«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Беҙҙә бензин арзаныраҡ



31.05.2011 Беҙҙә бензин арзаныраҡ

Республика яғыулыҡ хаҡтары буйынса Рәсәйҙә бишенсе урында.
«Росстат» мәғлүмәттәре буйынса, республикабыҙҙа 2011 йылдың тәүге кварталында бензин, 2010 йылдың декабре менән сағыштырғанда, 2,5 процентҡа арзанайған.
Бензинға иң арзан хаҡ – Кемерово өлкәһендә: АИ – 92-нең бер литры 20,98 һум тора. Омскиҙа – 21,5, Новосибирскиҙа – 21,78, Томск өлкәһендә – 21,81 һум. Башҡортостанда иһә ул 22,3 һум тора.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға