«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Иҡтисадты «терелтергә» теләһәң, һалымды күтәр



25.12.2010 Иҡтисадты «терелтергә» теләһәң, һалымды күтәр

йәки Аптыраған өйрәк арты менән күлгә сума
Беҙҙең ил етәкселеге нәҡ ошолай уйлай. Бары тик һалымдарҙы даими күтәргәндә генә иҡтисад үҫәсәк, ти улар. ҡыҙыҡ: ә башҡа илдәр инвестицияларҙы стимуллау өсөн тап киреһен эшләй. Мәҫәлән, әле бер нисә көн элек кенә Япония хөкүмәте предприятиеларға һалым һалыуҙы ҡыҫҡартыу тураһында хәбәр иткән. Рәсәйҙә иһә эске тулайым продукттың (ВВП) ике процентына һалым «ҡыҫымын» күтәреүгә нигеҙ һалына.
Иҡтисадсылар, был ҡурҡыныс эш, тип иҫкәртә. Һөҙөмтә нисек булыр? Күҙаллауҙарынса, был «сираттағы саф урыҫса реформа» («Независимая газета» сайтында тап шулай аҡҡа ҡара менән яҙғандар) эш биреүселәргә лә, ябай эшселәргә лә ауыр йөк буласаҡ. 2011 йылдан илдә берҙәм социаль һалым эш биреүселәрҙең бюджеттан тыш фондтарға страховка иғәнәһе (әлбиттә, тағы ла күберәк һумдар менән – 26 проценттан 34-кә тиклем күтәрелеүе көтөлә) менән алмаштырыласаҡ. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев быны шулайыраҡ аңлата: һалымды күтәреү еңел хәл ителмәне, пенсияны күтәреү һәм һаулыҡ һаҡлау тармағын модернизациялау өсөн ошондай юлға барылды. Әле етештереү һәм социаль өлкәлә эшләүсе «бәләкәй» эшҡыуарҙарға «күсеү осорона» ике йыллыҡ ташлама ҡаралған.
Һалымды күтәреү бының менән генә сикләнер, тип уйлайһығыҙмы? Рәсәй иҡтисад үҫеше министры урынбаҫары Андрей Клепач белдереүенсә, беҙ йә бурысҡа сумасаҡбыҙ, йә һалым системаһын тамырынан үҙгәртеү мөһим. Һайларға кәрәк: һалымды 2,5 процентҡа күтәрергәме, социаль һәм оборона сығымдарын «ҡырҡырғамы»? Рәсәйҙең яңы һалым сәйәсәте ватан эксперттарын уйға һалды. Власть нимә теләй һуң – иҡтисадты диверсификацияларға (латинсанан тура тәржемәләгәндә – төрләндереү) һәм сеймал бәйлелегенән ҡотолорғамы, әллә, киреһенсә, сеймал секторын көсәйтеп, башҡа бизнесты «күләгәгә» ебәрергәме?
«Арбат капиталы» аналитика департаменты начальнигы урынбаҫары Алексей Павлов былай ти: «Эшҡыуарлыҡҡа һалымды күтәреү бюджет килемен ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына арттырасаҡ, ә ҡаҙна сәйәсәтен оҙаҡҡа ҡәтғиләштереү иҡтисад үҫешенең әкренәйеүенә килтерәсәк». Һалымды ҡапыл күтәреү (Рәсәйҙә тап шулай итәсәктәр ҙә) бюджетҡа хатта ҡыҫҡа ваҡытҡа ла ыңғай һөҙөмтә бирмәй.
Эксперттар, эшҡыуарҙар, хатта банк хеҙмәткәрҙәре аптырашта ҡалған. Йәмғиәттең бөтә йәшәйеш өлкәһе лә модернизация һәм үҫеш талап итә, әммә уларҙың һәр береһе тиҙ арала килем килтерә алмай. Бизнестың да ҡайһы бер проекттар менән ҡыҙыҡһынмауы мөмкин. Бында дәүләттең «ҡыҫылыуы» мотлаҡ, йәғни эшҡыуарлыҡ менән дәүләт хеҙмәттәшлеге булырға тейеш. Тик һуңғыһы инвестицияны ғына ҡайғыртмаһын, ә шәхси капиталды һаҡлауға гарантия ла бирһен, ти эксперттар. Эшҡыуарҙар ундай гарантияның булыуына ышанып етмәй, имеш.


А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға