«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Буҙа эскән сырхау белмәй



08.12.2016 Буҙа эскән сырхау белмәй

Буҙа эскән сырхау белмәйСибай ҡалаһынан йәш эшҡыуар Гөлназ Азатова республика Рәсәй конкурсының төбәк этабында милли эсемлек менән “Йыл асышы” номинацияһында еңеү яуланы.
Башҡортостанда «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» конкурсының төбәк этабы тамамланды. Республикала беренсе тапҡыр уҙғарылған конкурста төрлө муниципаль берәмектән 42 кеше ҡатнашты. Шуларҙың 20-һе бизнес-проекттарын яҡлау мөмкинлеге алһа, бишәүһе декабрҙә Мәскәүҙә уҙасаҡ федераль этапта сығыш яһау хоҡуғы алды. Улар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ, Сибай ҡалаһынан Гөлназ Азатованың булыуы ҡыуаныслы. Йәш эшҡыуар буҙа эсемлеге менән «Йыл асышы» номинацияһында еңеү яуланы.

– Буҙа – халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе. Ҡунаҡҡа айырыуса хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә булған был эсемлек менән һыйлау. Витамин һәм минералдарға бай ризыҡ ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта. Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла эсемлегебеҙгә ҡарата һуңғы йылдарҙа иғтибар артты, ауыл, ҡалаларҙа буҙа байрамдары үткәрелеп тороуы – быға асыҡ дәлил, – ти Гөлназ Фәнис ҡыҙы. – Милли эсемлегебеҙҙе яһау серҙәрен әсәйем Дилә Вәлләм ҡыҙынан өйрәндем. Ул күршеһе Рәйфә Шаһи ҡыҙынан отоп алған. Ғөмүмән, был шөғөл – беҙҙең ғаилә бизнесы. Ирем Дим Азат улы Азатов һәр яҡлап ярҙамсым булһа, атай-әсәйем, ҡайны-ҡәйнәм дә беҙгә һәр яҡлап ҙур ярҙам күрһәтә. Ике йәшлек улым Инсар ҙа иртәнсәк күҙен асып та өлгөрмәй, буҙа һорай.
Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Яҡуповтар ғаиләһендә баш бала булған Гөлназ бәләкәйҙән сауҙаға ынтыла. Иҫәп-хисапҡа шәп ҡыҙҙы ата-әсәһе бухгалтер итеп күрергә теләй. БДУ-ның Сибай институтының иҡтисад факультетын тамамлағанда «Башҡорт милли эсемлеге буҙа» бизнес-планы буйынса диплом эшен яҡлай. Артабан тырыш ҡыҙға ҡаланың «Урал аръяғының эшлекле донъяһы» бизнес-үҙәгендә ошо юҫыҡта бизнес-проект төҙөшөргә ярҙам итәләр. Быға тиклем ҡабымлыҡтар һатылған киоскыһына яйлап үҙе етештергән буҙаны сығара башлай. Алкоголһеҙ, газһыҙ эсемлектәр етештереүгә сертификат алған эшҡыуар башта көнөнә ике шешә һатһа, әлеге көндә ул литр ярымлыҡ 20 шешә милли эсемлек яһап, «Самрау», «Орфей» кафеларына, «Яҙ» сауҙа селтәренә һатыуға сығара. Бухгалтер һөнәренә өҫтәп, икенсе юғары белем ала, ситтән тороп юридик факультетты тамамлай.
Буҙаны бөтә Рәсәйгә генә түгел, сит тарафтарға ла танытырға теләгән Гөлназ Фәнис ҡыҙы декабрҙә Ө фөлә уҙасаҡ ШОС, БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ буйынса икенсе форумында сығыш яһаны. Киләсәктә йәш эшҡыуар эшен артабан үҫтереү өсөн дәүләт ярҙамы алып, буҙа ҡойоусы линияны сафҡа индерергә хыяллана.

Гөлдәр ҠАДАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға