«Йәшлек» гәзите » Иман » Мосолман ҡанундары әҙәбиәтте ҡабул итәме?



17.04.2015 Мосолман ҡанундары әҙәбиәтте ҡабул итәме?

Мосолман ҡанундары әҙәбиәтте ҡабул итәме?Ислам дине милләтебеҙҙең, халҡыбыҙҙың асылын билдәләй. Дини белем, мосолман ҡанундары буйынса тәрбиә алыуҙан тыш, мәҙәниәтебеҙ ҙә, әҙәбиәтебеҙ ҙә беҙгә динебеҙҙең таҙа, изге икәнен пропагандаларға тейеш. Бөгөн билдәле балалар яҙыу­сыһы, уҡытыусы, Көйөргәҙе районының “Рамаҙан” мәсете имам-хатибы Азат ХӘЛИЛОВ менән әҙәбиәт һәм дин хаҡында әңгәмә ҡорабыҙ.

– һеҙҙе уҡытыусы һәм балалар яҙыусыһы булараҡ беләбеҙ. Бөгөн үҫмер балаларға, урта кластар уҡыусыларына башҡорт әҙәбиәтендә яңы әҫәрҙәр бармы?
– Китапҡа, әҙәбиәткә һөйөү бала саҡта ярала. Төҫлө сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән, йөкмәткеһе яғынан бай булған китаптар кескәй­ҙәрҙе үҙенә ылыҡтыра, уҡырға мәжбүр итә. Аллаға шөкөр, балалар өсөн яҙған автор­ҙар күп. Ә бына үҫмерҙәр әҙәбиәте менән хәлдең киҫкен икәнен уҡытыусы булараҡ билдәләп үтә алам. Был проблема, бәлки, бала саҡта һалынған әҙәбиәткә һөйөүҙе һаҡлап ҡала алмайҙыр. Шуға күрә беҙҙең, яҙыу­сыларҙың, йәштәр китап уҡымай, тип зарланырға хаҡыбыҙ юҡ. Һәр быуындың ҡыҙыҡһыныуҙарына ярашлы китаптар, әҫәрҙәр тәҡдим ителһә, сылбыр өҙөлмәйәсәк. Шуға күрә Әҙәбиәт йылында үҫмерҙәр өсөн яҙылған әҫәр­ҙәргә конкурс иғлан итергә йәки гранттар булдырыр­ға кәрәк.

– Балалар әҙәбиәте нисек булырға тейеш? Улар өсөн яҙыуы ауырмы?
– Иң тәү сиратта тәрбиәүи роль үтәүе мөһим. Әҙәбиәт, мәҙәниәт аша кеше күңеленә орлоҡ һалына. Ижад кешеһе үҙе тыуҙырған әҫәрҙең изгелеккә, илһөйәрлеккә, хеҙмәткә өндәүенә яуап тоторға тейеш. Ә балаларҙың психологияһын аңлаһаң, уларҙың күңеленә юл таба алһаң, яҙыуы ауыр түгел. Үҙем, дини кеше булараҡ, әҫәрҙәремдең нигеҙенә төрлө хәҙистәрҙе, тыйыуҙарҙы, тарихтарҙы алып, балалар­ға ислам дине хаҡында еткергем килә һәм быны маҡсат итеп ҡуйғанмын. Ислам әхлағына, тәрбиәһенә ярашлы итеп, дини ҡиммәттәребеҙҙе күрһәтергә, аңлатырға, динебеҙҙең матурлығын сағылдырға тырышам.

– Күптән түгел дин белгестәренән: “Ислам дине шағирлыҡты яратмай”, – тигән фекерҙе ишетергә тура килде. Быға асыҡ миҫал булып Шағирҙар (Шүғәрә) сүрәһе бар. Дин әһеле булараҡ, быға ҡарата һеҙҙең фекерегеҙҙе лә белге килә.
– Мөхәммәт салләллаһу ғәләйһи үәссәлләмдең хәҙистәрендә бындай фекерҙе осрат­ҡаным юҡ. Ә был сүрәгә килгәндә, ислам диненә төрлө ағымдарҙың килеп ҡушылыу ҡурҡынысынан аралау өсөн, тип фаразлайым. Динебеҙҙә Ғүмәр Хәйәм кеүек данлыҡлы шағирҙарыбыҙ булған, башҡорт әҙәбиәте тарихына күҙ һалһаҡ та, Аҡмулла, Ризаитдин Фәхретдин кеүек шәхестәребеҙ бар. Тәрбиәүи көскә эйә булған, изгелеккә өндәгән әҫәрҙәр­ҙе динебеҙ тыймай.

