«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » “Ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ”



12.02.2013 “Ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ”

Иҡтисад буйынса илебеҙ донъя лидеры. Рәсәй гражданының йәшәү кимәле Америка, Европа, Австралия халҡынан күпкә юғары. Эш хаҡтары – ике, ә пенсиялар өс тапҡырға арта. Бөтәһе лә шат һәм ҡәнәғәт... Туҡтағыҙ, һаташаһығыҙмы әллә, тиһегеҙме? Беҙ – юҡ. Ә һеҙ?
Тарих ҡабатлана – власть әһелдәре беҙгә тағы ла ожмахтай тормош вәғәҙәләй. Тик ул бөгөн-иртәгә түгел, 2030 йылда була. РФ иҡтисад үҫеше министрлығы матур киләсәктең өс сценарийын тәҡдим иткән. Уның буйынса, иҡтисади йыллыҡ үҫеш 5,4 процент тәшкил итә! Шул уҡ ваҡытта уртаса донъя һаны 3 процент тирәһе. Ә Рәсәйҙә 2012 йылда ул 3,5 процент булған, быйыл 3,6 процент булыр, тип көтөлә.
Беҙҙә етештереү кимәле түбән, шуға күрә иҡтисадыбыҙ үҫешмәй, ти ошо ведомствоның чиновниктары. Ана шуны улар күтәрмәксе лә инде. Яңы, инновацион тармаҡтарҙа тир түгеүселәр емешлерәк эшләй башлаясаҡ та, Рәсәй, нефть һәм газға ҡарағанда фәндән һәм техниканан күберәк килем ала башлаясаҡ. Фән үҫешһен өсөн аҡыллы баштар кәрәк. Шуға күрә мәғарифҡа сығымды ике тапҡырға арттырыу зарур, тигән РФ иҡтисад үҫеше министры урынбаҫары Андрей Клепач.
Тормошҡа ашырҙай пландармы? Әйт­кәндәй, Көнбайыш эксперттары бөтөнләй икенсе фекерҙә. 2030 йылда Рәсәй иҡтисадының йыллыҡ үҫеше 3 процент, ә һуңғараҡ ул 1,6 процентҡа тиклем төшәсәк, тип күҙаллайҙар.
Алда ни булырын күҙ күрер. Әлегә, исмаһам, “ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ” темаһына таҡмаҡтар сығара торайыҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға