«Йәшлек» гәзите » Иман » ҠОРБАН БАЙРАМЫ /Аңлатыу/



20.08.2018 ҠОРБАН БАЙРАМЫ /Аңлатыу/

Ураҙа байрамынан һуң
Етмешенсе көнөнә
Мосолманда Ҡорбан байрам
Бик ҙурлап билдәләнә.

Был ваҡытта Зөлхизәнең
Унынсы көнө булыр,
Зөлхизә Ай яҡты булып
Тулыу яғына уҙыр.

Бар донъяға нурын һибә
Изге Ҡорбан байрамы,
Уны көтә әҙерләнеп
Бар мосолман донъяһы!

Ҡорбан салып, аш әҙерләп
Һыйларға тап яйҙарҙы,
Хоҙай алдында тигеҙ бит
Фәҡирҙәре, байҙары..

Ҡорбан байрам табынына
Мосолмандар йыйылһын,
Яҡшы ғәмәлдәр ҡылынһын,
Ямандары тыйылһын..

Изге ниәт, яҡшы уйҙар
Булһын һәр кем башында,
Бар халыҡ та бер Аллаһтың
Тораларҙыр ҡаршында..

Изге байрамға килегеҙ,
Күңел, йөрәк сафларға,
Динебеҙҙе ҡеүәтләргә
Булайыҡ бер сафтарҙа.

Фәүзиә апай







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға