«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Виноград иғтибар талап итә



08.06.2018 Виноград иғтибар талап итә

Виноград иғтибар талап итә
Йыл һайын виноград алып ултыртам. Ниңәлер тамыры ерегеп китә алмай. Сәбәбе нимәлә икән?

Т. Ғәлиева.
Дыуан районы.

Виноград үҫтереп ҡарарға теләгегеҙ булһа, беҙҙең һалҡын климат шарттарына сыҙам «Изабелла», «Платовский», «Юбилейный», «Башкирский ранний», «Башкирский изумруд» сорттарына туҡталығыҙ. Тәлгәштәре бәләкәй генә булһа ла, 32 градус һалҡынға да түҙәләр. Үҫентеләрҙе баҙарҙан алмауығыҙ хәйерле, ышаныслы баҡсасыларҙан ғына алырға кәрәк.
Ҡышҡа әҙерләгәндә , беренсе ҡырауҙар башланғас, температура 0 – 5 градус торғанда берәр аҙна ҡапламай торһаң да була. Кинәт кенә һыуытып ебәреүҙән дә һаҡланығыҙ. Ни өсөн тигәндә, виноградтың һабаҡтары 20 – 23 градус һалҡынға түҙһә лә, тамыры – 5 – 6 градусҡа ҡына сыҙам. Йөҙөм емеше ергә ятып торорға тейеш түгел. Аҫтына таҡта йәки шифер киҫәктәре һалып ҡалдырырға кәрәк йәки шыршы ботаҡтары түшәйһең. Бер яғына һауа инһен өсөн асыҡ ҡалдыраһың. Артыҡ йылытыуҙан дымланып ятып та серей ул. Ҡышҡылыҡҡа виноград ауырымаһын өсөн өс процентлы тимер купоросы һиптерергә онотмағыҙ. Ун литр һыуға 300 грамм купорос алына. Көҙ көнө йәшенә ҡарап артыҡ бөрөләрен ҡырҡып алыр­ға. Виноград йыш һыу һибеүҙе яратмай. Уға йәй буйына ике тапҡыр ғына мул итеп һыу һибәһең. Ул сәскәгә һеркәләнгәндә һыу һибергә ярамай. Көҙгөлөккә тамырҙары өшөмәһен өсөн күп итеп һыу ҡоялар.
Күптәр ултыртҡан виноградыбыҙ үҫеп китә алманы, тип зарлана. Ул әкрен үҫә, беренсе йылында тамырына көс йыя. Тәүге тапҡыр сәскә атҡанда бер генә сәскәһен ҡалдыралар. Ҡалғандарын өҙөп ташлайҙар. Был виноградты көсөн кәметеүҙән һаҡлап ҡала.
Тамыр системаһы асыҡ булғанын һатып алһағыҙ, ер ҡарҙан әрселгәс үк ултыртырға мөмкин. Ул ултыртыласаҡ со­ҡор­ҙо 80 cм киңлегендә ҡаҙалар. Вегетация осоро тупраҡ 10 градусҡа тиклем йылынғас башлана. Үҫентене ун сантиметрҙан артыҡ батырырға кәрәкмәй. Соҡорға серетмә, ҡом, ваҡлан­ған ҡыҙыл кирбес, сифатлы ҡара тупраҡ һалалар. Калий, азот, фосфор кеүек ашламалар индереү яҡшы. Был культура ҡояш яратҡанға күрә, уны көньяҡҡа ҡаратып ултыртығыҙ. Беренсе йы­лында ҡәләм йыуан­лығында бер-ике метр оҙонлоғонда үҫтерә алһағыҙ, яҡшы ҡышлаясағына гарантия бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға