RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡул аҫтында ниҙәр бар?

24.06.2017 Ҡул аҫтында ниҙәр бар?

Ҡул аҫтында ниҙәр бар?Баҡсасылар төрлө ҡоротҡос бөжәктән, сүп үләненән ҡотолоу өсөн махсус магазиндарҙан бихисап препарат һатып ала, химикаттар менән булыша. Ә бит ҡул аҫтыбыҙҙағы күп кенә нәмәнең баҡсала ла кәрәк булыуы, файҙа килтереүе ихтимал.

Дегет һабыны
һыуҙа иретеп, баҡсала һибеп сығыу бик файҙалы. Беренсенән, һабынлы һыу үҫемлектәрҙең һабағына йәбешеп, төрлө бөжәктән һәм башҡа төрлө ҡоротҡостан һаҡлаясаҡ. Икенсенән, еҫен бөжәктәр яратмай, ҡаса. Һабын груша өсөн айырыу­са ҡиммәтле, сөнки уны йонсотоусы ҡорттан ныҡ һаҡлай.

Йод
Йодты ер еләге сәскә атыр алдынан һибеү – бик шәп ысул. Ул еләктең әүҙем үҫешенә булышлыҡ итә, уны төрлө сирҙән һаҡлай. Рецепт ошолай: 10 литр һыуға 10 тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк.

“Зеленка”
һәр ваҡыт баҡсасының кеҫәһендә йөрөргә тейеш. Ҡыуаҡтың берәй өлөшөн өҙөп ташлағанда, башҡа үҫемлектәрҙә зарарланған урындар күренгәндә уны һөртөп ҡуйырға була. Ағас-ҡыуаҡтар ҙа бит тере организм, берәй ере ҡырҡылған саҡта шундуҡ зарар­һыҙландырыуға мохтаж.

Марганцовка

10 литр һыуға ике балғалаҡ марганцовка һалып, сәскәһен ҡойғас, ер еләгенә һибергә. Был үҫемлекте сереүҙән һаҡлай. Картуфты ла сәсер алдынан марганцовка иретмәһендә тотоп алыу уны ҡаты ҡорттан (проволочник) һаҡлай. Шулай уҡ киләсәккә лә хәтер һандығына һалып ҡуйығыҙ: сәсер өсөн тәғәйенләнгән картуфты көҙөн, баҙға һалыр алдынан уҡ марганцовка иретмәһенә һалып, киптереп алығыҙ.

Бор кислотаһы
Ташҡабаҡ, цуккини серей башлаһа, бор кислотаһы һибәләр. Баклажан, помидор теплицала эҫенән йонсоһа, шулай уҡ уның менән ярҙам итергә мөмкин. Ҡыяр, помидор, татлы боростоң уңышы насарайған осраҡта ла бор ярҙамға килә. 1 г кислотаны ярты литр ҡайнар һыуҙа иретергә. Һуңынан ҡояшта йылынған 10 литр һыу ҡойоп, иретмә әҙерләргә.

Глюкоза һәм В1 витамины

Уларҙы айырыуса ҡиммәтле булған гөлдәргә һибәләр. Биш литр һыуға 5 мл глюкоза менән 1 мл витамин алына. Был иретмәне ике аҙнаға бер тапҡыр һибергә кәрәк. Бик файҙалы иретмәнән гөлдәр ҡуйы итеп үҫеп, гөрләп сәскә атасаҡ.
Кер һабыны
72 процентлыһын алырға кәрәк. Ул үлән бетен ҡыуырға ярҙам итә. Кер һабыны иретмәһен йәшел йәшелсәгә һибәләр, шулай уҡ сәскәләргә лә шәп. Бынан тыш, уның менән гөл һауыттарын, баҡсала ҡулланылған кәрәк-яраҡты йыуалар. Йыуғандан ҡалған һыуҙы ла түкмәгеҙ, ағас­тар, ҡыуаҡтар аҫтына һибегеҙ.

Таш тоҙ

100 г тоҙҙо 10 литр һыуҙа иретеп, ҡыҙыл сөгөлдөр төбөнә һибергә мөмкин. Был эш үҫемлектең 4 – 5 япрағы күренгәндән һуң башҡарыла. Шулай уҡ һуғанды ла себендән, ҡорттан һаҡлаясаҡ, 10 литр һыуға ярты стакан тоҙ кәрәк.
Керән кәрәкмәгән урында ла килеп сыға, уны ҡырҡып алғандан һуң тамыры ҡалып, мең мәшәҡәт тыуҙыра. Был мәшәҡәттән ҡотолоу өсөн дә тоҙ файҙалы: керәнде ҡырҡып алғандан һуң таш тоҙ һипһәң, ҡалған өлөштәр ҙә тиҙ арала юҡҡа сығасаҡ.

Гәрсис

Гәрсисте теплицаның тәҙрәләрен йыуғанда һыуға ҡушалар. Шулай уҡ төрлө ҡоротҡостан ҡотолоу өсөн йәшелсә-емештең төбөнә һибергә була. Июнь айында ҡурай еләге ҡыуаҡлыҡтарына 100 г гәрсис­те 10 л һыуҙа иретеп һибәләр, был уны ҡоротҡостарҙан һаҡлай. Шундай уҡ иретмәне алма сәскәһен ҡойғандан һуң 20 көн самаһы үткәс ҡулланырға мөмкин. Үлән бете менән ҡандала ла гәрсистән ҡурҡа.

Сода
Аш содаһы менән баҡсала ҡулланылған кәрәк-яраҡты йыуалар. Онло ысыҡҡа ҡаршы ла ярҙам итә. Рецебы ябай ғына: бер ҡалаҡ соданы дүрт литр һыуҙа иретергә, ярты балғалаҡ шыйыҡ һабын ҡушырға һәм аҙнаһына бер тапҡыр онло ысыҡҡа бирешеп барған үҫемлектәргә, ҡыуаҡтарға һибергә. Ҡыярға ла һибергә була, бының өсөн бер балғалаҡ соданы бер литр һыуҙа иретергә кәрәк. Ви­ноград та үҫтерәбеҙ бит инде хәҙер, татлы булһын өсөн сода бик кәрәк: 75 г соданы 10 л һыуҙа иретеп, ике тапҡыр һибәләр.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай