RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо

13.09.2013 Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо

Йәсрибҡа күсенеү
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1.
Аллаһ рәсүле кешеләрҙе исламға күсергә өндәп, ғәрәп ырыуҙарына йөрөй башланы.
Бер ырыуға барғас:
– Мин Алланың һеҙгә ебәрелгән бәйғәмбәре. Мин һеҙгә, Уны бер кемгә лә, бер нәмәгә лә тиңләмәйенсә һәм ҡатнаштырмайынса, Аллаға табынырға ҡушам, – тине.
Сәсен икегә ярып үргән ҡылый Әбүләһәб:
– Ул – алдаҡсы. Ышанмағыҙ шуға! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Аллаһ бәйғәмбәре бүтән ырыуға барып:
– Кешеләр! Алланан башҡа илаһ юҡ, тип әйтегеҙ һәм һеҙ уңырһығыҙ, – тине.
Әбүләһәб уға тупраҡ бәрә-бәрә:
– Ышанмағыҙ уға! Ул һеҙҙе үҙегеҙҙең хоҙайҙарығыҙҙан яҙҙырмаҡсы була! – тип һөрәнләне.
Аллаһ рәсүле исламға өндәп, үлтереүҙәрҙән ҡурсау эҙләп, ырыу­ҙан-ырыуға йөрөнө. Ул Аллаһ ҡушҡанды кешеләргә еткереү өсөн тырышты. Әммә бөтөн ырыуҙарҙа ла:
– Әгәр ул яҡшы булһа, унан кешеләр баш тартмаҫ ине, – тип тыңлар­ға теләмәнеләр.

2.

Йәсрибта (Мәҙинәлә) Ауыс һәм Һәҙрәт тигән ике ғәрәп ырыуы йәшәй ине. Улар мәжүсиҙәр булды. Ә күршеләре Богҡа табынған йәһүдтәр ине. Йәһүдтәр күп түгел. Ике арала һуғыш сығырҙай булһа, йәһүдтәр:
– Бәйғәмбәрҙең ваҡыты етте. Беҙ уның артынан эйәреп һәм уның ярҙамы менән һеҙҙе еңәсәкбеҙ, –ти торғайны.
Йәсрибтың ғәрәптәре был һүҙҙе ишеткәйне инде. Шуға Аллаһ кешеләрҙе хәҡиҡәт юлына сығарыр өсөн үҙенең бәйғәмбәрен ебәререн дә белә ине.
Хаж ваҡыты еткәс, Йәсрибтың бер нисә ғәрәбе Мәккәгә табыныу өсөн килде. Бәйғәмбәр уларҙы осратып:
– Һеҙ кем? – тип һораны.
– Һәҙрәт ырыуынан беҙ.
– Һеҙ йәһүдтәрҙе таныйһығыҙмы?
– Эйе.
– Ултырып һөйләшергә риза булмаҫһығыҙмы? – тине бәйғәмбәр.
Ултырыштылар. Рәсүл уларҙы Аллаға табынырға һәм исламды ҡабул итергә саҡырҙы, Ҡөрьән сүрәләрен уҡыны. Шунан тегеләр үҙ-ара:
– Ҡарағыҙ әле, был бит йәһүдтәр һөйләгән теге бәйғәмбәр ҙә баһа, –тиеште. – Ул беҙгә үҙе килгән.
Ғәрәптәр исламды ҡабул итә һәм бер йылдан йәнә осрашырға һүҙ бирә.

3.

Мөхәммәт менән күрешкәндән һуң ғәрәптәр Йәсрибҡа ҡайта һәм үҙҙәренең исламды ҡабул итеүҙәре тураһында белдерә. Улар бүтәндәр­ҙе лә яңы дингә күсергә өгөтләй. Ислам бик тиҙ таралды, оҙаҡламай Йәсрибта Аллаһ бәйғәмбәрен –именлек уға – иҫкә алмаған бер генә ғәрәп ғаиләһе лә ҡалманы.
Ваҡыт үтә торҙо. Бына яңынан хаж ҡылыр ваҡыт етте. Йәсрибтың ун ике иң күренекле кешеһе Мәккәгә китте һәм унда Аллаһ рәсүле менән осрашты. Улар Алланы бер нәмәгә лә тиңләмәҫкә, урлашмаҫҡа, фәхишәлек итмәҫкә, үҙ балаларын үлтермәҫкә бәйғәмбәргә ант итте.
Хаж тамамланғас, ғәрәптәр Йәсрибҡа кире ҡайтты. Аллаһ рәсүле уларға эйәртеп, Мусаб ибн Өмәйрҙе ебәрҙе. Уға кешеләргә Ҡөрьән уҡырға, уның ҡағиҙәләрен өйрәтергә ҡушты.

4.

Йәнә бер йыл уҙҙы һәм хаж мәле етте. Йәсрибтан килгән мосолмандар Мәккәгә килгәс, Аллаһ рәсүленә уның менән кис, хаж ҡағиҙәләрен үтәп сыҡҡас, осрашырға һүҙ бирҙе. Кеше ағымы туҡтағас, бәйғәмбәр менән күрешергә йәнә өсәү килде, шулайтып уларҙың иҫәбе етмешкә етте. Аллаһ рәсүле улар янына ағаһы Әлғәббәс ибн Әлмоталлип менән килде. Әлғәббәс:
– Үҙегеҙ белеүегеҙсә, Мөхәммәт –беҙҙең беребеҙ. Халыҡ уны бәйғәмбәр тип белә. Ул бында килеп, һеҙҙең менән берекмәк булды. Әгәр һеҙ уны дошмандарҙан һаҡлай алһағыҙ һәм үҙегеҙҙең иңегеҙгә ниндәй ауыр йөк һалғанығыҙҙы аңлаһағыҙ, уны алығыҙ. Әгәр инде уны тотоп бирергә йә ҡурсалауһыҙ ҡалдырырға уйлаһағыҙ, хәҙер үк китегеҙ, – тине.
Улар:
– Беҙ һинең ни әйткәнеңде ишеттек. Инде Аллаһ рәсүле үҙе әйтһен, – тине. – Үҙеңә һәм Раббыңа ни кәрәк, шуны ал.
Аллаһ рәсүле:
– Мин һеҙҙең менән, мине үҙегеҙҙең балаларығыҙҙы һәм ҡатындарығыҙҙы ҡурсалаған кеүек һаҡлағыҙ, тип килешергә уйлағайным, –тине. Алла рәсүле ҡулын алға һондо. Уның яҡлылар, әгәр бәйғәмбәр улар­ға күсенеп барһа, уны һаҡлаясаҡтары тураһында тантаналы ант итте.

5.

Мәккәлә мосолмандарҙы эҙәрлекләгән ваҡытта Йәсрибта ислам ныҡ таралды. Көрәйеш кешеләре мосолмандарға ҡарата төрлө золом ҡорҙо. Аллаһ рәсүле үҙенең иң тоғро арҡаҙаштарын йыйҙы ла:
– Аллаһ һеҙгә ышаныслы йәшәү урыны һәм туғандар ебәрҙе, – тине.
Ул үҙенекеләргә Йәсрибҡа күсенергә ҡушты. Аллаһ рәсүле Аллаһ­тан күсенергә рөхсәт көткәйне. Әбүбәкер уға, бынан китергә теләп, үтенес менән килде.
Бәйғәмбәр:
– Ашыҡма! Бәлки, Аллаһ һиңә юлдаш ебәрер, – тине.
Мосолмандар Мәккәнән китте. Ни бары Мөхәммәт, Әбүбәкер һәм Әли ибн Әбүталип, шулай уҡ юл йөрөй алмаҫтай ауырыуҙар ҡалды. Кө­рәйештең аҡһаҡалдары, Мөхәммәт яҡлыларҙың күсенеүе тураһында ишеткәс, шартлар хәлгә етте. Улар, Мөхәммәт үҙ кешеләренә ҡушылыр ҙа, артабан ҙур көс йыйып, быларға һуғыш асыр, тип ҡурҡты. Шуға күрә нәҫел-ара ҡылыс менән ҡораллан­ған берәр егет һайлап бирһен, тип ҡарарланы аҡһаҡалдар. Шунан егеттәр Мөхәммәтте тотоп ала ла һәр береһе уны үлтергәнсе берәр тапҡыр сәнсергә тейеш, тинеләр. Шулайтып Мөхәммәттең ҡаны һәр нәҫел-араға ла ҡан буласаҡ. Әгәр Мөхәммәтте берәйһе үлтерһә, Әбделманаф нәҫеле үлтереүсенең туғандарына ҡаршы һуғыш асасаҡ. Ҡон ҡайтарыу ғәрәптәрҙә бер йола ине. Үлтереүсе һәм уның туған-тыумасаһы үлгән кешенең нәҫеле алдында үҙ ҡаны менән яуап бирә – ана шул инде ҡон. Ырыу башлыҡтары бәйғәмбәрҙе ошо төндө үлтерергә һүҙ ҡуйышты. Әммә Раббы уны яҙмыш ҡосағына яңғыҙын ташлап ҡуймай. Ябраил фәрештә Мөхәммәткә ебәрелә. Ул килеп:
– Был төндө үҙ урыныңда йоҡлама, – ти.
Төн етә. Әбүйәһәл менән бүтән үлтереүселәр Мөхәммәттең өйө янына килә. Мөхәммәт быларҙы шәйләп ҡала һәм Әлигә:
– Минең урынға ят та йоҡлаған кеүек бул. Тегеләр һине бер ни ҙә эшләтмәҫ, – ти.
Әли бәйғәмбәрҙең урынында йоҡлап китә, Көрәйеш башлыҡтары, Мөхәммәт ята икән, тип уйлай.
Ишек асылғас, Аллаһ рәсүле һиҙҙермәй генә сығып китә. Сөнки Аллаһ бының менән дошмандарының күҙен томалай. Бәйғәмбәр тегеләрҙең башына тупраҡ һибә лә Әбүбәкерҙең өйөнә китә. Мөхәммәттең өйөнә бер кеше килә лә Аллаһ рәсүлен үлтерергә йөрөгән ирҙәрҙе күреп, тегеләрҙән:
– Кемде көтәһегеҙ бында? – тип һорай.
– Мөхәммәтте, – тиҙәр.
– Раббы һеҙгә уңышһыҙлыҡ ебәр­ҙе, – ти теге. – Мөхәммәт һеҙгә баштарығыҙға тупраҡ һипте лә китте бит бынан. Үҙегеҙ менән ни булғанын шәйләмәнегеҙме ни?
Үлтереүселәрҙең һәр береһе башын һыйпап ҡараһа, ысынлап та, тупраҡ. Йоҡо урынын ҡараһалар, Әлиҙе күрҙеләр. Шулай ҙа:
– Раббы менән ант итәбеҙ, был бит Мөхәммәт, – тиҙәр.
Былар таңға тиклем шунда ултыра, Әли уянып сыҡҡас, ныҡ асыуланалар һәм Аллаһ рәсүлен эҙләп китәләр.

6.

Аллаһ рәсүле Әбүбәкер менән бергәләп Мәккәнән сығып, Йәсрибҡа юл ала. Китер алдынан Әбүбәкер улы Абдуллаға көндөҙ улар тураһында ни һөйләрҙәрен белешергә ҡушып киткәйне. Әбүбәкер шулай уҡ үҙенең хеҙмәтсеһенә көндөҙ һарыҡтарҙы яланда көтөргә лә төнгөлөккә Мәккәнең көньяғындағы Саур мәмерйәһе янында ҡалдырырға ҡушты.
Бәйғәмбәр Әбүбәкер менән Саур мәмерйәһенә барып йәшенде. Төндә улар янына Әбүбәкерҙең улы Абдулла килеп, былар киткәс, кешеләрҙең ни эшләгәнен һөйләне. Әбүбәкер һарыҡтар янына барып, уларҙы һауа һәм рәсүлгә һөт эсерә, шунан үҙе эсә.
Көрәйеш кешеләре бәйғәмбәр менән уның дуҫын эҙләргә тотона. Бер мәл улар тегеләрҙең аяҡ эҙен таба һәм эҙәрлекләргә тотона... Мәмерйәгә еткәс, улар үрмәксе ауына юлыға.
– Әгәр бында кемдер инһә, ау булмаҫ ине, – тиешәләр.
Әбүбәкер, тауышты ишетеп, шыбырлай:
– Был кешеләр һине эҙләп йөрөй.
– Ҡурҡма, Әбүбәкер, – тип яуап­лай Мөхәммәт, – Аллаһ беҙҙең менән.
Аллаһ рәсүле менән Әбүбәкер өс көн мәмерйәлә йәшенеп ята. Кешеләр уларҙы эҙләүҙән туҡтағас, бәйғәмбәр дөйәгә менеп ултыра, Әбүбәкер ҙә шулай итә. Улар яллаған юл күрһәтеүсе бүтәндәр белмәгән һуҡмаҡтан быларҙы Йәсрибҡа алып китә.

7.

Көрәйеш аҡһаҡалдары Мөхәм­мәтте үлтергән йә әсиргә алған кешегә яҡшы хаҡ түләйәсәктәре тураһында белдерә. Сүрәкә ибн Малик хаҡты алмаҡ була. Ҡулына һөңгө тотоп атҡа менә лә был Мөхәммәт, Әбүбәкер һәм уларҙың юлсыһы киткән һуҡмаҡ буйлап саба. Тегеләрҙе ҡыуып еттем тигәндә генә аттан ҡолай. Тора ла атына менә һәм йәнә тегеләрҙе баҫтыра. Ҡапыл ат тубыҡтарына тиклем ҡомға бата һәм баҫтырыусы тағы ла тәгәрәп китә. Тороп, яңынан эйәргә ултыра һәм тегеләрҙән үҙенең хәүефһеҙлегенә ышандырыу һорай. Үҙ-үҙенә ул, Аллаһ рәсүленә ярҙам итәсәкмен, тип һүҙ бирә. Бәйғәмбәргә иһә:
– Имен-аманлығым тураһында шикәйәт яҙып бир, – ти.
Мөхәммәт юл башлаусыға шикәйәт яҙырға ҡуша. Сүрәкә Мәккәгә ҡайта ла осратҡан һәр кешенән Аллаһ рәсүлен эҙәрлекләмәүҙәрен үтенә башлай.
Бәйғәмбәр имен генә Йәсрибҡа етә һәм ер йөҙөндә Аллаһ ди­нен таратырға, нығытырға тотона.

(Дауамы. Башы 1 – 10-сы һандарҙа).










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?