– Ислам динен пропагандалаусы, әхлаҡҡа әйҙәүсе әҙәби әҫәрҙәр бармы?
– Һуңғы йылдарҙа, совет реализмы юҡҡа сыҡҡас, дини темаларға төрлө жанрҙағы әҫәр­ҙәр яҙыла. Хатта йырсылар ҙа үҙ репертуарына мөнәжәттәр, дини темаға яҙылған йырҙар­ҙы индерә. Быға тик шатланырға ғына кәрәк. Дин тураһында яҙыр өсөн уны ныҡлы белеү, өйрәнеү фарыз. Оло быуын вәкилдәре заманында, Алла юҡ, тигән тәрбиә алған, уларҙың күптәре үҙҙәренең балаларына ла дини белем биреүгә битараф ҡарай. Хәҙер, шөкөр, динебеҙгә азатлыҡ бирелде, тыйыу юҡ. Йәштәр дингә ҡайта, белем ала. Улар араһында ижад­ҡа ынтылыштары, таланттары булғандар, Алла бирһә, әҙәбиәткә килеп, динебеҙҙе күтәрер, тигән өмөт бар. Билдәле шағирә Гүзәл Ситдиҡованы билдәләп үтеп, иманға әйҙәгән әҫәрҙәре өсөн рәхмәтемде еткерергә теләйем. Ул “Бәйләнештә” селтәрендә лә, матбуғат биттәрендә лә үҙенең әҫәрҙәре, фекер­ҙәре менән халыҡҡа динебеҙҙең әһәмиәтен еткерә, дөрөҫ йүнәлеш бирә.

– Дини тәрбиә буйынса әҙәбиәттең роле ҙурмы?
– Әлбиттә. Әҙәбиәттең, һүҙҙең, китаптың кешегә тәьҫире ныҡ көслө. Ауыҙ-тел ижады өлгөһө булған мөнәжәт жанры борон-борондан халыҡты дингә, әҙәпкә, тәрбиәгә өндәгән. Имам-хатип булараҡ, мин районда йәшәүселәр араһында мөнәжәттәр ижад итеүселәр, уларҙы башҡарыусылар менән даими рәүештә төрлө саралар ойоштороп торам. Улар араһында мәктәп уҡыусыларының да булыуы һөйөндөрә.
Дингә бер кеше лә әҙерлекһеҙ, ҡапыл ғына инеп китә алмай. Үкенескә күрә, бер осор дин модаға инеп китте, белгәндәр ҙә, белмәгәндәр ҙә үҙҙәренсә һүҙ һөйләп, кешегә дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр тарата башланы. Мосолман диненең барлыҡ тармаҡтары ла бер юлы башланды. Ә бит, уйлап ҡараһаң, борон-борондан ата-бабаларыбыҙ тотоп килгән, милләтебеҙгә хас булған ысын дин бар. Ошонан ситкә тайпылмайса барһаҡ ине.

– Ҡайһы бер билдәле шәхестәрҙең Тәүратты (Библия) башҡорт теленә тәржемә итеүенә ниндәй ҡараштаһығыҙ?
– Ынғай ҡарайым, сөнки беҙ – кеше. Ә кеше төрлө мәғлүмәттәрҙе лә алырға тейеш. 5-се класҡа уҡырға барғас, программаға ярашлы, немец теле дәрестәре башланды. Мин: “Атайым Бөйөк Ватан һуғышында немецтарға ҡаршы көрәшеп яраланған, ҡан ҡойған. Мин ул телде өйрәнмәйем”, – тип дәрескә йөрөүҙән баш тарттым. Шул ваҡытта уҡытыусым: “Кеше донъяның асылын төрлө яҡлап өйрәнергә тейеш. Дошмандың да телен белеү артыҡ түгел”, – тип аңлатты. Ә христиандар мосолмандар өсөн дошман түгел, һәр диндең тамыры бер. Алла бер, бары тик табыныуҙар төрлө. Мосолман ҡанундары буйынса тәрбиәләнгәнбеҙ, ислам диненә ышанабыҙ икән, Тәүрат башҡорт теленә тәржемәләнгәндән генә динебеҙ юғалмаҫ. Ә донъяға ҡарашыбыҙҙы киңәйтер өсөн был китапты ла уҡып сығырға кәрәк.

– Мәүлит Ямалетдиновтың “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренең шиғри аңлатмалары” менән таныштығыҙмы?
– Беҙ Мәүлит ағай менән күптәнге таныштар, төрлө конференцияларҙа осрашып торабыҙ, дин темаһына әңгәмәләр ҙә ҡорорға тура килде. Был әҫәре менән дә таныштым. Ҡөрьән Кәримде ғәрәп хәрефтәре менән уҡыу дөрөҫ була. Транскрипцияһын йәки тәржемәһен генә уҡыу тулы мәғлүмәт бирә алмай. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр ғәрәп яҙмаһын белмәй, телде аңламай. Уларға Мәүлит Ямалет­диновтың аңлатмалары өлөшләтә булһа ла изге китап менән танышырға ярҙам итәсәк. Был йәһәттән авторҙың оло хеҙмәтен баһаламау мөмкин түгел.

– Балаларҙа дингә ҡыҙыҡһыныу бармы?
– Үҙем эшләгән лицейҙа ла, “Рамаҙан” мәсетендә лә балалар өсөн дини дәрестәр алып барам. Бында, ғәрәп теленән тыш, намаҙ уҡыу тәртибен, дин тарихын өйрәтәбеҙ, әхлаҡи тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленә. Дәрестәр бушлай үтә, уҡырға теләүселәр байтаҡ. Ҡайһы саҡта балалар дин дәрестәренә йөрөргә теләп тә, ата-әсәләр яғынан ҡаршылыҡтар осрай. Сөнки төрлө терроризмды, көсләүҙәрҙе, экстремизмды дөрөҫ ағымда булмаған кешеләр башҡарып, уларҙы динебеҙгә япһарып, барлыҡ донъяла исламға ҡаршы ҡараш тыуҙырыу­сылар күбәйҙе. Үҙемде лә төрлө органдар имтихандар алып, тикшереүҙәр үткәргәс кенә Көйөргәҙе районының имам-хатибы итеп тәғәйенләнеләр. Минең уйымса, дин дәрестәрен мәктәптә 5-се түгел, ә 9 – 10-сы кластарҙа уҡытыу мөһим. Был ваҡытта уларҙың аң кимәле үҫешә, донъяға үҙ ҡарашы, һәр нәмәгә үҙ фекере була һәм динде төрлө секталарҙан айыра башлайҙар.
Мәктәп программаһына дин дәрестәре индерелә башланы, әммә һәр мәктәптә улар­ҙы уҡытырлыҡ белемле белгестәр юҡ. Был проблеманы ла тиҙ арала хәл итеү кәрәк. Бының өсөн ҡалаға йәки районға бер белемле кеше (хәҙрәтме, мәсеттәге дин уҡытыусыһымы) етә. Дәрестәр теҙмәһен һөйләшеп ҡуйыр­ға була.
Дөйөмләштереп әйткәндә, дин – ул милләтте тәрбиәләүсе. Әҙәбиәттең 90 проценты Ҡөрьән нигеҙендә яҙылған. Хатта совет реализмы ваҡытында ла. Шуның өсөн беҙ киләсәктә милләтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн ата-бабаларыбыҙ тотҡан ислам динен йәштәргә еткерергә тейешбеҙ. Динде төрлө маҡсаттар, сәйәсәт өсөн бүлгеләмәйек.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға