«Йәшлек» гәзите » Иман » «ФАТИХА» СҮРӘҺЕ



29.01.2011 «ФАТИХА» СҮРӘҺЕ

Бисмилләһир – рахмәнир – рахим.
Әлхәмдү лилләһи рабил ғәләмин. Әр-рахмәнир-рахим. Мәлики йәүмид-дин. Иййәкә нәғбүдү үә иййәкә нәстәғин. Иһдинә-сиратал-мустәҡим. Сиратал-ләҙинә әнғәмтә ғәләйһим ғайриль мағҙуби ғәләйһим үә ләз-зәллин. Амин.
Мәғәнәһе: «Мәрхәмәтле үә рәхимле Аллаһ исеме менән. Ғәләмдәр тәрбиәсеһе, хисап көнөнөң батшаһы, мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһы Раббыбыҙға маҡтауҙарыбыҙ булһын. Эй Раббыбыҙ! Һиңә генә ғибәҙәт ҡылабыҙ. Һинән генә ярҙам һорайбыҙ. Беҙҙе тура юлдан алып бар. Үҙең ниғмәт күрһәткәндәр юлынан. Ғазапҡа дусар булғандар үә боҙоҡтар юлынан ебәрмә. Амин».
ҡөрьәндәге иң беренсе сүрә – «Фатиха» сүрәһе. Мосолман кешеһе был сүрәне көнөнә иң кәмендә 32 мәртәбә уҡый. Сөнки намаҙҙың һәр рәҡәғәтендә «Фатиха» уҡыла. Аллаһ шулай тигән: «Фатиха»ны үҙем менән ҡолом араһында икегә бүлдем, яртыһы – минеке, яртыһы – ҡоломдоҡо. ҡоломдоң теләгәне хаҡ, үҙенә биреләсәк». Был доғаның өҫтөнлөгө хаҡында бер хәҙистә шулай бәйән ителә. Жәбраил фәрештә бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм янында ултыр­ғанда юғарынан ишек асылған тауышҡа оҡшаған бер тауыш ишетә. Башын өҫкә бороп: «Һис ҡасан асылмаған ишек был», – тигән. Унан бер фәрештә ингән. Жәбраил фәрештә, уның ингәнен күргәс: «Ер йөҙөнә ингән берҙән-бер фәрештә был. Быға ҡәҙәр уның бында килгәне лә, ингәне лә юҡ ине», – тигән. Фәрештә сәләм бирә лә Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләмгә: «Бары тик һиңә генә бирелгән ике нурҙы һәм шатлыҡлы хәбәр­ҙе килтер­ҙем. Был ике нур – «Фәтихәтүл-китап» менән «Бәҡара» сүрәһенең аҙағы. Быларҙа уҡыласаҡ хәрефтәрҙең һәр береһе өсөн теләгәндәре һис шикһеҙ биреләсәк», – ти .
Кем дә кем «Фатиха» сүрәһен бер тапҡыр уҡыһа, ҡөрьәнде тулыһынса уҡыған сауапҡа ирешер, тигән Аллаһ. Был сүрәне уҡыусы бәндәнең тәне утҡа харам булыр, алдында йәһәннәмдең ете ҡапҡаһы ябылып ҡуйылыр. Бер һауытҡа һыу һалып, 40 мәртәбә «Фатиха» сүрәһен уҡыһаң, унан һуң шул һыу менән йыуынһаң, Аллаһы Тәғәлә сирҙәреңә шифа бирер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға