«Йәшлек» гәзите » Иман » Әгәр яңғыҙлыҡ йонсотһа, танышыу клубына кил!



29.01.2011 Әгәр яңғыҙлыҡ йонсотһа, танышыу клубына кил!

Башҡортостан Республикаһы мосолмандары диниә назаратындағы йәштәр бүлегенең танышыу клубы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 20 пар ғаилә ҡорҙо.
Клуб етәксеһе Марат Атйетәров әйтеүенсә, башта теркәлгән никахтар буйынса статистика алып барылмай. Йомғаҡ яһағандан һуң 2010 йылдың уртаһынан 20 ғаилә барлыҡҡа килеүе асыҡланған. Әммә клуб йәштәрҙе өйләндереү өсөн генә ойошторолмаған. Мосолман егеттәре һәм ҡыҙҙары бик баҫалҡы булғанлыҡтан, йәштәр аралашырлыҡ нигеҙ булдырылған.
БР мосолмандары диниә назараты йәштәр бүлегенең танышыу клубы 2009 йылдың йәйендә төҙөлә. Йөҙҙән ашыу кеше клуб ағзаһы булып тора. Йәштәр бүлеге активистары даими рәүештә диниә назаратында егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың осрашыуҙарын үткәрә, бергәләп сәй эсеү, аралашыуҙар ойоштора.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға