RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аллаһы Тәғәләгә таянған яҡлаусыһыҙ булмаҫ

09.04.2013 Аллаһы Тәғәләгә таянған яҡлаусыһыҙ булмаҫ

«Мәҙрәсәбеҙҙә уҡыуҙар һуң бөттө. Әсәйем борсолоп көтөп тормаһын өсөн ҡыҫҡа юлдан – парк аша ҡайтырға булдым. Урамда бик ҡараңғы ине. Күңелем менән Аллаһы Тәғәләгә таяндым. «Аятел-Көрси» доғаһын уҡый-уҡый парк аша ҡайтырға йүнәлдем. Баҡсаның уртаһына барып еткәс, артымдан бер ир килеүен шәйләп ҡалдым. Оҙон ғына кәүҙәле, баһадир бер кеше ине. Күңелемдә ҡурҡыу булһа ла, «Аятел-Көрси» доғаһын уҡыуымды туҡтатманым. Әлеге кеше етеҙ аҙымдар менән мине ҡыуып етте һәм йөҙөмә ҡарап йылмая-йылмая уҙып китте. Парктың икенсе осонда әсәйемдең борсолоулы хәлдә көтөп тороуын күреп ҡалдым», – тип һөйләй Мәрйәм исемле ҡыҙ.
– Әсәй, ниңә мине ҡаршыларға сыҡтың? – тип һорай ул, аптырап.
– Ҡыҙым, ярты сәғәт элек кенә ошо паркта бер ир күрше ҡыҙын көсләгән. Һинең менән дә был хәл булмаһын өсөн хәүефләнеп килеп сыҡтым, – тип яуап ҡайтара әсә.
Әсә менән ҡыҙ өйгә ҡайтып китә. Күрше ҡыҙын йыуатыр өсөн Мәрйәм уның янына инә. Икенсе көндө полиция бүлегенә лә бергә баралар. Көсләү буйынса бер нисә кеше шик аҫтына алынған була. Полиция хеҙмәткәре күрше ҡыҙынан: «Ошо ирҙәр араһынан берәйһен таныныңмы?» – тип һорай.
Мәрйәм паркта үҙенең янынан йылмайып үткән ирҙе танып ҡала.
Күрше ҡыҙы тап шуны, ул мине көсләне, тип күрһәтә. Бер ни тиклем ваҡыттан полиция хеҙмәткәре, Мәрйәмгә төртөп күрһәтеп: «Кисә һин уны күргәнһең. Нисек уға ла теймәнең?» – тип һорай енәйәтсенән.
Енәйәтсе:
– Нисек мин уға ҡағылайым? Уның ике яғынан минән дә бәһлеүән көслө ике ир бара ине бит, – тип яуаплай.
Мәрйәм, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итеп, илап ебәрә.
Полиция хеҙмәткәре:
– Ниңә илайһың? – тип аптырай.
Ҡыҙ:
– Мин яңғыҙ инем. Аллаһы Тәғәләнең хикмәте, рәхмәте менән, «Аятел-Көрси» доғаһын уҡығаным өсөн, Ул миңә ике һаҡсы ебәргән. Уға рәхмәтемде әйтеп илайым, – тип яуаплай.
Хөрмәтле дин ҡәрҙәшем, әлбиттә, Аллаһы Тәғәләгә инан­ған, бөтә эштәрҙә лә Уға таянған кешегә бер ниндәй ҙә насарлыҡ тейә алмай, сөнки Хоҙай уны һаҡлай. Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә «Аятел-Көрси» тураһында: «Әгәр ҙә киске ваҡытта бер кеше, ысын күңелдән Аллаһы Тәғәләгә таянып, «Аятел-Көрси» доғаһын уҡыһа, уға таңға ҡәҙәр һаҡлап тороусы ике фәрештә ебәрер», – тигән. Ошо һүҙҙәрҙең хикмәтен беҙ юғарыла һөйләнелгән ваҡиғала ла күрәбеҙ. Аллаһы Тәғәлә беребеҙҙе лә үҙенең рәхмәтенән һәм ярҙамынан ҡалдырмаһын.

Мәхмүт ШӘРӘФЕТДИН.

(«Бәхеттәрҙең серҙәре» китабынан).










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?