«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Ҡарбуз бик күп!



14.07.2010 Ҡарбуз бик күп!

Әлбиттә, хәҙер ҡарбузды баҙарҙа йыл әйләнәһенә табырға мөмкин. Ләкин уның хаҡы ҡышын ныҡ ҡиммәтләнә. Ә инде тәме бөтөнләй хаҡына тура килмәй!
Әле баҙарҙа ҡауын-ҡарбуз күпләп күренә башланы, уларҙың хаҡы ла төштө. Үткән йылдарҙа был тәмлекәстәрҙең хаҡы август айында ғына ныҡлап түбәнәйә торғайны.
Шулай уҡ баҙарҙа емеш-еләктең аҙ булыуы һиҙелә. Быға ҡоролоҡ сәбәпселәр, күрәһең. Шуға ла кешеләр баҡса емештәрен килолап түгел, стаканлап ҡына һатыуҙы хуп күрә.
Түбәндәге таблицала хаҡтар баш ҡаланың Колхоз баҙары миҫалында бер килограм аҙыҡ-түлеккә 8 июлгә ҡарата бирелгән.
Хаҡтар – һумда
ҡарбуз 25
ҡауын 80 – 105
ҡыяр 30 – 40
Помидор 60 – 65
Абрикос 70 – 85
Слива 80 – 85
Яңы картуф 27 – 33
Һыйыр ите 160 – 200
Һарыҡ ите 180 – 230
ҡаҙ ите 300
Һаҙан балығы 160 – 170
ҡорман балығы 35
0,5 кг крыжовник 30
0,5 кг ҡара ҡарағат 70
0,5 кг һары ҡарағат 20
0,5 кг ҡурай еләге 80
0,7 кг ауыл ҡаймағы 130 – 140
Йүкә балы 500
Эремсек 60 –150
ҡыҙыл эремсек 270 – 300
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға