RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ни өсөн сусҡа ите ашарға ярамай

16.02.2018 Ни өсөн сусҡа ите ашарға ярамай

Ни өсөн  сусҡа ите  ашарға ярамай
Ни өсөн сусҡа итен ашарға ярамауҙың үҙем белгән-ишеткән сәбәптәрен еткергем килә. Сөнки үҙен мосолман тип йөрөгән, инде аҡыл инерлек йәштәге ҡайһы бер кешеләрҙең баҙарҙа сусҡа ите эҙләп, һайлап, һатыу­лашып алғанын күҙәткәнем бар. Колбаса хаҡында әйтеп тораһы ла түгел – ниндәй иттән яһалғанын ҡарап та тормайҙар. Ярай, элек аҙыҡ-түлек һайлап алырлыҡ күп түгел ине, беҙ үҙебеҙ ҙә күп нәмәне белмәнек. Сөнки мәғлүмәт булманы, атай-әсәйҙәрҙең иҫкәрмәләренә ҡолаҡ та һалманыҡ. Беҙгә уларҙың әйткәндәрен “үткәндәр ҡалдығы” тип өйрәттеләр. Әсәйемдең: “Һеҙ магазин ите ашап ҡына ауырыйһығыҙ”, – тигәненә көлөп кенә ҡарай инем. Сусҡа ите йомшаҡ була, тип, билмәнгә лә ҡушып ебәреү, магазиндан әҙер билмәнде, колбасаны сиратта тороп алыуҙар булды.

Ҡөрьәндә Аллаһы Тәғәлә мосолмандарға сусҡа итен хәрәм иткән. Әммә берәй кеше аслыҡ сәбәпле ашарға мәжбүр булһа, гонаһы юҡ, тиелгән. Шул сәбәпкә таянып булһа, беҙҙең элекке гонаһтарыбыҙҙы Аллаһы Тәғәлә ғәфү итһә ине инде.
Ҡөрьәндең хикмәттәре, 1,5 мең йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, ғалимдар тарафынан тикшерелеп бөтмәгән. Әленән-әле асыштар яһалып тора. Әйткәндәй, ниндәй ғалим булһа ла, аяттарҙа асыш тапһа, ул ислам динен ҡабул иткән. Ә беҙ үҙебеҙ, мосолман була тороп та, Алла ҡушҡандарҙы үтәмәйбеҙ, тәкәбберлек күрһәтәбеҙ. Ҡөрьәндә генә түгел, Тәүратта ла сусҡа итен ашау тыйылған: “...Не ешьте верблюда, тушканчика, зайца... и свинины... Нечиста она для вас. Мясо их не ешьте и к трупам их не прикасайтесь...” (Левий, II раздел).
Шуға ҡарамаҫтан, христиандар сусҡа итен ашай. Улар был турала, йәнәһе, Евангелиела яҙылмаған, тип үҙҙәрен тынысландыра. Уларҙың Алланың улы тип йөрөткән Ғайса бәйғәмбәре (ғ.с.) сөннәтле булған, Ураҙала көндәр буйы ашамаған. Сусҡа итен хәрәм күргән.
Сусҡа итенең кеше организмына зарарлы булыуын аңлатҡан бик күп фәнни асыш бар. Әле 1982 йылда уҡ СССР-ҙың Туҡланыу институты материалдарында ошондай һығымта бар ине: “Мясо свинины не может быть хорошей пищей – свинья питается отбросами, поэтому располагает к гниению и другим неприятностям”.
Хәҙерге заман ғалимдары әйтеүенсә, сусҡа күп ашай, бысраҡта соҡона, сысҡан, ҡомаҡтарға ташланып, тотһа, ашай, үләкһә һәм кеше хәжәтенән ҡалған тиҙәктәрҙе лә ашай. Уның тәнендә зарарлы паразиттар, микробтар, вирус­тар тиҙ урын таба, күбәйә. Сусҡа ите ҡурҡыныс, тиҙ генә дауалап булмай торған бик күп ауырыу килтереп сығара – аскаридоз, тениидоз, япон энцефалиты, сусҡа киҙеүе, бруцеллез, туберкулез, холера. Барыһы 57 йоғошло ауырыу, унан башҡа, аллергия, ревматизм, эренле тире ауырыуҙары шул арҡала сыға. Сусҡа майы организмда эшкәртелмәй, шул килеш туҡымаларға ултырып ҡала. Шул май арҡаһында (ауыр эшкәртелә, тиелгән) кешенең гел ашағыһы килеп тора. Кеше һимерә, уны май баҫа.
Психологтарҙың күҙәтеүҙәре буйынса әйтелгән бер фекер бар: сусҡа ите ашаған кешегә әлеге хайуан­дың тиҫкәре бер тәбиғәте һәм холҡо ла күсә. Рустар юҡҡа ғына: “Ни ашағаныңды әйт, мин һинең кем икәнеңде әйтермен”, – тимәгән. Сусҡа ялҡау, бысраҡ, ҡомһоҙ хайуан булғас, аңлашыла инде, уны ашағас кемгә әйләнеүебеҙ.
Элегерәк табиптар ҙа ҡайһы бер ауырыуҙарға сусҡа итен ашауҙы тыя торғайны.
Риүәйәттәрҙән килгән бер ваҡиға бар: Муса (ғ.с.) дәүерендә йәшәгән йәһүдтәр­ҙән бер төркөм кафырҙы Аллаһы Тәғәлә – маймылдарға, икенселәрен сусҡаға әйләндергән. Был һүҙҙән аңлашыла, сусҡа ите ашаған кеше кеше ите ашаған кеүек була. Сусҡаның бауыры ла кешенеке менән бер төрлө булғас, уны кеше организмына күсереп ултыртыу ысулы бар. Аҡһымы иһә кешенеке менән бер төрлө икән. Шуныһы ғәжәп, татар-башҡорт фермерҙары ла сусҡасылыҡ менән шөғөлләнә. Яңыраҡ ТНВ каналынан бер фермер, сусҡаларҙы хәләл (бына һиңә мә?!) итеп үрсетәбеҙ, тәрбиәләйбеҙ, тине. Сусҡа сусҡа булалыр инде ул. Ҡөрьәндәге хәрәм хәләл була алмаҫ. Сусҡа аҫраусыларға ауырыуҙар күсеүе миҫалдары бар. Америка ғалимдары 1918 йылда ҡырылған мәйеттәрҙе тикшереп, уларҙың сусҡа киҙеүенән үлгәнен иҫбатлаған. Ул ваҡытта донъяла 21 миллион кеше, шул иҫәптән Америкала 700 мең кеше үлгән.
Үҙебеҙҙең милләттең быуаттар буйы яратып ашай торған милли ризыҡтары бар. Мәҫәлән, ата-бабаларыбыҙ йылҡыны үҙ иткән.
Ат – бик таҙа һәм аҡыллы хайуан. Һыуҙы ла бит ашыҡмайынса, һөҙөп кенә эсә. Уның ите еңел эшкәртелә һәм файҙалы, унда холестерин юҡ. Сәнәғәттә етештерелгән ҡаҙыға сусҡа майы ҡушалар икән, һаҡ булырға кәрәк. Ә сит илдәр­ҙә ҡаҙыға ҡуй майы өҫтәлә.
Ҡөрьәндә беҙҙең тәнебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлау өсөн тыйыуҙар бар. Алланың үҙенә түгел, беҙгә кәрәк ул. Ғалимдар ҙа, табиптар ҙа беҙҙе ҡайғыртып, тырышлыҡ күрһәтә.
Милләттәштәребеҙгә хәләл ризыҡтар менән генә туҡланырға насип итһен. Малыбыҙ бәрәкәтле булһын, үҙебеҙ һау-сәләмәт йәшәйек.
Зәйтүнә КӨҪӘПОВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?