RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Һәр кемде иманға саҡырып торһон

05.06.2015 Һәр кемде иманға саҡырып торһон

Һәр кемде иманға саҡырып торһонthumb=left]https://www.ye02.ru/uploads/posts/2015-06/1433495108_2.jpg[/thumb]Федоровка районының Юлдаш ауылы – Ырымбур өлкәһе менән сиктәш ятҡан төпкөл ауылдарҙың береһе. Бында тырыш, уңған халыҡ йәшәй. Борон-борондан малсылыҡ, игенселек менән көн иткән юлдаштар әле лә заман елдәренә бирешмәй донъя көтә. Ваҡытында ауылда ике мәсет булған. Ҡасандыр ауыл муллаһы йорто, совет осоронда мәктәп, һуңынан ауыл кибете өсөн файҙаланыл­ған бина, магазин яңы урынға күскәс, иман йорто итеп яңыртылды. Был ваҡытҡа инде ул тамам иҫкереп, хатта терәү ҡуйылғайны. Мәсет булған ерҙә иман да булыр, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. һуңғы йылдарҙа халыҡ дингә, әхлаҡи тәрбиәгә, иманға ҙур иғтибар бирә. Урау юлдар үтеп, дин юлына баҫҡан, Юлдаш.

Үҙаллы ғәрәп телен өйрәнеп, аҙаҡ Бөтә Рәсәй ислам университетын тамамлағас, ныҡлап был эшкә тотонорға була, ләкин мәсет төҙөү ҙур сығымдар талап итә. Бер нисә йыл дауамында «ҡайҙан 300 мең һум табырға» тип уйлап йөрөгәндә, ҡулына бер төргәк тап шул күләмдә аҡса килтереп тотторалар, хатта кем биргәнен дә әйтмәйҙәр. Аллаһы Тәғәләнән һораһаң – алдыңа килтереп ҡуя, тигәне шул булалыр инде. Йыйған хәйер-саҙаҡа, яҡташтар, ауылдаштарҙың ярҙам аҡсаһын ҡушып, мәсет бинаһын күтәреп, башын ябып ҡуялар. Фотоға төшөрөп, интернет киңлектәрендә: «Мәсет төҙөп бөтөрөргә мөмкин булғанса ярҙам итегеҙ», – тип мөрәжәғәт иткәс, икенсе көндө үк әлеге лә баяғы исемһеҙ бағыусы иҫәпкә 300 мең һум аҡса күсерә. Тамырҙары менән Федоровка районының Юлдаш ауылынан, әлеге ваҡытта Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәүсе Рөстәм Кинйәбаев булып сыға ул. Имам-хатип Ғәбделкәрим Атйетәров Ҡорбан байрамында бағыусы исеменә һарыҡ салып, бөтә ауыл табын ҡороп, доға ҡылып, яңы мәсетте Рөстәм Сынтимер улының әсәһенең яҡты рухына бағышлап «Ғәлиә» тип атарға килешелә.

Бөтә ауыл халҡы, яҡташтар тырышлығы менән төҙөлгән мәсетте 30 майҙа тантаналы рәүештә асыу сараһы уҙғарылды. Ауыл гөр килеп торҙо. Алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Изге байрамға көтөп алын­ған ҡунаҡ булып Санкт-Петербург ҡалаһынан 900 мең һум иғәнә индереүсе төп бағыусы Рөстәм Кинйәбаев ҡайтты. Элек фотолар аша ғына ҡараған мәсетте үҙ күҙҙәре менән күргәс, һоҡланыуын йәшермәне. «Үҙемде бала саҡтан уҡ, әле лә һеҙҙең ҙур һәм дуҫ ғаиләгеҙҙең бер өлөшө тип һанайым һәм һанаясаҡмын. Ул һәр ваҡыт шулай буласаҡ, ҡайҙа ғына булһам да, ҡайҙа ғына йәшәһәм дә», – тине ул яҡташтары алдында.
Байрам сараһын мәсет төҙөүҙе ойошто­роу­сы, ауылдың имам-хатибы Ғәбделкә­рим хәҙрәт Атйетәров алып барҙы. «Барлыҡ ауылдаштар­ға, яҡташтарға, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, төп бағыусыбыҙ Рөстәм Кинйәбаевҡа, район хакимиәтенә оло рәхмәт. Ҡулдарынан килгәнсә аҡсалата, физик эш менән ярҙам итеүселәргә, хәйер-саҙаҡа, бүләк һалыусыларға, өмәгә сығыусыларға, ялланып эшләүселәргә, ҡорбан салдырыусыларға, аш-һыу менән тәьмин итеүсе ҡатын-ҡыҙға, мәсет асыуҙы ойоштороусыларға оло ихтирамымды белдерәм, арабыҙҙа хатта бер генә ҡаҙаҡ ҡаҡҡан кеше булһа ла, Аллаһы Тәғәләнең киң рәхмәтенә өлгәшһен», – тип изге эштән ситтә ҡалмағандарға мөрәжәғәт итеп, киләсәктә мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән һәр кемде барлап, китап сығарырға ниәтләп, иң әүҙем ауылдаштарын бүләкләп үтте. Артабан Федоровка районы башлығы Радик Ишмөхәмәтов, имам-ахун Тимерғаҙыҡ Әхмәров, ауыл хакимиәте башлығы Венер Аҡсурин һ.б. тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе, бүләктәрен, маҡтау хаттарын тапшырҙы. Сарала Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин ҡатнашты. Вәғәз әйтеп, Федоровка районының Юлдаш ауылы халҡын иман йорттарының республикала асылған 1200-сө мәсет булыуы менән ҡотланы, мосолман әләме, грамоталар, балаҫ бүләк итте. Шулай уҡ ауылдаштар ҙа үҙ бүләктәрен, хәйер-саҙаҡаһын мәсет файҙаһына һалды. Йәшел таҫма ҡырҡып, тәҡбир әйтеп мәсет ишеген тантаналы асҡас, иман йортонда ир-егеттәр намаҙ уҡыны. Мәсет эргәһендәге шыршы аллеяһында иҫтәлеккә ағастар ултыртылды. Киләсәктә шыршылар, иманға тартылған әҙәм һымаҡ, юғары үрләп, ошо матур сараны хәтерләтеп торор. Байрам мәктәп бинаһында барлыҡ ауыл халҡы әҙерләгән йәмле табын менән тамамланды. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр. Мәсеткә барыу һәм ошо йорт төҙөлөшөнә индергән бәләкәй генә ярҙам да иң ҙур сауаптарҙан һанала. Изге ниәт менән күмәкләп төҙөгән «Ғәлиә» мәсете тупһаһынан кеше аяғы өҙөлмәһен, донъялар имен булһын.

Т. Аманов.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?