«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим



10.01.2019 Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

10 ғинуарҙа Республика йортонда БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров "Салауат Юлаев" хоккей командаһы етәкселеге, баш тренер Николай Цулыгин һәм капитан Григорий панин менән осрашты. Төбәк башлығы хоккейға һәм башҡа спорт төрҙәренә үҙенең мөнәсәбәтен белдерҙе.

«Бер нисә мәсьәләгә фекеремде белдерәм. «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙ 60-сы йылдарҙа ойошторолған клубты, данлы еңеүҙәр яулаған клубты үҫтереү өсөн яуаплы. Һис шикһеҙ, ярҙам буласаҡ, беҙ быны «Башнефть» менән дә тикшерҙек. Шул уҡ ваҡытта футболға һәм башҡа профессиональ төрҙәргә (ләкин был турала һуңыраҡ). Төбәктәргә профессиональ спорттың ни тиклем кәрәклеге тураһында фәлсәфәүи мәсьәлә бар, әлбиттә. Үҙемдең идара итеү һәм спорт яғынан тәжрибәмдән сығып, юғары ҡаҙаныштар спорты булған, тиҫтәләгән мең йәштәр Радуловты, Умаркты, Живоглядовты һәм Слайҙы ҡараған ерҙә күмәк спорт нығыраҡ үҫешә тип әйтә алам», — тине Радий Хәбиров.





Автор: "Башинформ" агентлығынан алынды
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға