RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рамаҙан айы сауаплы ғәмәлдәр менән үтһен!

27.06.2014 Рамаҙан айы сауаплы ғәмәлдәр менән үтһен!

Рамаҙан айы  сауаплы  ғәмәлдәр менән үтһен!Ислам динендә һижрәттең икенсе йылында Рамаҙан айында ураҙа тотоу мосолмандарға фарыз ҡылына. Ураҙа – Ислам­дағы биш шарттарҙың береһе, Рамаҙан айы – ун ике айҙың солтаны. Был айҙың мәғәнәһе – яныу. Сөнки ураҙа тотҡандарҙың һәм тәүбә иткәндәрҙең гонаһтары ярлыҡаныр һәм юҡ ителер. Ураҙаның асылы йылына бер ай дауамында көндөҙ ашау һәм эсеүҙән тыйылып тороуҙың, аслыҡтың һәм һыуһыҙлыҡтың нимә икәнлеген аңлатыу, нәфсегә хужа булырға өйрәтеү. Ураҙа кешене һис тә сирләтмәҫ. Ул зәғифтәрҙе ҡеүәтләндерер, зиһенде, уйҙарҙы таҙартыр. Аллаһы Тәғәлә кешеләргә файҙалы нәмәләрҙе әмер итер, зарарлы нәмәләрҙе ҡушмаҫ.
Ураҙа менән нәфсене лә, шайтанды ла еңеп була. Хәҙис шәрифтә лә: «Шайтан тамырҙарығыҙҙа ҡан кеүек борғоланыр. Ураҙа тотоу менән юлдарын тарайтырһығыҙ», – тиелә. Алла юлында бер көн ураҙа тотҡандың тәнен йәһәннәмдән етмеш йылға алыҫлатыр. Бер ай дауамында ашҡаҙан, уға бәйле ағзалар ял итер, сихәт-сәләмәтлеккә юл табыр. Ураҙала фәҡирҙәргә лә ярҙам итеү теләге лә тыуыр. Ул ризыҡты киңәйтер, аҡса һәм малды арттырыр.
Ураҙа тотҡандарҙа көндөҙ ҡан ағышының яйланыуы, күҙәнәктәр­ҙәге һыуҙың аҙайыуы һөҙөмтәһендә йөрәгебеҙ рәхәтлек кисерер. Нервылар ҙа тыныслана. Медицина тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, ураҙа тотоу ҡан әйләнеше боҙолоуға, ҡанда холестерин артыуға, ҡан баҫымы күтәрелеүгә, һимереүгә, үт ҡыуығы һәм бөйөр ауырыуҙарына ҡаршы көрәшеү сараһы булып тора. Ураҙаның кешегә йоғонтоһон тикшергән Европа ғалимы уны «бысаҡһыҙ башҡарылған операция» тип атай.
Ураҙала булыу – бөтә насарлыҡтарҙың ҡалҡаны. Ғәйбәт һөйләүселәрҙең дә, тыңлаусыларҙың да гонаһы уртаҡ, шуға ла ғәйбәт һөйләүселәрҙән һәм хәрәм, фай­ҙаһыҙ нәмәләрҙән йөрәкте һаҡлау кәрәк.
«Асыуығыҙҙы эскә алығыҙ, дошмандарығыҙҙы ғәфү итегеҙ. Шул саҡта ғына Аллаһы Тәғәлә алдында һөйкөмлө бәндәләр булырһығыҙ», – тип әйтелә «Әл- Ғимран» сүрәһендә.
Рамаҙан айында йәннәт ҡапҡалары асыҡ булыр.
Ураҙа тотоуҙан бәлиғ булмаған балалар, ураҙа тоторға хәле булмаған оло кешеләр, сирлеләр, йөклө һәм бала имеҙеүсе ҡатындар, сәфәрҙә булыусылар азат. Ураҙаны борсаҡ тиклем генә булһа ла аҙыҡ ашау, дарыу йотоу, енси яҡынлыҡ ҡылыу, ризыҡты тәмләү, әҙәпһеҙ һүҙҙәр һөйләү, мунса инеү боҙа.
«Сәхәрһеҙ ураҙа дөрөҫ булмаҫ. Сәхәргә тороғоҙ, сәхәр ризығын ашағыҙ, унда оло бәрәкәт бар», – тип әйтелә хәҙистә.
Ауыҙ асыу, ифтар мәжлестәренә туғандарығыҙҙы, күршеләрегеҙҙе, ураҙа тотоусы башҡа таныштарығыҙҙы саҡырығыҙ. Ҡунаҡтар саҡырып һыйлаған, йомартлыҡ күрһәткән кешеләр гонаһтары кисерелеүгә өмөт итә ала. Ауыҙ асыусылар араһында доғалар уҡый, Ҡөрьәнде белгән кешеләр булыуы мөһим, сөнки табында аят уҡыла.
Ураҙа айы тамамланғас, һәр кемебеҙгә фитыр саҙаҡаһы биреү фарыз. Ул Рамаҙан айына рәхмәт йөҙөнән, был айҙа иҫән- һау йәшәү хөрмәтенә бирелә. Уны байрамға тиклем етемдәргә, мохтаждарға бирергә кәрәк. Әйбер менән дә, аҡса менән дә түләргә була.
Рамаҙан айында Ҡәҙер кисе була. Унда Аллаһы Тәғәлә киләһе йылға һәр кешенең яҙмышын билдәләй, әҙәм балаһының йыл буйына алып барылған Ғәмәл дәфтәре алмашына. Мосолмандар был төндө йоҡламай, доғалар уҡып үткәрә. Ҡәҙер төнө – күк ҡабағының асылып китеүе. Уны барыһы ла күрә алмай, ул лайыҡлы, бәхетле кешеләргә генә асыла. Уны күреүселәр нимә теләй, теләктәре тормошҡа ашыр, тиҙәр. Мосол­мандарҙың аят-доғаларын рәхмәт фәрештәләре таң беленгәнсә ҡабул итеп ултырыр.
Тормош – ул изгелек, яҡшылыҡ ярышы, ғүмерҙең хәйерлеһе – Алла әмерендә, ғибәҙәттә үткәргән көндәр һәм кистәр.
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, ураҙаны хәлебеҙҙән һәм мөмкинлегебеҙҙән килгәнсә тотор­ға онотмайыҡ, Рамаҙан айында изгелектә ярышайыҡ. Изге ғәмәлдәр ҡылып тормошобоҙға бәрәкәт ҡунһын!







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?