RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Ауылдаштарым иман йортона йышыраҡ йөрөһә, шунан ҙур ҡыуаныс юҡ»,

17.01.2014 «Ауылдаштарым иман йортона йышыраҡ йөрөһә, шунан ҙур ҡыуаныс юҡ»,

«Ауылдаштарым иман йортона йышыраҡ йөрөһә, шунан ҙур ҡыуаныс юҡ»,
– ти Әлшәй районының Тәүәтәй ауылында мәсет төҙөтөүсе Рәсих Исҡужин
Рәсих Әхмәтғәни улы Исҡужинға ауылдаштары сикһеҙ рәхмәтле. Ни өсөн, тиһегеҙме? Сөнки тыуған төйәгенә, ауылдаштарына оло бүләк яһаны. Уның тырышлығы, уңғанлығы арҡаһында Әлшәй районының Тәүәтәй ауылында иман йорто ҡалҡып сыҡты. Үҙенең матурлығы, күркәмлеге менән тирә-яҡҡа нур сәсеп кенә ҡалмай, күңелдәрҙе лә йылыта, сафландыра хәҙер был мәсет.

Кешелеклелек, ихласлыҡ, мәрхәмәтлек, тәбиғилек кеүек күркәм сифаттарға эйә булған ауылдашым Рәсих Әхмәтғәни улы һәр саҡ һоҡланыу тойғоһо уята. Ябайлығы менән бөйөк, тиҙәр ундай кешеләр хаҡында. Ысынлап та, мәҡәләм геройы үҙенең ябайлығы, эскерһеҙлеге, изгелекле булыуы менән айырылып тора. Кем генә ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһә лә, һәр береһенә ярҙамға ашыға.
Рәсих Әхмәтғәни улы Исҡужин «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының именлек һәм хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары булып эшләй. Оҙаҡ йылдар башҡара ул был вазифаны. Хәҙер инде коллективта ярайһы уҡ ҙур абруй ҡаҙанған. Ә бит, уйлап ҡараһаң, ябай ғаиләлә үҫкән ауыл малайы. Йәшәйеше, тормошо ла ғәҙәттәгесә. Бары тик үҙенең тырышлығы, ҡыйыулығы, ныҡышмалылығы менән маҡсаттарына ҡыйыу юл ярған. Шуға ла ауылдашым менән сикһеҙ ғорурланам.
– Ғаиләлә биш балабыҙ. Атай-әсәйем Ғәлимә Әғзәм ҡыҙы менән Әхмәтғәни Фәиз улы беҙгә яҡшы тәрбиә бирҙе. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, хеҙмәт һөйөп үҫтек. Заһира өләсәйем дә тормошомда ҙур роль уйнаны, тип әйтә алам. Өлкән быуын кешеләренә хөрмәт менән ҡарау, ихтирам-иғтибарлы булыу, шулай уҡ дуҫлыҡ, туғанлыҡ хисе, бер-береңә ярҙам итеү кеүек төшөнсәләрҙе аңлауым уның йоғонтоһонандыр, тип уйлайым.
Башта тыуған ауылымдағы башланғыс мәктәптә, шунан күрше Себенлелә уҡыным. Мәктәпте тамамлағас, яҙмыш елдәре мине Күмертау яҡтарына алып килде. Бында педучилищеға уҡырға индем. Өс йылдан һуң, физкультура уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереп, йүнәлтмә менән тыуған яҡтарыма эшкә ҡайтып, Никифар мәктәбендә хеҙмәт юлымды башланым. Әммә оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Тиҙҙән әрме сафына алдылар. Ике йылдан хеҙмәт бурысымды намыҫлы үтәп ҡайтҡас, Өфөләге химзаводҡа эшкә аппаратсы булып урынлашып, ситтән тороп БДУ-ның юридик факультетында уҡый башланым, – тип үткәндәрҙе хәтерләне Рәсих ағай. Һүҙгә хәләл ефете Гөлсөм Хәмит ҡыҙы ла ҡушылды:
– Мин үҙем Өфө ҡыҙы. Педагогия институтын тамамлағас, йүнәлтмә менән Әлшәй районына эшкә ебәр­ҙеләр. Атайым РОНО-ға минең менән бергә үҙе килеп, башҡорт ауылына эшкә урынлаштырыу­ҙарын һораны. Сөнки башҡорт телен яҡшы итеп өйрәнеүемде теләй ине. Ҡалала үҫһәм дә, Ейәнсура районындағы өләсәйемдең тырышлығы арҡаһында телде ярайһы ғына белә инем, әммә атайымды был ғына ҡәнәғәтләндермәгәндер, күрәһең. Хәҙер уйлайым да Рәсих менән юлдарыбыҙ осрашыуына атайымдың да йоғонтоһо булыуын аңлайым. Уның ныҡышмалылығы арҡаһында мине Себенле мәктәбенә немец теле уҡытыусыһы итеп ебәрҙеләр. Рәсихтең бер туған апаһы Гүзәл дә бында уҡыта ине. Иптәшем менән танышыуыбыҙ ҙа уға бәйле килеп сыҡты. Гүзәл апай мине туйына саҡырғайны, шунда тәүге тапҡыр күрҙем буласаҡ тормош иптәшемде. Ул да мине оҡшатҡан. Туйҙан һуң, уйларға ла ваҡыт бирмәйенсә, урлап алып ҡайтты. Бына шулай кейәүгә сыҡтым һәм Рәсих менән баш ҡалаға юлландым. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эш башланым, ә иптәшем был мәлдә «Башнефтезаводстрой» тресында эшләй ине, ситтән тороп уҡыуын дауам итте. Беҙгә дөйөм ятаҡтан урын да бирҙеләр.
Тәү күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ булып, ғаилә ҡорған Исҡужиндарҙың 1982 йылда мөхәббәт емештәре – ҡыҙҙары донъяға килә. Гөлназдарын күҙ ҡараһылай һаҡлап, ҡәҙерләп, иркәләп, һөйөп кенә үҫтерә улар. Ҡыҙҙары ла үҙ сиратында ата-әсәһенең ҡыуанысы, шатлығы булып буй еткерә, яҡшы уҡый, ҡәҙерлеләренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Баш ҡаланың 114-се мәктәбен алтын миҙалға тамамлай. Хәҙерге көндә Башҡорт дәүләт аграр университетында өлкән уҡытыусы булып уңышлы эшләп йөрөүсе Гөлназ ике юғары белемгә эйә: БДУ-ның юридик һәм БДАУ-ның экономика һәм хоҡуҡ факультетын тамамлаған. «Үҙ эшен ныҡ ярата, фән менән ҡыҙыҡһына, атаһына оҡшап ғәҙел, ныҡышмал, кәрәк саҡта талапсан да», – ти ҡыҙы хаҡында әсәһе.
«Ауылдаштарым иман йортона йышыраҡ йөрөһә, шунан ҙур ҡыуаныс юҡ», Уҡып бөткәс, Рәсих Әхмәтғәни улы «Башнефтезаводстрой» тресында юрист булып эшләй башлай. 1992 йылдан Екатеринбургтағы «Белая башня» страховкалау компанияһының Өфөләге филиалына баш бухгалтер булып күсә. 1994 йылдан үҙен Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһына юрист итеп тәғәйенләйҙәр. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, һынатмай ул. Алдынғы ҡарашлы, белемле, тырыш булыуы менән бер рәттән, һәр эште ҙур яуаплылыҡ тойоп, еренә еткереп, күңелен һалып башҡара. 1995 йылдан Рәсих ағай­ҙың яҙмышы «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән бәйле. Юридик бүлектең етәксеһе итеп башланып китә уның эшмәкәрлеге, аҙаҡ юридик идаралыҡтың етәксеһе, ә 2008 йылдан генераль директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Тырыш хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ булған. Ике тиҫтә йылға яҡын ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған ҡатыны Гөлсөм Хәмит ҡыҙы ла 2000 йылдан ошо уҡ ойошмала эшләй. Үҙе был хаҡта бына нимә ти:
– Балаларҙы немец теленән уҡыттым. Эшләү дәүеремдә директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары булырға ла тура килде. Һәр вазифаны яратып башҡарҙым. Мәктәп тормошо менән ҡайнап йәшәнем, тип әйтә алам. Шуға ла уҡытыусы һөнәремде ташлап, бөтөнләй икенсе йүнәлеш буйынса эш башлауы ауырыраҡ булды. Әммә ваҡыт барыһын да үҙ урынына ултыртты. Аллаға шөкөр, инде ун өс йыл уңышлы ғына эшләп йөрөйөм. Тағы шуны ла өҫтәп әйткем килә: Рәсих янына эшкә килгәс, уны бөтөнләй икенсе яҡтан астым. Ғаиләләге иптәшем эш урынында бөтөнләй башҡаса икән: етәксе булараҡ та үҙен тота белә, кәрәк саҡта талапсан, уҫал да. Шуныһына айырыуса ҡыуанам: уны эштә барыһы ла ихтирам итә.
Эшендә – уңған хеҙмәткәр, йортонда – хәстәрлекле ғаилә башлығы, ҡыҙына яҡшы атай, ҡатынына һөйөклө ир булған Рәсих Исҡужин ауылдаштары өсөн дә яҡын, хөрмәтле кеше. Ул ғына ла түгел, ауыл уртаһында балҡып ултырған мәсетте бүләк итеүсе лә.
– Элек гөрләп торған ауылыбыҙҙың һүнеп барыуын күреп йөрәк әрней. Халыҡҡа бөтөнләй эш юҡ. Магазин менән медпункттан башҡа ауылда бер нәмә лә ҡалманы, ябылып бөттө. Ауылыма иман килһен тигән маҡсат менән һалдырҙым иман йортон. Мәсет ул – тәрбиә нигеҙе. Эске донъяны, күңелдәрҙе сафландырыу, таҙартыу өсөн генә лә унда йөрөү зарур бит. Ә былай иман йортон төҙөү хаҡында электән үк һөйләшеүҙәр булды ауылда. Ҡасандыр беҙҙең ауыл мәсетенән клуб эшләгәндәр. Берәүгә лә үпкә юҡ – заманы шулай булған. Етмеш йыл буйына эшләнгән ҡаршылыҡ­тар­ға ҡарамай, дин кешеләр күңелендә һаҡланып ҡалған. Ауылдаш­тарымдың мәсет төҙөргә тигән теләген хуплап, матди сығымдарға ҡарамай, күркәм, матур мәсет төҙөп ултыртырға булдым. Ниһайәт, бер йылға һуҙылған төҙөлөш эштәре тамамланды, октябрҙә тантаналы рәүештә мәсетебеҙҙе астыҡ. Сарала, үҙебеҙҙең ауылдың муллаһы Ғайсар Ғәфүр улы менән бергә, күрше ауылдарҙан да килгән дин әһелдәре һәм республика мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин да ҡатнашты. Мәрхүм булған ауылдаштарыбыҙҙың яҡты рухына, халыҡтың именлегенә арналған, татыулыҡҡа, тыныслыҡҡа саҡырған тәүге аҙан яңғыраны. Мәсетте асыу менән генә эш бөттө тип әйтергә ярамай, хәҙер иһә уны буш тотмаҫҡа кәрәк. Ауылдаштарым йома һайын ғына түгел, башҡа көндәрҙә лә йышыраҡ йөрөһә, минең өсөн шунан да оло ҡыуаныс булмаясаҡ. Киләсәктә бында ғәрәп телен уҡытыуҙы ойошторорға ла ниәтләйем, – тип уй-хыялдары менән уртаҡлашты Рәсих ағай Исҡужин.
– Тормош иптәшемдең ошондай ҙур эште атҡарып сыға алырына ышанғайным, шуға ла һәр ваҡыт уға терәк булырға тырыштым. Матди сығымдарҙың барыһын да үҙе ҡапланы, әлбиттә, ауыл халҡы ла бер аҙ аҡса йыйҙы, ул аҡса мәсеттең кәрәк-ярағына тотоноласаҡ. Шулай уҡ төҙөлөш барышында ауыл халҡының дәррәү өмәләргә сығыуы ҡыуандырҙы. Ҡыҫҡаһы, был изге эште күмәк көс менән башҡарып сыҡтыҡ. Ә исеменә килгәндә иһә, Рәсихтең Фәиз олатаһының атаһы булған Ишҡужа олатайҙың яҡты рухына арнап, Ишҡужа мәсете тип атарға ҡарар иттек, – тине Гөлсөм Хәмит ҡыҙы.
Аллаға шөкөр, арабыҙҙа шундай изге күңелле, иманлы кешеләр бар. Тәүәтәйебеҙҙең генә түгел, ә Башҡортостаныбыҙҙың да ғорурлығы, ышанысы, терәге һеҙ, Рәсих ағай! Ҡылған яҡшылыҡтарығыҙ үҙегеҙгә лә изгелек булып әйләнеп ҡайтһын.

Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Автор фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?