«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Ҡул тиреһен нисек йомшартырға?



20.10.2018 Ҡул тиреһен нисек йомшартырға?

 Ҡул тиреһен нисек йомшартырға?
Баҡсала бирсәткә кейеп сүп үләндәрен утай алмайым. Ҡулдарым ҡап-ҡара булып бөтә, йыуһам да таҙармай. Ҡулдарҙы нисек матур итеп һаҡларға?
Яҡынса 100 мл самаһы 3 процентлы водород перекисы алырға (һәр дарыуханала һатыла), шуға 10 – 20 мл нишатыр спирты өҫтәргә һәм теләһә ниндәй һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡлыҡ һалырға. Барыһын бергә болғатырға һәм ҡулды ошо иретмәгә тығып торорға. Бер нисә минуттан ҡарайған, яраланған урындар ағарасаҡ. Һуңынан ҡулды һабын менән йыуып, тирене дымландыра торған крем һөртөргә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға