RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тапҡан ризығығыҙ хәләл булһын!

25.07.2014 Тапҡан ризығығыҙ хәләл булһын!

Аллаһы Тәғәлә – беҙҙе бар итеүсе, беҙгә ғүмер биреүсе. Йәнебеҙҙе алыу­сы ла, ризыҡландырыусы ла тик Ул ғына. Һәр кемдең йәшәр ғүмере, ашар ризығы әсә ҡарынында булғанда уҡ, Алла әмере буйынса, фәрештә тарафынан яҙып ҡуйылған. Әҙәм балаһы Алла үҙ мәхлүктәрен барлыҡҡа килтергәнгә тиклем үк билдәләп ҡуйған тәҡдирҙән бер нисек тә ары китә алмай. Кеше, теләйме, юҡмы, был донъяла ашар ризығы, йәшәр ғүмере бөтөү менән Әхирәткә күсә.
Һәр нәмәнең Раббыбыҙ ҡушҡан тәҡдир буйынса барыуы, ризыҡтың тик Унан ғына булыуы әҙәм балаһы “алма беш, ауыҙыма төш” тигән принцип буйынса йәшәргә тейеш тигәнде аңлатмай, әлбиттә. Һәр кем хеҙмәткә ынтылырға тейеш. Иртән ояһынан сығып китеп, кисен туҡ көйө әйләнеп ҡайт­ҡан ҡош кеүек. Ҡоштарҙы ла, хайуандарҙы ла Алла туйындыра. Әммә улар ояларында, йә өңдәрендә генә тик ятмай бит.

Бер көндө мөьминдәр әмире Ғүмәр ибн әл-Хаттаб (радыйаЛлаһу ғәнһү) аҙыҡһыҙ, һыуһыҙ килеп еткән Йәмән кешеләрен күреп ҡалғас: “Кем һеҙ?” – тип һораған. “Аллаға тәүәккәлләүселәр”, – тип яуап биргән улары. Быға яуап итеп мөьминдәр әмире: “Киреһенсә, һеҙ – башҡаларҙыҡын ашаусы. Тәүәккәлләүсе иң тәүҙә орлоҡ сәсә, шунан Аллаға тәүәккәлләй”, – тигән.

Әлбиттә, ризыҡты тик Алланан ғына көтөргә кәрәк. Хеҙмәт итеү – бары сәбәп кенә. Ә һөҙөмтә Алла хөкөмөндә. Ризыҡланыуыбыҙ хеҙмәт емеше түгел, ә Раббыбыҙ мәрхәмәте. Кемгә ниндәй кимәлдә ризыҡ биреүҙе Алла ғына билдәләй. Ризыҡ әҙәм балаһы биләгән ниндәй­ҙер вазифа, мөлкәт менән дә бәйле түгел. Ҙур мөлкәткә эйә булған байҙың да ризығы наҡыҫ булыуы мөмкин. Мәҫәлән, теге йәки был ауырыу арҡаһында.

Ашар ризыҡ тик хәләл юл менән генә табылырға тейеш. Шул ваҡытта ғына ул бәрәкәтле булыр. Иң тәүге урынға Алланың ризалығын ҡуйырға кәрәк. Раббыңды асыу­ландырып, ризыҡ табыу өсөн сәбәп итеп харам юлды һайларға ярамай. Ауыр булһа ла, бөтә эшеңде Аллаға ғына тапшырырға, Уға ғына тәүәккәлләргә кәрәк. “Аллаға ғына тәүәккәлләгеҙ, әгәр ҙә мөьминдәрҙән булһағыҙ” (“Әл-Мәидә”, 23).

Кемдер ашарын харам юл менән табып, был донъяла ғарҡ булғансы ашап, рәхәтлеккә ҡойоноп йәшәгән хәлдә лә, Әхирәттә барыбер үҙ язаһын аласаҡ. Кемдеңдер харам аша был донъяла ирәйеп йәшәүе уның бөтөнләй язаһыҙ ҡалыуын аңлатмай. Берәүҙәрҙең өлөшө был донъяла күберәк, кемдекелер – әхирәттә. Ҡайһы берәүҙәр­ҙең был донъяла ашар аҙығы наҡыҫ булыуы мөмкин. Уның әхирәттәге әжере күберәк буласаҡ, иншаАллаһ.
Тик Алланан ғына көткәндәргә, тәҡүәлеккә ынтылғандарға, харамдан алыҫ булырға тырышҡандарға Раббыбыҙ барыбер ҙә үҙ ризығын бирә. Ҡайһы саҡта сабырлыҡ күрһәтә белергә кәрәк. Шөкөр итә белеүселәр Раббыһынан һис ҡасан ҡәнәғәтһеҙ булмаҫ. Алланың ярҙамы көтмәгәндә килә бит: “Алланан ҡурҡҡандарға Ул сығыу урыны яһар һәм уны уйламаған ерҙән ризыҡландырыр” (“Әт-Талаҡ”, 2-3).

Инде бөттө, бүтән әмәл ҡалманы, тигән ваҡытта ла уйламаған ерҙән Раббыбыҙ мәрхәмәте килер. Бер ваҡыт үҙ ихтыяжы менән сит тарафтарға сығып киткән ғаилә ауыр хәлгә ҡала: фатирға түләү өсөн аҡсаһы булмай, ашау яғы бик самалы, етмәһә, ауырып та китәләр. Бер ни сара тапмайынса, һуңғы сиккә терәлгән кеүек тә булалар. Бер көн ғаилә башлығы осраҡлы рәүештә бөтөнләй икенсе ҡаланан булған кеше менән таныша. Ул сит ил вәкилдәренә ярҙам ҡулы һуҙа: фатирға түләү, тәүге осор­ҙа йәшәп тороу өсөн аҡса бирә, йәшникләп емеш ҡалдыра, дарыуҙар менән дә тәьмин итә. Тик аҙаҡ, нисек ҡапыл пәйҙә булған, шулай итеп юҡ та була. Ғаилә башлығы, тырышып-тырышып та, уның менән бәйләнешкә сыға алмай. Улар был кешене Алланың мәрхәмәте итеп ҡабул итә.
Аллаһы Тәғәлә үҙ ҡолдарына шулай көтмәгәндә ярҙам ебәреп, мәрхәмәтен күрһәтеп кенә тора. Тик быны күрә белеү, шөкөр ҡылыу ғына кәрәк. Һәр ваҡыт “ӘлхәмдүлиЛләһ” тип, Раббыбыҙға маҡтау әйтергә кәрәк.

Һәр кемебеҙҙең ашар ризығы хәләл юл менән табылған булһын ине. Харам булған ерҙә бәрәкәт тә, изгелек тә булмаҫ. Тәҡдиренә яҙылғандан берәү ҙә ары китә алмай. Үҙенә тәүәккәлләгәндәрҙе, харамдан ҡурҡҡандарҙы Алла һис ҡасан ҡалдырмаясаҡ.

Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.

"Кәсептең иң хәйерлеһе – ялғанһыҙ, хыянатһыҙ булған сауҙа һәм кешенең үҙ ҡул көсө менән мал табыуы" (Хәҙистән).







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?