«Йәшлек» гәзите » Иман » Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим!



16.05.2018 Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим!

Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе яҡшы эштәр өсөн сауаптары арттырып яҙылған,гонаһтары ғәфү ителгән, мөьминдәрҙең абруйҙары күтәрелеп, йөрәктәре Хаҡ Тәғәләгә ашҡынып торған билдәле бер бәрәкәтле осорҙар менән бүләкләй. Айҙарҙың солтаны һаналған изге Рамаҙан айы ла шундай ваҡыттарҙың береһе. Был айҙа һәр мосолманға Аллаһы Тәғәләнең ризалығына, уның рәхмәтенә ирешер өсөн ураҙа тотоу фарыз. Быйыл Рамаҙан айы 16 майҙа ҡояш байыу менән башлана.

“Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә ҡәҙәр йәшәгән кешеләргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тоторға фарыз ителә”
Әл-Бәҡара 2:183

Ураҙаның маҡсаты - иманды нығытыу, рухи яҡтан үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу, үҙ өҫтөңдә эшләү, китаптар уҡыу, ғилми хеҙҙмәттәрҙе өйрәнеү һәм яҙыу. Иманлы кешеләр өсөн ураҙа, тәү сиратта, тыйылған күренештәрҙән ситтә тороу, рухи һәм физик яҡтан сафланыу мөмкинлеген бирә. Ул - исламдың биш ҡанунының береһе.
Илаһи Китаптарҙың бөтәһе лә — Тәүрат йәки Иҫке Әхәд тә, Зәбур ҙа, Инжил дә, Ибраһим, ғәләйһис-сәләмгә, индерелгән сәхифәләр ҙә фәҡәт Рамаҙан айында тапшырыла йәки тапшырыла башлай.
Имам Садыҡ әйткән: «Тәүрат — Рамаҙандың алтыһында, Иҫке Әхәд — ун икеһендә, Зәбур — ун һигеҙендә, Ҡөрьән Ҡәҙер кисендә индерелә, дөрөҫөрәге, индерелә башлай».
Рамаҙан — мосолман өсөн ғилем һәм тәрбиә айы.
Рамаҙан элек-электән ғилемгә юл асыу, ғилемгә өйрәтеү айы булараҡ билдәле.
Һау-сәләмәт мосолманға, ябығыр өсөн түгел, башҡалар тотҡан өсөн түгел, Аллаһы Тәғәлә ризалығына, уның рәхмәтенә ирешер өсөн ураҙа тоторға кәрәк. Әгәр уның аҫтында ихлас, ғилем, әхлаҡ ятмаһа, беҙҙең ашамай йөрөүебеҙ Аллаһҡа кәрәкмәй.
Аллаһы Тәғәлә тотҡан ураҙабыҙҙа уҡыған аяттарыбыҙҙы, биргән саҙаҡа һәм фитырҙарыбыҙҙы ҡабул ҡылып, йәннәттә осрашыуҙарыбыҙҙы насип итһен! Рамаҙан айында йөрәктәребеҙ иман нурында нурланһын, йорттарыбыҙ бәрәкәт менән тулһын!

Айнур Арыҫланов,
Башҡортостан мосолмандарының диниә назараты рәйесе урынбаҫары







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға