«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » 246 мең эшләүсе пенсионерҙың пенсияһы арттырылды



31.07.2012 246 мең эшләүсе пенсионерҙың пенсияһы арттырылды

246 мең эшләүсе пенсионерҙың  пенсияһы арттырылды
1 августан эшләүсе пенсионерҙарҙың хеҙмәт пенсияһы ҡайтанан иҫәпләнәсәк. Бына бер нисә йыл инде иҫәп-хисап автоматик рәүештә башҡарыла, шуға күрә Пенсия фондына ғариза яҙыуҙың һис кәрәге юҡ.
Пенсия фондының Башҡор­тостан Респуб­ли­каһы буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, Пенсия фонды бүлексәләрендә хеҙмәт пенсияһы күләмен 1 авгусҡа тиклем иҫәпләү буйынса бөтә эш ваҡытында башҡарылған. 246 мең эшләүсе пенсионерға яңы күләмдә пенсия түләнәсәк. Өҫтәмә күләме төрлөсә, ул эш хаҡына һәм күсерелгән пенсия иғәнәләренә бәйле, максималь сумма 2 780 һум тәшкил итә.
Былтыр августа пенсияһына төҙәтмә индерелеүсе­ләр­ҙең 2011 йылдың икенсе, өсөнсө, дүртенсе һәм ағымдағы йылдың беренсе кварталындағы страховкалау иғәнәләре иҫәпкә алына.
Корректировканан баш тартҡан пенсионерҙар пенсияһын ҡайтанан иҫәпләтергә теләһә, Пенсия фондына ғариза яҙа ала. Тик бындай хоҡуҡ быға тиклем ҡайтанан иҫәпләү булған көндән 12 ай үткәс кенә бирелә, мөрәжәғәт иткән мәлдең киләһе айынан яңы күләмдәге пенсия биреләсәк.

БР буйынса Пенсия фондының
матбуғат хеҙмәте.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға