RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әле лә йәштәр кеүек

12.01.2017 Әле лә йәштәр кеүек

Әле лә йәштәр кеүек
85 йәшлек Ғибәт Аллабирҙин һаман да йылҡы тота
Оло быуын кешеләренең сыҙамлы, йәштәрсә етеҙ һәм сос булыуына иҫең китер. Миңә ундай “йәш“ өлкән кешеләрҙе йыш осратырға тура килә, улар оҙаҡ йәшәү һәм йәштәрсә рухта ҡалыуҙы, хеҙмәткә һөйөүҙән, ҡәнәғәтлектән һәм ғаилә бәхетенән, тип аңлата. Бөгөнгө геройым да нәҡ ошо фекерҙә.
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүсе Ғибәт Зәйнулла улы Аллабирҙин 1931 йылдың 19 ноябрендә Йылайыр районының (ул ваҡытта Хәйбулла) Үрге Сәлим ауылында икенсе бала булып донъяға килә.
– Атайым – колхоз рәйесе, әсәйем һауынсы булып эшләне. 1935 йылда атайымды Юлбарыҫ ауылына ауыл советы башлығы итеп тәғәйенләнеләр. Ике йылдан Бүребай ауылына күстек. Яҙмыш еле беҙҙе ҡайҙа ғына ташламаны, атайымдың эше буйынса Айыулыла, Ғә­лиәхмәттә лә йәшәп киттек. Атайым ауырып китеү сәбәпле, ‡рге Сәлимгә кире ҡайттыҡ. 1944 йылда ул вафат булып ҡалды. Мөмкинлек булғанда уҡып, мөмкинлек булмағанда колхоздың төрлө эшендә йөрөргә тура килде. Атайымды эше буйынса саҡыртып, төрлө ауылда йәшәп киткәс, төрлө мәктәптә белем алдым. 5 – 7-се кластарҙы Матрай мәктәбендә уҡығас, Юлдыбайҙа балалар өсөн интернат һәм мәктәп асылыуы тураһында ишетеп, колхоздың һәйбәт атын мендем дә, шунда киттем. 21 йәшемдә саҡ 10-сы класты бөтөп, хәрби училищеға инеп ҡараным, әммә урын булмау сәбәпле, ауылға кире ҡайттым һәм район финанс бүлегендә эш башланым, – ти ул, хәтирәләр йомғағын һүтеп.
Ғибәт Зәйнулла улы ҡайҙа ғына һәм кем генә булып эшләмәгән! Һәм кем генә булып эшләһә лә, һәр ваҡыт уның хеҙмәте етәкселәре тарафынан юғары баһаланған. Сөнки булмышы менән егәрле кеше һәм эшен еренә еткереп башҡарырға ярата.
1953 йылда сиҙәм күтәреү эштәре башланғас, Ғибәт Аллабирҙинды зона инструкторы итеп Һарыкүл МТС-ына ебәрәләр. Сиҙәмселәрҙе ¤фөнән, Саранан ҡабул итеп, дүрт колхоз төҙөйҙәр. Ул нәҡ ошо эштәрҙә әүҙемлек күрһәтә, фермалар булдырыуға көс һала. Артабан комсорг, инструктор булып эшләй, Иҫәнгилде ауылына идарасы итеп тәғәйенләнә.
1957 йылда Таштуғай ауылы ҡыҙы Раҡыя менән танышып, оҙаҡҡа һуҙмай, өйләнешеп, донъя көтә башлайҙар. Бер-бер артлы донъяға килгән өс балаһын һәм кәләшен ҡалдырып, Ғибәт Зәйнулла улы Ырымбурға партия мәктәбенә уҡырға ебәрелә. 1968 йылда Байғусҡар ауылында колхоз рәйесе булып эшләй башлай һәм унда туғыҙ йыл лайыҡлы хеҙмәт юлы үтә.
– Мәктәп төҙөттөк, колхоз эше гөрләп торҙо, ауыл тормошо ҡайнай ине. Хәҙер ауылдарҙың хәлен күреп, йән әсей, – ти олатай.
Артабан Фрунзе колхозында баш агроном, МСО рәйесе вазифаларын башҡара.
Аллабирҙиндар ғаиләһе Аҡъяр ауылында ҙур, күркәм йорт һалып сыға. Ғибәт Зәйнулла улы һәм Раҡыя әхмәтвәли ҡыҙы дүрт балаға ғүмер биреп, һәр береһен уҡытып, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар.
– Инәйегеҙ ваҡытында мине һәр яҡлап аңлап, ҡабул итеп, күтәрә белгәнгә лә рәхәтләнеп эшләнем, райком ҡайҙа ебәрһә, шунда китә алдым. Быларҙың барыһы ла ғаилә ныҡлығынан килә. Иртә таңдан сығып китәм, төн ауғас ҡына ҡайтып инә инем. Донъя көтөү, балаларҙы тәрбиәләү тулыһынса тиерлек Раҡыяның нескә иңдәренә төштө. Шул тиклем рәхмәтлемен уға, – тип күңел түренән сыҡҡан хистәрен еткерә юбиляр.
Раҡыя Әхмәтвәли ҡыҙы ғүмер буйы типографияла текст йыйыусы, машина счетында оператор булып эшләгән. Уларҙың өлкән улдары Рәмил, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәле вафат була: һыуға батып барыусы балаларҙы ҡотҡарып, үҙе һәләк була. Икенсе улдары Рәил район мәҙәниәт йортонда эшләй, ҡыҙҙары Алһыу – үҙәк район дауаханаһында акушер, Аҡъяр ауылында йәшәйҙәр. Луиза ¤фө ҡалаһында баш иҡтисадсы вазифаһын башҡара, һәр кемеһенең ғаиләһе, балалары бар.
Ғибәт һәм Раҡыя Аллабирҙиндарҙың туғыҙ ейән-ейәнсәре, һигеҙ бүлә-бүләсәре бар. Һәр кемеһе килеп, хәлдәрен белеп, ярҙам итеп тора.
Олатай, 85-ен тултырһа ла, тик тормай, һарай тултырып йылҡы малы, ҡош-ҡорт аҫрай, быға тиклем һыйыр малынан да өҙөлмәгәндәр, тик инәйгә һауыу ауырлашҡас, йылҡы ғына тоторға ҡарар иткәндәр.
2017 йылдың ғинуарында был матур ғаилә үҙҙәренең 60 йыллыҡ гәүһәр туйҙарын билдәләйәсәк.
– Аттарым булғас, ихатаға, кәртәгә сығыуы күңелле, үҙе бер кинәнес, хәҙер тормош шул тиклем матур, йәшәйем, эшләйем тигән кешегә бөтә мөмкинлек бар. Бына ҡартайып кителде, былай булһа, әллә нимәләр эшләр инем! – ти Ғибәт Зәйнулла улы. Һай, афарин!

Айгизә АСҠАРОВА.

Хәйбулла районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай