«Йәшлек» гәзите » Иман » 100 һумлыҡ сәфәр



30.08.2019 100 һумлыҡ сәфәр

Бер йыл элек ураҙа бөтөүгә өс көн ҡалғас, бик ҡаты сирләп киттем. Тормош иптәшем менән улым «Ашығыс ярҙам» саҡыртып, дауаханаға носилка менән алып сығып киттеләр. Табип ҡарағандан һуң, микроинфарктҡа оҡшаған тигәс, Бөрйәндән Белоретҡа ебәрҙеләр. Юлда, хәлем ауыр булыуға ҡарамаҫтан, берәй доға уҡырға булдым. Әммә ни өсөндөр бер доға ла иҫемә төшмәне. Телгә бер генә аят килеп тик торҙо.

Белорет ҡалаһының дауа­хана­һында дежур табип тик­шергәндән һуң, диагноз раҫлан­мағас, кире үҙебеҙҙең районға ҡайтарып ебәр­ҙеләр. Тик беҙҙең район дауа­ханаһында урын булмауы асыҡ­ланды. Иртәгә урын бушағас килеп ятырһығыҙ, тип ҡайтар­ҙылар. Шул хәтлем ауырыйым, хатта тауышым да сыҡмай. Ошо хәлдә киләһе көнгә тиклем яттым үҙ өйөмдә. Аллаға шөкөр, иптәшем, балаларым ярҙа­м­ы­нан ташламаны. Икенсе көнө кесе ҡыҙым Өфөнән ҡайтып, йү­нәлтмә алып, баш ҡалабыҙға һаулығымды тикшертергә алып китте. Беҙ ултырып барған таксиҙың водителе хәлемде аңлап, юлда туҡтай-туҡтай, яйлап ҡына алып барып еткерҙе. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауа­ханаһында бик яҡшы табиптарға күренеп, артабан да­уаланырға дарыуҙар яҙҙыртып алдым һәм, Өфөлә ҡалып, дауалана башланым. Бер аҙ хәл ингәс, телевизорҙан Зәйнулла Рәсүлев­тың тыуыуына 185 йыл тулыуға арналған конференция буласағын ишетеп, бик барғым килде. Минең бәхеткә, «Торатау» конгресс-холындағы йы­йынға инеү ирекле булып сыҡты.

Конференцияны «Урал» көйө ме­нән асып ебәргәс, ирекһеҙҙән күҙгә йәш тулды. Ҡатна­шыу­сылар илебеҙ­ҙең төрлө тарафынан йыйылған. Сараның аҙа­ғында теләүселәрҙе «Туҡай» мәсетенә намаҙ уҡырға, зыярат ҡылырға саҡырғас, мин дә йыйындым. Әммә автобустарҙа буш урындар булмай сыҡты. Шул ваҡыт бер ҡатын минең янға килеп, үҙҙәренең автобусына саҡырҙы. Был апай Зәйнулла ишандың бүләсәре Нелюфар Рәсүлева икән. Ул, беҙҙең менән Троицк ҡалаһына барайыҡ, тигәс, бөтөнләй ап­тырауға ҡалдым. Кеҫәмдә 100 һумдан башҡа аҡса юҡ ине. Сөнки алыҫ юлға йыйынманым бит. Икеләнеп торғанымды күргәс, юл хаҡын бағыусылар түләй, тип мине тынысландырып, етәкселәр менән үҙе һөйләшеп, өс көнлөк сараға алып сығып кит­теләр (Өфө – Учалы – Троицк). Бик фәһемле сәфәр булды ул. Ҡайҙа ла игелекле кешеләр осраны.

Был сәфәрҙән ҡайтҡас, күп уйландым. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе, шул иҫәп­тән мине лә һаҡлап, яҡлап, ҡурсалап тора тигән һығымта яһап ултырам. Ауырыуын да бирә, сабыр итһәң, шифаһын да биргәненә хәҙер инде нисәнсе тапҡыр инандым. Ауырып, башымды ла күтәрә алмай ятҡан ваҡытта телгә килгән бер генә аят Аллаһы Тәғәләнән сабырлыҡ һорау булған икән беҙҙең телдә. Раббыбыҙҙың ҡөҙрәте киң.
Миңә, шәбәйергә тип, 100 һум аҡса менән ҡайһы тиклем сәфәргә йөрөп ҡайтырға насип итте.

Һәм мин, ысынлап та, сиремдән ҡотолоп, рухым күтәрелеп, йә­шәүгә – дәртем, Аллаһы Тәғәләгә ышанысым тағы ла нығыраҡ артып, мең рәхмәттәр әйтеп йәшәйем. һынау­ҙарҙан сығырға ярҙам иткән яҡын­дарым, туғандарым, тормош ип­тә­шем һәм балаларыма, ошо сә­фәргә саҡырыусы киң күңелле Нелюфар апайға, Әбделхафиз хажиға, мине үҙҙәре менән алып барырға ризалыҡ биргән етәкселәргә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Үҙе ябай, сабыр, киң күңелле Нелюфар апайыбыҙ бөгөн дә буш ултырмай. Олатаһы Зәйнулла Рәсүлевтың китаптарын халыҡҡа сығарырға тырыша. Уның ошо изге башланғысына ярҙам күрһәтәйек.





Автор: З.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға