«Йәшлек» гәзите » Иман » Иман нуры ҡайта ауылыма



02.07.2011 Иман нуры ҡайта ауылыма

Тыуған ауылым ҡыуат йәмле Һаҡмар бөгөлөндә, тирә-яғын тауҙар уратып алған, тәбиғәте менән Швейцариянан айырылғыһыҙ ерҙә урынлашҡан. Ул – Баймаҡ райо­нының иң матур ауылдарының береһе. Элек беҙҙең ауылда ҙур мәсет булған, унда Әбдрәхим олатай Солтанғолов (мәрхүм) указлы мулла булып торған. Революциянан һуң иман йорто клуб, ҡыҙыл мөйөш хеҙмәтен үтәп, аҙаҡтан бөтөнләй һүтеп алынған.
Алланың рәхмәтендә булһындар, иманлы кешеләр бар икән әле. Үткән Шәжәрә байрамында кәңәшләшеп, ҡыуат ауылының ҡап уртаһында мәсет төҙөргә ҡарар ҡабул ителде. Бураны элекке указлы мулланың ейәне бүләк итте.
Ошо мәсетте төҙөргә иң беренсе теләк белдереүсе һәм эште ойоштороусы Булат Солтанғолов менән Радик Ишбулатов ҡыйығын ябыу өсөн тимер-томор йыйып (Юлдыбай ауылы, Йылайыр районы), Магнитогорск ҡалаһына алып барып тапшырып, аҡсаһына профнастил алып ҡайтты. Уны Марат Солтанғолов үҙенең Газель автомашинаһында килтерешеп, 2 мең һумлыҡ матди ярҙам күрһәтте. Ә бураны Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Зәки Солтанғолов үҙенең Камаз-ы менән алып ҡайтып бирҙе. Ауылыбыҙҙың зыялыларының береһе Рәмил Солтанғоловтың да мәсет төҙөүҙә өлөшө ҙур: ул үҙе франтонын эшләтте. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй шулай итеп күмәкләп мәсетте күтәреп ултырттылар. Көҙ көнө, һалҡын тип тормай, өмәнең уртаһында йөрөгән ҡустыбыҙ, балта оҫтаһы Хәйҙәр Солтанғолов, Вәсих Мостафин, Шәһит, Абрик, Булат, Рәмил Солтанғоловтар, Мирза Юлаев, Әсҡәт Йәнсурин, Айҙар Яугилдин ярҙамлашыусы уландары Рафаэль менән Фәннүр Солтанғоловтарға, өмәселәрҙе һыйлаусы Римма Солтанғолова еңгәйгә рәхмәт. Шулай уҡ рәхмәтебеҙҙе Юлдыбайҙағы 80-се лицей директоры Ғәли Нәҙерғоловҡа ла еткергебеҙ килә. Ул дүрт көн өмәгә күтәрмәле «Беларусь» тракторы менән Марс ҡыям улы ҡоҙашевты ярҙамға ебәр­ҙе. Үкенескә күрә, бура күтәрелеп ике йыл буйы эш туҡтап торҙо. Ауылдаштарыбыҙҙың ярҙамы менән аҡса йыйылды. Әлеге лә баяғы алтын ҡуллы егеттәр, материал булғас, «һә» тигәнсе иман йортоноң башын ябып та ҡуйҙы.
Әйткәндәй, Әхмәт ағай Сыбар­ғошов тирә-йүнен кәртәләүгә 500 штакетник, таҡта, транса менән ярҙам итте, Ғәзиз Нурдәүләтов менән Абрик Солтанғолов ҡустылар ауылға нур сәсеп ултырған мәсеттең манараһын тышланы. Ә Баймаҡта йәшәүсе Риза Солтанғоловҡа иң ҙур сауап төшөр, Алла бойорһа, ул мәсеттең айын эшләтеп ҡуйҙы.
Ауыл старостаһы Айса Әбделғафаров арымай-талмай иғәнә йыйып йөрөһә, Әбделкәрим ауыл хакимиәте лә өмәләр ойоштороп, эшкә кеше йәлеп итеп бик ҙур ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ барлыҡ материал да Әбделкәрим ауылы егете, эшҡыуар Зәкир Әхмәтовтың таҡта ярыу цехында йышылды. Кешеләрҙе ҡыуандырғаны өсөн уны Хоҙай үҙе ҡыуандырһын.
Мәсет ҡасан төҙөлөп бөтә, тип борсолоусылар күп булһа ла, халыҡтың өйә-өйә өй була тигәндәй, төҙөй-төҙөй, йыя-йыя мәсет булыуын аңлап, ярҙам ҡулы һуҙғыһы килеп тормауы күңелде ҡыра. Ауылдаштар, мәсет төҙөгәндә матди ярҙам итә алмаһағыҙ, ҡул һәм тел ярҙамынан айырмағыҙ инде, зинһар өсөн. Мәсет берәү өсөн дә байлыҡ сығанағы түгел бит. Дин ул – иман байлығы, рухи байлыҡ, иманлы булып ҡалайыҡ. «Ахырызаман етеп туфан һыуы ҡалҡһа, мәсет әйләнеп китер ҙә карапҡа әйләнер. Әгәр кем дә кем мәсет төҙөшкән, әҙ генә көсөн сығарған икән, уларға караптың түренән урын булыр», – тип әсәйем мәрхүмә һөйләй торғайны. Сауаплы ғәмәлдән ситтә ҡалмайыҡ! Әгәр ҙә мәсет төҙөлөшөнә ярҙам күрһәткән кемдең дә исеме төшөп ҡалған икән, кисерегеҙ. «Изгелек эшлә лә һыуға һал – балыҡ белер, балыҡ белмәһә – халыҡ белер, халыҡ белмәһә – Хоҙай белер».

Ғәлиә ҡОҘАШЕВА-СОЛТАНҒОЛОВА.

Йылайыр районы.
Юлдыбай ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға