«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Гастарбайтерҙар һәм асығауыҙҙар



26.02.2013 Гастарбайтерҙар һәм асығауыҙҙар

Гастарбайтерҙар һәм асығауыҙҙар
Мәскәү телеканалдары аша гастарбайтерҙарҙы «ауыҙлыҡлау» кәрәклеге тураһында йыш ишетәбеҙ. Бер үзбәктең һөйләүенсә, уларҙың алтмыш проценты беҙҙең республикала икән. Ул турала ләм-мим ‒ яҙылмай ҙа, ишетелмәй ҙә. «Башҡортостан»дың бер һанында уға ҡағылышлы мәҡәлә яҙғайным. Был шуның дауамы була инде.
Беҙгә иң беренсе булып әрмән гастарбайтерҙары килеп тулды. Хәҙер үзбәк, тажик үҙ ерендә йөрөгән кеүек йөрөй.
Үрҙә телгә алынған үзбәк июль айында иленә егерме өс мең һумдан ашыу аҡса ебәргән, ә августа – егерме дүрт мең һумдан ашыу.
Гастарбайтерҙарҙың ун йылдан да ашыу үҙ иленә ҡайтмай йөрөгәндәре бар. ҡайтҡандары һыуыҡ ҡыш айҙарынан һуң тағы килә. Юл хаҡы ла ҡурҡытмай. Мәҫәлән, тажиктар самолетта ғына ҡайтып килә ала. Бер яҡҡа ғына уға билетҡа ун мең һум аҡса кәрәк. Улар беҙҙең ҡалалар янындағы төҙөлөштәрҙә төпләнә, күбеһе мунсаларҙа ҡунып йөрөй. Эш биреүселәр менән төплө һөйләшәләр, хаҡты ла ҡуя беләләр, ышанысҡа инәләр. Тағы ла киләсәктәрен белеп, эште еренә еткереп эшләргә тырышалар. Урындағы хакимиәт етәкселәре, тәртип һаҡлаусылар менән дуҫлашалар. Уларҙың эштәрен бушҡа эшләйҙәр. Был теркәлеү әмәленән дә ҡотҡара.
Биш кешенән торған бер ғаилә әллә нисәнсе йыл инде бер урында тапана тиерлек. Ике улы ла эшләп алған аҡсаһына илдәрендә фатирлы булды, ҡыҙына туй үткәрҙеләр. Тиҙҙән кейәүе лә киләсәк. Ғаилә арта барғас, бер бай исеменә яҙҙырып, өйө, мунсаһы булған баҡса һатып алдылар. Хәҙер улар йыл әйләнәһенә илдәренә ҡайтмаясаҡ. Үҙ-ара һөйләшкәндә, ауылдарҙан эш эҙләп килеүселәребеҙҙе асығауыҙҙар, ҡырағайҙар, һуғышып баралар, тип яманлайҙар. Быға ҡарата шуны әйтеп була: ысынлап та, ауылдарҙан килеүселәр эш биреүселәр менән эшлекле, төплө һүҙ алып бара белмәй, көлөп маташалар, ышаныс тыуҙырмайҙар. Мәҫәлән, гастарбайтер­ҙар, эште белмәһә лә, беләм, ти. Эш хаҡын аванслап алып бөтәләр. Беҙҙекеләр аҙаҡҡа ҡалдырған булып, йыш ҡына буш ҡала. Гастарбайтерҙар урлашмай, беҙ­ҙекеләр­ҙең ҡулы оҙон, илке-һалҡы эшләйҙәр, тағы ла килеүҙәре тураһында уйламайҙар. Барыһы ла улай түгел, әлбиттә, ләкин күҙгә салынғаны шул.
Тажиктар бөтөнләй эсмәй, үзбәктәр үҙ-ара байрам иткеләп ала, ә беҙҙекеләр тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Шуға күрә гастарбайтерҙар эшләй, ә асығауыҙҙар эшһеҙ йөрөй.
«ҡырағайҙар,‒ һуғышып баралар» тигәндәренә лә яуап бар. Улар башҡорт халҡының тарихын – быуаттар буйы сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы көрәшеүе хаҡында белмәй.
Көрәш башҡорттоң ҡанына һеңгән. Эш урындары ла тартылып алынғас, нимә эшләһендәр. Беҙҙең икмәкте ашап, байығып, рәхмәт әйтәһе урынға, ғәйбәт һатһындар әле. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ йөрөгәндәр менән ярышып булмай. Эш урындары улар ҡулына эләгә.
Заманалар үҙгәргәс, үҙ эшселәребеҙгә иғтибар артһын ине. Етешһеҙлектәре лә бөтөр, ҡоро ҡул менән өйҙәренә әйләнеп ҡайтмаҫтар. Гастарбайтерҙар, үҙ граждандарын эш менән тәьмин итеү проблемаһы тейешле власть органдары тарафынан эҙмә-эҙлекле хәл ителергә тейеш. Ул сағында илебеҙ, республикабыҙ ҡаҙнаһына бер өлөшө һалым булып инәсәк аҡса йылға булып сит илдәргә аҡмаҫ, үҙебеҙҙә ҡалыр ине.

Ф. ШӘЙХИСЛАМОВ.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға