RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Мосолмандар ҡор йыйҙы

16.10.2012 Мосолмандар ҡор йыйҙы

Мосолмандар ҡор йыйҙы
Баш ҡалабыҙҙың Конгресс-холында Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының ойоштороу съезы үтте. Был сара илдә туғыҙынсы тапҡыр ойошторола. Съезға меңдән ашыу делегат йыйылды. Улар араһында имамдар һәм дини ойошмалар вәкилдәре, мөфтөйҙәр, халыҡ-ара ислам ойошмалары етәкселәре, ағзалары, ислам динен тотҡан сит илдәрҙән ҡунаҡтар бар ине. Шулай уҡ сараға Рәсәйҙең дәүләт власы органдары вәкилдәре лә килде. Съезд Рәсәй кимәлендә ойошторолһа ла, сараға Сүриә, Төркиә, ҡаҙағстан, Тунис, Сербия, Фәләстән һәм башҡа илдәр вәкилдәре килеп, тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе, тәжрибәһе, фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының съезында Башҡортостан Респуб­ликаһы Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашып, сығыш яһаны. Республика башлығы форумдың илебеҙҙәге мосолман өммәте өсөн мөһим сара булыуын билдәләне.
− Рәсәйҙә 20 миллион тирәһе мосолман йәшәй. Шуға ла илебеҙҙе ислам донъяһының тышҡы периферияһы итеп түгел, мөһим бер өлөшө тип күрергә кәрәк. Ул, христиан дине кеүек үк, дәүләтте булдырыусы дин, − тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов сығышында экстремизм, террор кеүек заман күренештәренә лә ҡағылды. Уның билдәләүенсә, террор бе­лем­һеҙлек, аңһыҙлыҡ хөкөм һөргән ерҙә урын ала. Шуға ла кешеләргә дини белем биреү бик мөһим. Бөгөн мосолман динен өйрәнеүселәргә ярҙам итеү өсөн федераль программа бар, махсус фонд та булдырылған. Әле Башҡортостанда ғына ла биш мосолман уҡыу учреждениеһы эшләй. Улар араһында юғары уҡыу йорто ла бар. Шуныһы ла мөһим – дини уҡыу йорттарын бөтөрөүселәр дәүләт дипломын алыуға өлгәшә. Хәҙер белем алыуҙы интернет һәм башҡа заманса технологияларһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. ҡөрьән тәғлимәттәрен өйрәнеүҙә лә интерактив саралар ҡулланыу талап ителә.
Съезда Өфөлә «Ғибаҙуррахман» йәмәғәт ойошмаһын ойоштороу мәсьәләһе лә ҡаралды. Был ойошма Рәсәй мосолмандарын туплаясаҡ. Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин билдәләүенсә, яңы төҙөлгән йәмәғәт ойошмаһы, башлыса, йәштәр һәм киң йәмәғәтселек менән эшләйәсәк, тип күҙаллана. Унда, йәштәргә дини белем биреү менән бер рәттән, уларҙы йәмғиәттә тыныс һәм имен йәшәргә лә өйрәтәсәктәр. Был ислам динен тотоусылар араһында террорлыҡ һәм экстремизм кеүек насар күренештәр урын алмаһын өсөн башҡарыла. «Ғибаҙуррахман» – Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының йәмәғәт ойошмаһы. Уның составында назарат­ҡа ингән бөтә 25 дини ойошманың да вәкилдәре бар. Хәҙер һәр бер төбәктә йәштәр менән эшләү өсөн махсус департаменттар, союздар булдырыласаҡ. Был ойошмалар йәштәр менән берлектә төрлө мәҙәни һәм спорт саралары, конференциялар, «түңәрәк өҫтәл»дәр үткәрәсәк. ҡыҫҡаһы, ойошма йәштәр менән әүҙем, эҙмә-эҙлекле эш алып барырға ниәтләй. Уларҙың был ниәттәрен хуплап, башланғыстарында уңыштар теләргә генә ҡала.
Бөгөн йәштәр араһында суицид, эскелек, наркомания, енәйәтселек, психик ауырыуҙар һәм башҡа проблемалар йыш күҙәтелә. Ошондай ҡурҡыныс, һаҙға батырғыс социаль проблемаларға ҡаршы көрәштә ислам дине, башҡа диндәр кеүек үк, үҙ һүҙен әйтергә тейеш. Был юҫыҡта дәүләттең дә, диндең дә ҡараштары тулыһынса тап килә. Әлбиттә, бөгөн динде дөрөҫ аңламай, был изге нәмәне төрлөсә файҙаланырға теләүселәр табылып тора. Шуға ла йәмғиәттә, бигерәк тә йәштәр араһында ислам диненең нигеҙен, йүнәлешен, тәғлимәттәрен дөрөҫ аңлау, өйрәнеү һәр кемгә кәрәк.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?