәттәре», «Исламдың социаль идеалдары һәм ҡиммәттәре», «Исламдың ғаилә-көнкүреш ҡиммәттәре һәм балалар тәрбиәләү», «Ислам педагогикаһының хоҡуҡи идеалдары», «Фән һәм ислам», «Толерантлыҡ – гуманистик педагогика нигеҙе» темаларын тикшерәсәк.
Конференция барышында шулай уҡ «Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр» һәм «XXI быуатта йәштәр һәм дин» темаларына «түңәрәк өҫтәл»дәр планлаштырылған.
Конференция 22 сентябрҙә асыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға