«Йәшлек» гәзите » Иман » Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ



26.07.2019 Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Мөхәммәт бәйғәмбәр: «Бер-берегеҙҙән көнләшә-көнләшә тик изге эштәрҙә ярышығыҙ!» – тигән.

Эйе, ҡайһы берәүҙәр көнләшеү һәм хөсөтлөк сифаттарын аҡылы менән арҡанлап ҡуя ла, файҙаға тота. Кемдер иһә башҡаларға зыян һалыу өсөн ҡуллана. Был – иң ҡурҡыныс сир һәм диндә ҙур гонаһтарҙан һанала.

Беребеҙ ҙур йорт һалып ингән, икенсебеҙ ҡиммәтле машина алып ебәргән, татыу ғына итеп ире менән йәшәп ята. Көнлә­шәбеҙ, күңелдә күрә алмау тойғолары уяна. Сөнки быларҙың береһе лә беҙҙә юҡ. Һеҙҙең уңыштарығыҙға,бәхетле тор­мо­шо­ғоҙға зарар килтереүселәр, һоҡланыусылар, көнләшеп ғәй­бәт һөйләүселәр бар икән, доғала булығыҙ. «Йә, Раббым, мине насар күҙҙәрҙән, кешенең көнсөллөк зарарынан ҡотҡар», – тип Хоҙайға ялбарығыҙ. Гонаһ ҡылғанһығыҙ икән, кисереүен һорағыҙ, тәүбә итегеҙ. Һеҙҙең хаҡта нахаҡ, ғәйбәт һөйләүселәр бар икән, ауыр булһа ла, уларҙы ла күңелегеҙ менән кисерергә өйрәнегеҙ. Барыһы ла Хоҙай ҡулында. Яуызлыҡҡа әжерен Раббыбыҙ уларға үҙе бирер.

Мохтаждарға саҙаҡа бир, үҙеңдән дә ауыр хәлдә булған­дарға ярҙам ит. Ҡыйынлыҡтар килгәндә Аллаһы Тәғәлә лә һиңә рәхим-шәфҡәтен ебәрер.
Беҙ яуызлыҡҡа ҡаршы яуыз­лыҡ менән көрәшергә күнеккән­беҙ. Яман уйлы кешене изгелек кенә үҙгәртер.

Зыян да, ярҙам да Хоҙай тәҡдире менән килә. Ауырлыҡ­тарҙы беҙҙе үҙенә яҡынайтыу, көс-ҡөҙрәтен аңлатыу өсөн бирә.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға