«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Еләк Әлегә Ҡиммәт



25.06.2011 Еләк Әлегә Ҡиммәт

Еләк беште! Әлбиттә, әлегә ер еләген йыйырға иртәрәк, әммә баҡса еләге һатыуҙа күренә башланы. Әбей-һәбей эре-эре еләктәрҙе ҙур ғына ста­кандар­ға һалып, «тауар»ына юғары ғына хаҡ ҡуйып, беҙҙең күҙҙе ҡыҙҙырып, урамдарға сығып теҙелде.
Тиҙҙән үҙебеҙҙә үҫкән төрлө еләктәрҙе һатыу тағы ла йәнләнеберәк китәсәк. Быйыл уларҙың хаҡы алтынға бәрәбәр булмаҫ, тип ышанғы килә. Ни тиһәң дә, үткән йылдағынан айырмалы рәүештә, ҡоролоҡ йонсотмай. Уңыш бик шәп булмаҡсы. Ямғыр ғына артыҡ яуып, эште боҙмағайы...
Түбәндәге таблицала 1 килограмм аҙыҡ-түлектең хаҡтары 23 июнгә ҡарата, Үҙәк баҙар миҫалында бирелгән.

­Хаҡтар – һумда
0,5 литр һыйҙырышлы
стаканда баҡса еләге 80 – 100
Бер услам редис 30 – 32
Бер услам укроп, йәшел һуған,
петрушка 10 – 25
ҡыяр 35 – 45
Помидор 55 – 60
Абрикос 80 – 120
Сейә 220 – 250
Персик 250 – 270
Картуф (баҙарҙа башлыса сит илдән
кил­те­релгән картуф һатыла) 45 – 50
Һуған 40 – 45
Кишер 45 – 52
Кәбеҫтә 35
ҡыҙыл сөгөлдөр 70
«Олейна» үҫемлек майы 75 – 78
«Шишмә» үҫемлек майы 68 – 70
Дөгө ярмаһы 38 – 40
ҡарабойҙай ярмаһы 100
Тары ярмаһы 58 – 60
«Артек» ярмаһы 25 – 26
Йылҡы ите 240 – 300
Һыйыр ите 230 – 270
Һарыҡ ите 260 – 300
10 дана йомортҡа 31 – 65

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға