RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Әғүҙү бисмилла»

12.03.2011 «Әғүҙү бисмилла»

Бер ҡатындың ире монафиҡ ине. Был ҡатын һәр һүҙен, һәр эшен «бисмилла»ны әйтеп башлар була. Бер ваҡыт ире: «ҡатындар уларҙы оятлы иткән нәмәне эшләмәһендәр», – ти һәм ҡатынға аҡса янсығын ҡалдырып, һаҡларға ҡуша. Ләкин хәләл ефете уны бер урынға ҡуя ла, онота. Ире был аҡса янсығын үҙе табып ала ла, ундағы аҡсаны алып, йорттағы ҡойоға һала. Һуңынан ҡатындан янсыҡты талап итә. ҡатын янсыҡты ҡуйғанда «бисмилла» тип әйткән була. Аллаһы Тәғәлә Жәбраилға тиҙ генә янсыҡты алып килеп урынына ҡуйырға әмер итә. ҡатын ҡулын янсыҡты алырға тип һуҙа һәм уны ҡуйған урынынан табып ала.
Ире быға бик ғәжәпләнә һәм Аллаһыға тәүбә ҡыла.
Ибн Ғәббәстән килгән хәҙисте бәйғәмбәребеҙ: «Кем «бисмилла»ны әйтә, Аллаһы Тәғәлә уны 70 бәлә-ҡазанан һаҡлар» – тигән.
«Бисмилла»ны һәр кем йоҡлаған ваҡытында 20 мәртәбә уҡыһа, Хаҡ Тәғәлә ул бәндәне шул кистә шайтан зарарынан һәм кинәт үлеүҙән ҡотҡарыр, бәлә-ҡазаларын ул бәндәнән ебәрер.
Әгәр ҙә берәү «бисмилла»ны ихластан әйтһә, уның һүҙҙәренә ҡушылып, хатта тауҙар ҙа ҡабатлар, һеҙ быны ишетмәһәгеҙ ҙә.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм әйткән: «Әгәр берегеҙ ҡыйынлыҡҡа осраһа йәки уға бәлә-ҡаза килһә, «бисмилла»ны әйтһен, Аллаһы Тәғәлә уның бәләләрен ситләтер.
Ибн Мәсғүдтән хәҙис: «Кем «Бисмилләһир-рахмәнир-рахим» тип әйтһә, Аллаһы Тәғәлә уға 4000 сауап яҙыр һәм 4000 гонаһ-хатаһын ғәфү итер».
«Бисмилла»ны ниндәй ҙә булһа ауырыуға 50 мәртәбә йәки көн дә 100 тапҡыр уҡыһаң, Хаҡ Тәғәлә рөхсәте менән ауырыуға шифа булып сихәтләнер.
Әгәр ҙә берәү «Бисмилла»ны әйтһә, фәрештәләр уны «тамуҡтан һаҡла, ожмахҡа индер» тип доға ҡылыр.
Һәр төрлө афәттән, янғындан, үлемдән һаҡланыу өсөн ятыр алдынан 21 тапҡыр «Бисмилла» уҡылыр.
Яуызлыҡтың йөҙөнә ҡарап, 50 мәртәбә «Бисмилләһ-шәриф» уҡыл­һа, ул яуыздың күңеленә ҡурҡыу инер, уҡыусы иһә именлектә булыр.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?